Бөтә яңылыҡтар
Тарих
19 Август 2025, 17:40

Баймаҡ районында бармаҡтары ҡырҡып алынған боронғо һөлдәне тапҡандар

Ул Ишмөхәмәт ҡурғанында ҡаҙып алынған. Ҡаҙыныуҙар барышында археологтар ҡәбер соҡоронда йөҙтүбән ятҡан һөлдәне таба, һул ҡулы ҡорһаҡ аҫтына бөгөлгән, уң ҡулы төньяҡҡа һуҙылған. Ҡулдарҙан айырым ике ҡулдың бармаҡ һөйәктәре табылған, шулай уҡ тубыҡтан түбән аяҡ һөйәктәре юҡ. Бәлки, аяҡтары ҡырҡылғандыр, тип иҫәпләй ғалимдар. Бында башҡа ҡыҙыҡлы әйберҙәр ҙә табылған... 

Баймаҡ районында бармаҡтары ҡырҡып алынған боронғо һөлдәне тапҡандар
Баймаҡ районында бармаҡтары ҡырҡып алынған боронғо һөлдәне тапҡандар

Республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Ишмөхәмәт ҡурғаны – иртә тимер быуаттың ерләү ҡомартҡыһы. Ҡаҙыныуҙар барышында археологтар ҡәбер соҡоронда йөҙтүбән ятҡан һөлдәне таба, һул ҡулы ҡорһаҡ аҫтына бөгөлгән, уң ҡулы төньяҡҡа һуҙылған. Ҡулдарҙан айырым ике ҡулдың бармаҡ һөйәктәре табылған, шулай уҡ һөйәктең тубыҡтан түбән аяҡ һөйәктәре юҡ. Бәлки, аяҡтары ҡырҡылғандыр, тип иҫәпләй ғалимдар. Баш һөйәгенең алғы өлөшөндә бронза уҡ башағы табылған, был башына яраланғанлығын күрһәтә. Аяҡ аҫтында ҡыҫҡа ҡылыс (акинак) ята. Шулай уҡ ҡурғанда ат һөйәктәре ҡалдыҡтары һәм бер бронза уҡ башағы табылған.

Һөлдә торошо, ҡырҡып алынған һәм башҡа үҙенсәлектәр боронғо заманда шамандарға йәки руханиҙарға ҡарата ҡулланылған «зарарһыҙландырыу» йолаһы тураһында һөйләй ала, тип һығымта яһай археологтар.

Был ерҙә ҡаҙыныуҙар дауам итә.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас