Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Июль 2019, 17:45

Күл буйҙары таҙартылды

Йәштәр комитеты (етәксеһе З.И. Ғүмәров) тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу эшенә әүҙем тотондо. Үткән йома улар Талҡаҫ күлендә “Таҙа яр” тип аталған экологик өмә үткәрҙе. Изге эшкә илленән ашыу кеше ҙур теләк менән сыҡты. Төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, волонтерҙар, Иҫән, Түбә ауылдары халҡы күл ярҙарын таҙартып сыҡты.


Оператив кәңәшмәлә Заһит Ғүмәров айырыуса әүҙем эшләгән район хакимиәте, үҙәк дауахана, психологтар, мәғариф бүлеге, “Ғаилә”, мәшғүллек, халыҡ ижады үҙәктәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Йәштәр лидеры киләсәктә бындай өмәләр даими алып барыласағын белдерҙе.

Тағы бер ҡыуаныслы күренеш – ул халыҡтың үҙ теләге менән (Илшат Мортазин тәҡдим итте) Граф күле буйҙарын таҙартыуы. Изге эшкә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа дәррәү тотондо. Улар тиҙ арала күл буйын таҙартып, ҡыйҙы тоҡтарға тултырып ҡуйҙы. Илшат Мортазин әйтеүенсә, киләсәктә тирә-яҡты таҙартыу буйынса тағы ла ошондай саралар үткәреләсәк. “Беҙҙә һәр эшкә ҡушылырға әҙер, уңған халыҡ йәшәй. Иң мөһиме – ойошторорға ғына кәрәк”, – ти ул.
Читайте нас: