Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
31 Июль 2019, 10:05

Подъезд бысраҡ. Кем ғәйепле?

Күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең проблемалары менән танышыу, “Башҡорт ихаталары” программаһы, башҡа ремонт эштәре нисек үткәрелеүе тураһында танышыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә Төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Юрий Палтусов, ҡаланың ошо йүнәлештә эшләгән ойошма етәкселәре урындағы йорт комитеты рәйестәре менән осрашты ("Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын сиктәрендә). #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Төп проблема – подъезд, йорттарҙы ремонтҡа алған подрядсыларға бәйле булып сыҡты. “Ни өсөн үҙебеҙҙең Баймаҡ кешеләрен эшкә алмаҫҡа? Ситтән килгән кешеләр анан-мынан, этә-төртә эшләй ҙә юҡҡа сыға йәки эш башланып та өлгөрмәй, яңы подрядсыларға мөрәжәғәт итәләр. Уларҙың эшен көн-төн контролдә тоторға кәрәк. Һөҙөмтәлә ни күҙәтәбеҙ: ишек бер яҡтан буялған, икенсе яғынан – юҡ. Подъездың иҙәндәре менән дә шул уҡ хәл: уртаһы буялмай ятып ҡала. Тәҙрәләрҙең бысраҡлығынан ҡотоң осор. Әгәр аҡлау-буяу эштәре башҡарыла икән, һуңынан тәҙрәләр ҙә йыуылырға тейештер бит?“ – тип һорауҙарын теҙҙе йорт комитеты рәйестәре.

Бынан тыш С.Юлаев проспекты, 31- се йорттоң ҡыйығын алмаштырыу, тупһаларҙы ремонтлау, шәхси секторҙа ла матур балалар майҙансыҡтары кәрәклеге тураһында һорауҙар күтәрелде. Уларға подрядсыларҙан эш сифатын талап итеү өсөн килешеүҙәрҙе нисек дөрөҫ төҙөргә, унда ниҙәр мотлаҡ күрһәтелергә тейеш икәнлеге аңлатылды.

Ысынлап та, ҡатлы йорттарҙың подъездарының ни тиклем айырылғанын тояһығыҙҙыр. Ҡайһы берәүҙәренә барып инһәң – тын алырлыҡ түгел, етмәһә сүп-сар туҙып ята, иҙәндәр бысраҡ, ә бәғзеләрендә тупһанан уҡ таҙалыҡ һәм

тәртип башлана, тәмле аш еҫтәренән башҡаны тоймаҫһың да. Ниндәй мөхиттә йәшәргә теләүе, әлбиттә, кешеләрҙең мәҙәнилегенә һәм тәрбиәһенә бәйле. Шуға күрә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларынан тейешлене талап итергә лә, үҙебеҙгә лә йәшәгән урынбыҙҙы бысратмай, таҙартып йәшәп өйрәнергә ваҡыт.