...1958 йылдың яҙы. Тап шул осорҙа район хужалыҡтарының художество үҙешмәкәр коллективтары араһында электән һаҡланып килгән традиция буйынса бер-береһенә эстафета тапшырыу бара. Беҙгә күрше булған “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы “Ҡыҙыл Окатябрь” хужалығы ағзалары алдында концерт номерҙары менән сығыш яһарға килгәйне. Дүрт ауылды берләштергән колхоздың Муллаҡай клубы халыҡ менән шығырым тулы. Дәртле йыр-бейеүҙәрҙән мәҙәниәт усағы гөрләп тора. Шул саҡ конферансье: “Сәхнәлә – Икенсе Этҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы Азамат Тажетдинов. Ул Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһын яттан һөйләй”. Шаулап торған зал шул саҡ кинәт тынып ҡалды. Сәхнәгә уртаса мыҡты кәүҙәле, ҡара ҡуйы сәстәрен артҡа тараған егет килеп сыҡты ла хас поэма геройына оҡшатып, аһәңле, көр, сағыу тауышы менән әҫәрләнеп һөйләй ҙә башланы. Сығышын тамамлауы булды, клубҡа йыйылған халыҡ аяғүрә баҫып, уны оҙаҡ алҡышланы, ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырып сығарҙы.
Һүҙ ҙә юҡ, тамашасылар ошондай сығыштарҙы күптән көтә ине. Миңә ҡалһа, Азамат Тажетдиновтың сәхнәгә сығыуы концерттың кульминацион өлөшө булды.
Азамат Әғзәм улы “Үлмәҫбай” поэмаһы менән артабан район мәҙәниәт йортонда смотрҙы йомғаҡлау өлөшөндә сығыш яһап, үҙен һүҙ оҫтаһы итеп танытты һәм тәүгеләрҙән дипломант исеменә лайыҡ булды.
Һуңғараҡ, үткән быуаттың етмешенсе йылдарында икебеҙҙең дә район һәм республика матбуғатында хәбәрҙәребеҙҙең донъя күреүе, район эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең йыйылыштарында ҡатнашыуыбыҙ бер-беребеҙҙе яҡындан күреп-белергә булышлыҡ итте.
Партия хакимлыҡ иткән осорҙа матбуғатҡа иғтибар һәм ихтирам ҙур булды. Юҡҡа ғына И.В. Сталин “Печать – самое острое и сильное оружие нашей партии”, тип әйтмәгәндер. Район партия комитетының ултырыштар залында йыл да район эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең йыйылыштары үткәрелде һәм Өфөлә уҙасаҡ съезға делегаттар һайланыр ине. Бына шул сираттағы йыйылышта минең күптәнге танышым, ҡәләмдәшем Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың сығышы күптәргә өлшө һәм оран булып яңғыраны. “Гәзиттә ҡайһы бер осраҡта юҡ бар ғына материалдар урын ала, ә иң мөһимдәре ситтә ятып ҡала. Шуға күрә лә киләсәктә етешһеҙлектәрҙе аныҡ миҫалдар менән асып һалайыҡ, баҫылған хәбәрҙәребеҙ ваҡытында тикшерелһен, ғәйеплеләргә мәлендә сара күрелһен”.
Әлбиттә, йыйылыштан һуң залға сығып, әңгәмәләшеп алыу, аралашыу тәбиғи күренеш ине. Азаматтың сираттағы сығышынан һуң фәһемле тәҡдимдәре өсөн йәше лә, олоһо ла уның ҡулын ҡыҫты.
Азамат Әғзәм улы һәр саҡ асыҡ ҡарашлы булыуы менән айырылып торҙо, йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китәмне. Уның менән аралашҡан дуҫ-иштәренең, яҡындарының, хатта ят кешеләрҙең һорауҙарын, үтенестәрен кире ҡаҡманы, һәр береһен иғтибар менән тыңлап, кәңәштәрен бирер, кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙыр ине. Шуға күрә лә уны күптәр үҙ итте, ололаны. Ябай уҡытыусынан РОНО инспекторы, мәктәп директоры вазифаһына күтәрелһә лә, А.Тажетдинов ябай, эскерһеҙ булып ҡалды, коллегалары менән һәр саҡ уртаҡ тел тапты.
Икенсе Этҡол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнгәс тә ул яңы мәктәп төҙөтөү уйы менән яна башлай. Күптән төҙөлгән бина хәҙерге заман талаптарына яуап бирмәй ине. Класс кабинеттарының тар булыуы, мебелдәрҙең иҫкереүе лә уҡытыу-тәрбиә процесына кире йоғонто яһаны. Барыһы ла финанс мәсьәләһенә бәйле икәнен йәш директор алдан уҡ тойомлағайны. Тап шул йылдарҙа күп кенә мәктәптәр колхоз-совхоздарҙың ярҙамы менән төҙөлә башлауын үҙ күҙҙәре менән күргән Азамат Әғзәм улы ул ваҡыттағы “Урал” колхозы рәйесе Зәки Тимербаевҡа үҙен борсоған һорау менән мөрәжәғәт итә. “Бик изге эш менән килгәнһең, Азамат Әғзәмович. Ауыр булһа ла, яңы мәктәп төҙөүҙе бергәләп атҡарып сығырбыҙ, тип уйлайым. Беҙҙең балаларыбыҙ заманса, иркен бинала белем алырға тейеш”, - тип Зәки Әхмәтвәли улы мәсьәләне ыңғай хәл итә.
Колхоздың финанс хәле әллә ни шәптән булмаһа ла, һәр саҡтағыса тәүәккәл эш итеп өйрәнгән идара рәйесе яҡын арала төҙөлөш өсөн ағас материалдарын юллап та ала. Ә инде Азамат Тажетдиновҡа мәктәп төҙөү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Өфө юлын аҙ тапарға тура килмәне. Электән үк ныҡышмал, тырыш, ойоштороу һәләте булыуы был тәңгәлдә уға ныҡ ярҙам итә. 1974 йылда иҫке мәктәп урынына заманса төҙөлгән яңы бина файҙаланыуға тапшырыла. Йәмәғәтселек, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылар колхоз идараһына, директорға оло рәхмәттәрен белдереп, яңы уҡыу йылын ең һыҙғанып башлап ебәрә.
Азамат Әғзәм улы менән миңә бергә эшләргә тура килмәне. Әммә беҙгә төрлө йыйындарҙа, сараларҙа бергә күп тапҡырҙар ҡатнашырға, уртаҡ уйлы һәм фекерҙәш булып сығыш яһарға тура килде. Ана шундай оло йыйындарҙың береһе – 2006 йылда бөйөк мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, ишан Ғабдулла хәҙрәт Сәйетовтың тыуыуына 170 йыл тулыу уңайы менән Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе Муллаҡай ауылы янындағы “Ҡабаҡҡайын” тип аталған биләмәлә үтте. Был мәртәбәле йыйында күрше райондарҙан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Өфөнән күренекле дин әһелдәре, ғалимдар саҡырылғайны. Унда төп докладсынан һуң һүҙҙе Азамат Тажетдинов алды. Ул бөйөк шәхестең үҙ заманының танылған дин әһеле булыуын, хәҙерге быуын өсөн ниндәй юғары асыштар яһағанын тарихи сығанаҡтар ярҙамында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән иҫбатланы. Бының өсөн Азамат Әғзәм улына республика архивынан тыш күрше өлкәләрҙәге архивтарҙа ла эҙләнеүҙәр алып барырға тура килә. Уның төплө сығышы йыйында ҡатнашыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Әйткәндәй, күп кенә зыялылар, ғалимдар, шәхестең тормошон өйрәнеүселәр Азамат Тажетдиновты трибунанан төшөрмәй уға һорауҙарын бирҙеләр һәм аныҡ яуап алдылар.
Азамат Әғзәм улының төрлө сығыштарын миңә артабан да күп тапҡырҙар тыңларға насип булды. Уның һәр сығышы төплө уйланылған, аныҡ фекерле, эҙмә-эҙлекле факттарға таянған булыуы менән айырылып торҙо. Бында уға ораторлыҡ һәләтенән тыш, төплө белемгә эйә булыуы ла булышлыҡ иткәндер.
Күренекле шәхестәр биргән тыуған төйәгенең тарихын яҙып ҡалдырыу А.Тажетдиновҡа һис тынғылыҡ бирмәй, был изге уй-маҡсатын һәр саҡ күңел түрендә йөрөтә. Бына шул маҡсатын бойомға ашырыу ниәтендә ул 2003 йылда йәнтөйәге булған ауылы тураһында “Беҙ – Байымдар” тигән китабын нәшер итә. Әйтергә кәрәк, китап ауылдаштары өсөн генә түгел, бәлки район йәмәғәтселеге өсөн дә оло ваҡиға ине. Сөнки ошоға тиклем районда үҙ төйәге тураһында белешмә сығарған кеше булманы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Азамат Әғзәм улы ныҡлап ижадҡа тотона. Икенсе Этҡолда төпләнгән кеше булараҡ, ауыл тарихын, уның шәхестәрен ентекләп өйрәнә, улар тураһында материалдар туплай башлай. Һөҙөмтәлә 2005 йылда “Ел-дауылдар аша” исемле күләмле китабы баҫылып сыға. Артабан инде өс һуғышты үҙ елкәһендә татыған, репрессия ҡорбаны булып, күп эҙәрлекләнеүҙәргә дусар ителгән Шәһәрғәзи Ғәбдиев тураһында, уның шиғырҙарын, бәйеттәрен, топонимикаға бәйле материалдарын туплап, 2005 йылда “Шәһәрғәзи сәсән” исемле китабын сығарыуға өлгәшә. Был китап аша беҙ сәсәндең үҙ ауылында уҡытыусы булыуын, ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен үҙләштереүен беләбеҙ, уның бәйеттәрен, шиғырҙарын М. Аҡмулла, Ш.Бабич йоғонтоһонда ижад иткәнен тойомлайбыҙ. Уҡытыусы булараҡ, Ш.Ғәбдиев ауылдаштарын һәр саҡ белемгә өндәгән һәм саҡырған. Шуға күрә лә авторҙың был ижад емеше бөгөнгө уҡыусыларға, ауылдаштарына, ғөмүмән, китап уҡыусыларға оло бүләк ул.
Мин Азамат Әғзәм улы сығарған китабының һәр береһенә анализ яһарға йыйынмайым һәм ул кәрәк тә түгел. Тик был урында шуны ғына әйтергә форсат итәм: автор һигеҙ китап баҫтырып, ауылдаштарын, китап уҡыусыларҙы ғына ҡыуандырып ҡына ҡалманы, ә ғүмер юлдашы Люция Хәйбулла ҡыҙының тыуған ауылы тураһында “Оло юлда Юлыҡ” исемле үҙенсәлекле ижад емеше баҫтырыуға ла өлгәште. Китапта авторҙың тормош юлдашына ҡарата сикһеҙ һөйөүе, мөхәббәте сағыла. “Балаларымдың һөйөклө әнейе, ҡатыным Люциә Хәйбулла ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым” тип китаптың башында уҡ юҡҡа ғына яҙмағандыр автор. Әйткәндәй, Юлыҡ – билдәле шәхестәре һәм тарихы менән дан тотҡан боронғо ауыл. Бик күп архив материалдары йыйып, уны бер китапҡа туплап баҫтырып сығарыу һәр кемдең дә ҡулынан килгән эш түгел. Ысынлап та, үҙ алдына оло бурыс ҡуйып, юғалып барған шәхестәрҙең исемдәрен тергеҙеүгә А.Ә. Тажетдинов көсөн дә, һаулығын да йәлләмәне.
2012 йылда минең “Данлы, ырыҫлы төйәгем” исемле тәүге китабым баҫылып сыҡҡас, район китапханаһында уның исем туйы үткәрелде. Был мәртәбәле сараға бер нисә китап авторы булараҡ Азамат Тажетдинов та саҡырылғайны.Автографым менән тантаналы шарттарҙа китабымды уға тапшырғас ул шулай тине: “Молодец, Салауат ҡоҙа (беҙҙең апайҙар Байымда һәм Ҡолсорала тормошта инеләр, шуға ла ул һәр саҡ миңә ихлас күңелдән ҡоҙа тип өндәшер булды.- автор), үҙ төйәгең тураһында кинәнеп уҡырлыҡ энциклопедик баҫма сығарғанһың.Киләсәктә был китабың һәр кем өсөн өҫтәл китабы булып ҡаласаҡ”.
Эйе, Азамат Әғзәм улының был һүҙҙәре раҫ булып сыҡты. Хәҙер күп шәхестәргә арналған саралар ошо китап ярҙамында үтә.
А.А. Тажетдинов менән оло бер йыйында осрашҡан мәлдә ул миңә бер мөһим мәсьәлә тураһында үҙ фекерен еткергәйне. “Беләһеңме, ҡоҙа, һеҙҙең Ғәбит сәсән һәм беҙҙең Хәмит сәсән булған бит. Мин ошо ике мәшһүр сәсән тураһында материал туплай башланым. Һин дә улар тураһында ололарҙан белгәндәрен һораштыр һәм йыйған материалдарыбыҙҙы туплап, киләһе быуындарға ҡалдырайыҡ әле”. Мин ҡәләмдәшемдең был уй-ниәтен бөтә йөрәктән хупланым һәм күп тә үтмәй был изге эште атҡарып сығыу өсөн эшкә лә тотондом. Үкенескә, Азамат Әғзәм улы менән был осрашыу һуңғыһы булған икән...
Кеше был донъяны ташлап китә, әммә ерҙә уның яҡты эҙе ҡала. А.Ә. Тажетдинов был йәһәттән икеләтә бәхетле. Һөйөклө хәләле Люциә Хәйбулла ҡыҙы менән өс улға һәм ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларға матур тәрбиә һәм белем бирҙеләр, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Нәшер ителгән ижад емештәрен йәмәғәтселек яратып ҡабул итте, улар күптәрҙең өҫтәл китабына әйләнде. Улар киләһе быуындар өсөн алтынға тиң хазина булып хеҙмәт итәсәк әле.
Барлыҡ ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған һоҡланғыс педагог, билдәле яҙыусы, райондың күренекле шәхесе Азамат Әғзәм улы Тажетдинов ғүмерен “үлмәҫбайҙарса” ғорур, намыҫлы үтте, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәре, СССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән баһаланды, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты булып танылды.
Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең изге эштәре онотолмай, исеме халыҡ хәтерендә һаҡлана. Икенсе Этҡол мәктәбенә А.Ә. Тажетдиновтың исемен биреү, йыл да республика кимәлендә уның яҡты иҫтәлегенә арнап ижади конкурс үткәреү абруйлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙә ҙур эш булып тора.
Салауат Мөхәмәтшин,
Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты.