Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
6 Февраль 2020, 17:10

Килешеү төҙөргә ашыҡ!

Баймаҡ районындағы 550 юридик берәмектең 250-һе менән әле булһа килешеү төҙөлмәгән.#национальныепроекты

Баймаҡ район хакимиәтендә “Эко-Сити” төбәк операторы вәкилдәре менән осрашыу үтте. Унда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн килешеү төҙөү мәсьәләләре ҡаралды. Төркөм етәксеһе Роза Бабина белдереүенсә, Баймаҡ районындағы 550 юридик берәмектең 250-һе менән әле булһа килешеү төҙөлмәгән. Был етешһеҙлекте тиҙ арала бөтөрөү бурысы ҡуйылған. Административ Кодекстың 8.2-се статьяһына ярашлы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн килешеү төҙөүҙән баш тартыусыларға штраф һалынасаҡ. Региональ оператор бынан тыш күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт итергә лә хоҡуҡлы.

Читайте нас: