Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
26 Ноябрь 2019, 17:55

Беҙҙә лә ер тетрәй...

Башҡортостанда тәбиғәт һынауҙары даими булмаһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар булып ала. 18 һәм 19 ноябрҙә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә ике мәртәбә ер аҫты һелкенеүе теркәлгән.

Башҡортостанда тәбиғәт һынауҙары даими булмаһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар булып ала. 18 һәм 19 ноябрҙә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә ике мәртәбә ер аҫты һелкенеүе теркәлгән. Тәүге һелкенеү республика менән сиктәш Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында булған. Мәғлүм булыуынса, ул беҙгә бик яҡын урынлашҡан Сибай ҡалаһынан 18 саҡрым ғына. Магнитуда 2,2 берәмек тәшкил иткән. Икенсе осраҡ 19 ноябргә ҡараған төндө Силәбе өлкәһенең Уй районындағы Кочнево ауылына яҡын урында теркәлгән. Ул Учалы районының Туңғатар ауылына яҡын.

Ошо хаҡтағы мәғлүмәттәрҙе Ҡаҙағстан милли мәғлүмәт үҙәгенең сейсмик станцияһы хәбәр итә.

Читайте нас: