Башҡорт дәүләт аграр университетында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров студенттар менән осрашты.
Ул үҙенең сығышында Башҡортостан биләмәһендә “Экология” милли проекты сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне. студенттарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” ойошмаһы вәкилдәре “Студенттар сүп-сарҙы айырым йыйыу яҡлы” проектын тәҡдим итте. Проект үҙ эшен башланы, тип әйтергә була - Башҡорт дәүләт аграр университетында биләмәһендә контейнерҙар ҡуйылды.
Сарала шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында тәбиғәтте һаҡлауға, республикала туризм тармағын үҫтереүгә, “Экология” милли проектына ҡараған төбәк проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән килешеү килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы студенттарға махсус лекция, дәрес-семинарҙар ойоштороласаҡ.