-4 °С
Болотло
Илдә “Ҡый” реформаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Республикала йыл һайын 120 тоннаға тиклем l һәм ll класлы хәүефкә ҡараған ҡалдыҡтар йыйыла. Уға терегөмөшлө лампалар һәм батарейкалар инә. Был төр сүп-сарҙы йыйыу менән шөғөлләнеүсе “РосРАО” предприятиеһы ошондай ҡалдыҡтар менән эш итеүсе берҙән-бер федераль оператор. Бөгөн көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе ойошма менән килешеү төҙөү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтендә документтар туплана. Терегөмөшлө лампалар, батарейкалар, аккумуляторҙарҙы йыйыусы һәм үтилләштереүсе майҙансыҡ Өфөлә урынлашасаҡ.