Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
12 Март 2020, 19:20

"Ер сәғәте" акцияһы үтә

Йыл да илебеҙҙә “Ер сәғәте” акцияһы үтә. Быйыл ул 28 мартҡа тәғәйенләнгән.

Йыл да илебеҙҙә “Ер сәғәте” акцияһы үтә. Быйыл ул 28 мартҡа тәғәйенләнгән. Акцияның маҡсаты – бер генә сәғәткә булһа ла Ер-әсәне тыныслыҡта ҡалдырыу, еребеҙгә ихтирам уятыу, һаҡлау, ҡәҙерләү.

Акцияла ҡатнашыусылар Өфө урамдары буйлап ҡулдарына фонарҙар тотоп йүгерәсәк.

Был көндө шулай уҡ урындағы ваҡыт менән 20 сәғәт 30 минутта электр утын бер сәғәткә һүндереп торорға ла тәҡдим итәләр. Ләкин ул әле яҡлау тапмаған.

Ер сәғәте” акцияһына баймаҡтар ҡушылырмы? Был тәҡдимде ирекмәндәр күтәреп алыр, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: