Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
27 Июнь , 17:45

Беттәре булмағас

Бет тарағын да белмәйҙәр

Беттәре булмағас
Беттәре булмағас

Һәр замандың үҙ көҙгөһө тигәндәй, был тормошта ниҙәр генә булмаған, ниҙәр генә тарихта ҡала бармаған. Хәҙерге балалар, мәҫәлән, беҙ ҡулланған, беҙгә көн һайын кәрәк булып торған ҡайһы бер көнкүреш әйберҙәренең, эш ҡорамалддарының нимәгә кәрәк булғанын инде белмәйҙәр. Беҙ уҡыған саҡтағы ҡара һауыттары, перо ҡуйып яҙа торған ағас ручкалар, плакат перолары, радиоалғыстар, сүкеш - түштәр, тәгәрмәс туғындарә - һанай китһәң, күп, бик күп улар, осона сығырлыҡ түгел.
Ә бына ошондай тараҡтар менән сәс ала торған машинкалар булмаған өйҙәр юҡ ине беҙ бала саҡта, беҙҙең балалар бала саҡта. Ҡатын - ҡыҙҙарҙың төрлө - төрлө, матур - матур кәкере тараҡтары була торғайны. Ә "бет тарағы" тигән тараҡтар өй беренсә бар ине. Бүрәнә ярыҡтарына ҡыҫтырыулы тора инеләр күбеһнсә. Бер яғындағы рәтендә тештәре эрерәк - сәстәрҙе тәүҙә яҙып алыу өсөндөр, күрәһең, йә ҡалын сәстәрҙе тарарғалыр. Ә икенсе рәтендәгеләре - вағыраҡ. Ә инде "Бет тарағы" тип әйтеү бер кемдә лә ниндәйҙер оялыу, уңайһыҙланыу тыуҙырманы ла, шикелле.
Был тараҡтарҙы мал мөгөҙөнән йә һөйөктән эшләйҙәр, ти торғайнылар. Шулайҙыр, сөнки элек ҡырҡтартмасылар йөрөй торғайны ауылдар буйлап егеүле ат менән. Иҫке - моҫҡо кейемдәрҙән тыш, мал һөйәге, мөгөҙҙәре лә йыя инеләр.
-Йыйырға ҡушалар, ыздавайт итәбеҙ, - ти торғайнылар.
Шундай тараҡтарҙың "мөгөҙ тараҡ, һөйәк тараҡ"тигән атамалары булды. Ана шуларҙа үҙенән сыҡҡан сәйер һүрәт - һыҙаттары бар ине. Ҡабырсаҡтарҙан эшләнгән һиҙәптәрҙәге(төймәләр) кеүек, үҙҙәренә генә хас төҫтәре бар ине. Тараҡты ҡояшҡа улай ҡуйып, былай бороп, ошо һыҙаттарҙы ҡарарға ярата инем мин. Йә һарғылт, йә аҡһыл, йә ҡарағусҡыл тоноҡ төҫтәре сағылйып китә . Бындай төҫтәрҙең "перламутр төҫ" тип аталғанын, перламутр - диңгеҙ ҡабырсағы эсендәге ынйы төҫөнә барып тотоаша икәнде аҙаҡ белдем, әлбиттә. Ана бит ул!. Бет тарағы, имеш... Бик кәрәкле һәм ҡәҙерле монаят булды ул тараҡтар. Тешен һындырһаң - әрләнәһең. Аҙаҡтан пласиик материалдан да сығара башланылар бындай тараҡтарҙы, әммә уларҙың теше төтмәй ине ниңәлер. Мөгөҙ түгел бит инде ни тиһәң дә.
Ә малайҙарҙы сәсен машинка, тип аталған сәс алғыс ҡырҙы. Малайҙар өсөн был бигүк ҡыуаныслы хәл булмағандыр, сөнки сытырая - сытырая алдлыралар ине сәстәрен. Ҡыҫа, тарта, йолҡа икән сәсте, баҡһаң, көйләнмәгән машинка. Сәс алыу тәртибе ошолай ине - Сәсе еткән малайҙы артһыҙ бүкәнгә ултырталар, сәс алыусы бер ҡулының бармаҡтары менән малайҙың башына баҫа һәм, машинкаһын шыҡ - шыҡ иттереп, йә маңлайҙан елкәгә табан, йә киреһенсә, елкә соҡорона түбәгә ҡарай ап - аҡ юл һалып үтә. Маңлай сәсен тап - таҡыр итеп алмай, ҡупшы ғына өлтөк "подполка" ҡалдыртһалар, малайҙар шат, бәхетле. Юғиһә "Лысый башка, дай пирашка!(приожка)!"- тип үсекләшәләр ине балалар. Ә подполка тигәне -поляк теленән килеп инеп, үҙгәртелгән һүҙ. Дөрөҫө - " стрижка под польку", йәғни, поляктарса. Сикә, елкә, соңҡа сәстәрен ҡыҫҡа итеп алып, түбәлә, маңлайҙа сәсте оҙон көйө ҡалдырыу. "Подполка"ны йәш егеттәр, атайҙар ҙа йөрөттө - һәр замандфң үҙ көҙгөһө шул.
БЕТ ТАРАҠТАРЫ, МАШИНКАЛАР... Был да беҙҙең тарих. Ҡәҙерле хәтирә.

Т.Ә.Вәлиева.
Байым.
23.06.24.

Беттәре булмағас
Беттәре булмағас
Беттәре булмағас
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: