Башҡортостан Республикаһында “Шыршы – 2019” операцияһы старт алды. Йыл да Яңы йыл алдынан аҡса эшләү маҡсатында бәғзеләр ҡупшыҡайҙарҙы күпләп ҡырҡып һатыуға сығара. Шуның менән тәбиғәтебеҙгә ҙур зыян килтерәләр. Тәбиғәт һағына һеҙ ҙә баҫа алаһығыҙ. Законһыҙ эш итеүселәр хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә ебәрә алаһығыҙ.
Бөгөн республиканың бөтә тарафтарында ла махсус операция иғлан ителгән. Патруллек ойошторолған. Шикле күренгән бөтә машиналар ҙа тикшереү үтә. Законһыҙ эшмәкәрлек иҫбатланған осраҡта граждандарға — 3-4 мең, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум административ штраф янай.
Бынан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр уның суммаһы биш мең һумдан күберәк икән икән «Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ә инде уның буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Әгәр законһыҙ ҡырҡҡан саҡта механизмдар, автомототранспорт, үҙйөрөшлө машина һәм башҡа техника файҙаланылһа, административ штрафтың күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар конфискациялана.
Лилиә ТАКАЕВА.