Һуңғы осорҙа Түбә ауылы янында “Недра” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алтын сығарыу эштәрен башлаясағы тураһында күп хәбәр йөрөй. Урындағы халыҡ, был производство тәбиғәткә, ер аҫты һыуҙарына, хатта Талҡаҫ күленә зыян килтерәсәк, тип борсола. Ысынында хәл нисек һуң? Түбә ауылы янындағы алтын ятҡылығы тураһында ниндәй мәғлүмәт бар? Уны эшкәртеү нимәгә килтерәсәк? Ошо һорау менән беҙ 1997-2003 йылдарҙа Башҡортостандың тау-геология хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән яҡташыбыҙ (ул Буранбай ауылынан) Рәсих Әғзәм улы Хәмитовҡа мөрәжәғәт иттек. Хәҙерге ваҡытта Рәсих Әғзәм улы БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы комплексы, бюджет, һалым сәйәсәте, тәбиғи ресурстар һәм экология буйынса комиссияның рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы. Абруйлы яҡташыбыҙ түбәндәге мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты:
– Күп йылдар тау-геология тармағында эшләгәс, Түбә һәм башҡа ерҙәрҙәге таш, руда сығарыу йәки башҡа тау эшмәкәрлеге миңә бик яҡшы таныш. Мин комитетта эшләгән йылдарҙа, үҙаллылыҡ заманында, бар эштәрҙе лә беҙ үҙебеҙ хәл иттек. Шул осорҙа Баймаҡта, Сибайҙа геологик экспедициялар булды. Һәм райондағы бар ятҡылыҡтарға беҙҙең геологтар разведка эштәрен башҡарҙы. Ә бына Түбә ҡасабаһына килгәндә, мин бер аҙ тарихты һөйләп үтер инем, сөнки беҙҙең Баймаҡ, Таналыҡ территорияһында барған тау-геология эштәре ул борон-боронға ҡайтып ҡала. Тарихы 300 йылға тиклем барып етә тиһәм дә, яңылышмам. Сөнки бында инглиздәр килә, Лепехин һ.б. атаҡлы геологтар беҙҙең Баймаҡ ерҙәрен өйрәнеп, бында ҙур-ҙур ятҡылыҡтар, файҙалы ҡаҙылмалар булыуын күҙаллап, Рәсәй, донъя күләменә сығара. Шуға күрә Баймаҡ, Бүребай тирәһендәге урындар бар донъяға билдәле. 1914 йылда табылған ҙур алтын ятҡылығы Түбә ҡасабаһын барлыҡҡа килтерә. Бында бегун фабрикаһы төҙөлә. Әлбиттә, файҙалы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү заманында беҙҙең яҡтарҙа ла эштәр йәнләнеп китте. Түбә руднигы ла бар илгә дан ала. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда уларҙың Ватан, республика өсөн хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Батыр Вәлидтең был рудник тураһындағы “Күк Ирәндек буйында” йыры нисәмә йыл Баймаҡтың гимны булып тороуы осраҡлы түгел бит. Шуға беҙ бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейешбеҙ.
Әлбиттә, йылдар үтеү менән запастар кәмене, бындағы разведкаланып табылған алтын да бөттө. Шуға күрә Түбә руднигы ябыла.
1992 йылда республикала үҙебеҙҙең геология хеҙмәте барлыҡҡа килде һәм Башҡортостан Президентының Рәсәй кимәлендә килешеү төҙөүе һөҙөмтәһендә, эшебеҙҙе яңынан башлап ебәрҙек. Шул уҡ разведка эштәре башланды. Әлбиттә, Түбә тирәһендәге элекке ятҡылыҡтарҙы яңынан тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Һәм шул уҡ ваҡытта Түбәнең эргәһендә ятҡан элекке бегун заводының отвалдарына рекультивация эшләнек. Мин үҙем ҡатнаштым ул эштә. Был ерҙәрҙең өҫтөнә йәшел үлән сәсеп, Сапсал йылғаһы буйында матур урындар барлыҡҡа килде. Түбә ауылы эргәһендә отвалдар һәм элекке шурфтарҙа алтын запастары барлығы мәғлүм ине. Уларға Хөкүмәт ҡарары менән беҙ геологоразведка эштәрен үткәрҙек. Һәм ошо отвалда ятҡан запаста тоннаһында ике-өс грамм алтын булыуы асыҡланды. Элекке конвейер булған штольналарҙа, мәҫәлән, Күлйортауҙа үҙебеҙҙең башҡорт старателдәре эшләгән. Улар тоннаһында йөҙәр, алтмышар грамм булған алтынды үҙләштергән. Ә бына “ярлыраҡ”, йәғни алтыны әҙерәк булған (с низким содержанием золота) ҡалдыҡтар отвалда өйөлә барған һәм улар ер аҫтында ҡалған.
Хәҙерге заманда Баймаҡ районын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү өсөн күп эш башҡарыла һәм башҡарыласаҡ. Айырым программа барлыҡҡа килде. Уға ярашлы, Күлйортау, Түбә, Семеновск тирәһендәге алтын табыу эштәрен йәнләндереп, инвестициялар йәлеп итеп, эш урындары булдырып, районыбыҙҙың үҫешен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. 2008-2010 йылдарҙа Түбә ауылы тирәһендәге ерҙәргә тулы геологоразведка эшләргә рөхсәт бирелде. Белгестәр был эштәрҙе башҡарып, ҡалған ҡалдыҡ алтын ятҡылыҡтарын өҫтәмә рәүештә разведкаланы, русса әйткәндә, факт открытия эшләне. Уның һөҙөмтәһендә яңы алтын ятҡылығының күләме 3,5 тонна тип фаразланды һәм һөҙөмтәлә беҙ быны иҫбатланыҡ. Был ятҡылыҡ Хөкүмәттең запасына, балансына индерелде. Әлбиттә, райондың иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәк асышта беҙҙең геологтарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ булды. Тик уларҙың эшмәкәрлеге артабан һүлпәнәйеп ҡалды һәм инвесторҙар булмауы арҡаһында Түбә ауылы тирәһендә ошо алтын ятҡылығын үҙләштереү буйынса эш алып барылманы.
Хәҙер бына яңы инвестор килеп сыҡты. Ул – “Недра” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Улар тау-геология эшенә иғтибары көслө булған, юғары квалификациялы етәкселәр. Был кешеләрҙең Түбә ауылы тирәһендәге алтынды үҙләштереү буйынса бик һәйбәт проекттары бар. Әлбиттә, уларҙың проекты Хөкүмәт һәм күҙәтеү органдары аша мотлаҡ экспертиза үтәсәк. Шулай уҡ ер биреү мәсьәләһе, ошонда йәшәгән һәм яҡын-тирәләге халыҡты эшкә йәлеп итеү ҙә ҡаралырға тейеш. Рәсәй ер аҫты ятҡылыҡтарын файҙаланыу законы буйынса һәм Башҡортостандың ер кодексына ярашлы, әгәр ҙә инвестор ошо ерҙәге ятҡылыҡты үҙләштерергә теләй икән, ул үҙенең проектын тәҡдим итә, уға экспертиза үткәрә. Бынан тыш үҙенең ошо ер өсөн, урындағы халыҡ өсөн ниндәй өлөшөн индерәсәген, йәғни эштәр эшләйәсәген әйтергә тейеш. Бының өсөн үҙ-ара килешеү төҙөлә. Килешеүҙә барыһы ла күрһәтелергә, һанап үтелергә тейеш. Шул уҡ Түбә ауылы халҡының, райондың теләктәре индерелеүе һәм уларҙың үтәлеүе мотлаҡ. Юл эшләүме, башҡа мөһим социаль инфраструктуралар менән тәьмин итеү һ.б. Иң мөһиме – барыһы ла үҙ-ара килешеүҙә күрһәтелергә тейеш.
Әлбиттә, төп мәсьәлә – был эштең тирә-яҡҡа зыян кимәлен билдәләү. Шунһыҙ артабан алтын табыу эше булмаясаҡ. Быны күҙ уңында тоторға кәрәк. Шуға күрә ошо ятҡылыҡты үҙләштереүҙә халыҡтың теләген ишетә һәм ҡабул итә белеү мөһим. Иң тәүҙә проектҡа дәүләт экспертизаһы үткәреү кәрәк. Артабан инвестор район, Түбә ауылы биләмәһе хакимиәттәре менән килешеү төҙөһөн. Унда яңы ятҡылыҡты үҙләштереү районға ниндәй файҙа бирәсәген, ауылда йәшәгән халыҡҡа төрлө яҡлап ярҙам итеү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ниҙәр эшләнәсәген күрһәтергә кәрәк. Әгәр ҙә шундай талаптар үтәлә икән, артабан был эште тотҡарлау кәрәкмәҫ, тип уйлайым. Кешеләр, ер аҫты һыуҙары өсөн зыян бар, шуның арҡаһында Талҡаҫ күле лә зыян күрәсәк, тип белдерә. Минең белеүемсә, проект буйынса алтын үҙләштереү 40 метр тәрәнлектә генә буласаҡ. Табылған руда Семеновск байыҡтырыу фабрикаһына оҙатыласаҡ. Тимәк, Түбә ауылы янында бер ниндәй ҙә эшкәртеү эштәре алып барылмаясаҡ. Ер аҫты һыуҙарына килгәндә, гидрогеологик эҙләнеүҙәр, әлбиттә, буласаҡ. Сөнки был эш проектта ҡаралған. Алтын табыу эштәре Талҡаҫ күле, урмандарға зыянлымы икәнен беҙҙең республиканың эксперттары, Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү органдары, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре үҙ фекерен әйтергә тейеш. Шуға күрә ошо өлкәлә эксперт булараҡ, мин Түбә ауылы янында алтын табыу эштәрен башлауҙа хәүефлек юҡ, тип әйтә алам. Үҙемдең районым өсөн, ошо өлкәлә эшләгән геологтар өсөн фекеремде әйтеп китергә хоҡуҡлымын, тигән уйҙамын. Сөнки һәр бер ошондай ер аҫты эшкәртеү эштәре айырым һөйләшеүҙе талап итә. Барыһын да асыҡлау, уртаға һалып хәл итеү өсөн “түңәрәк өҫтәл” үткәрергә тәҡдим итәм. Унда инвесторҙар, район, ауыл хакимиәттәре, Түбә ауылы активистары, контроль-күҙәтеү органдары, экологтар, йәмәғәтселекте йәлеп итеп, асыҡ һөйләшеү, аңлашыу булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына беҙҙең эштәребеҙ алға барасаҡ.