Тирә-яҡ мөхит
19 Марта 2020, 19:25

Экологик өмәләр башланды

Баймаҡтар ҙа ихлас ҡушылды. #национальныепроекты

Бөгөн республикала экологик өмә старт алды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ошо хаҡта Указын булдырған ине. Уға Баймаҡ ҡалаһы
һәм районы хеҙмәт коллективтары ла ҡушылды. Улар үҙҙәренә беркетелгән объекттарға сығып, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты. Быйыл Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы сиктәрендә 3 тапҡыр - Бөтә республика өмәһе (18 апрель, 4 июль, 3 октябрь), 16 тапҡыр - Таҙалыҡ көнө, 2 тапҡыр "Йәшел Башҡортостан" бөтә республика акцияһы һәм 2 майҙа хәтер һәм иҫкә алыу көнө үтәсәк. Бынан тыш Баймаҡ ҡалаһында һәм районында аҙна һайын "Таҙа кесаҙна" экологик өмәләр үтә.
Читайте нас