Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
9 Октябрь 2021, 18:35

Хикмәтле хикәйәттәр

Ҡала хөкөмдарын да йоҡо алмай был төндө. Йоҡлап китеүе була, дүрт бәһлеүән төшөнә инеп урын-ерен әйләндерә башлай. Тороп, намаҙ ҙа уҡып ҡарай, әммә был төшө яңынан ҡабатлана...

Хорасан батшаһы Ғабдулла ибн Таһир ғәҙел кеше була. Бер ваҡыт уның ярандары бер нисә юлбаҫарҙы тотоп ала ла, юлда килгәндә үк уларҙың береһен ҡулдан ысҡындыра. Һәм бер аҙҙан аҡланыу ниәте менән уның урынына һуңлап ҡына өйөнә ҡайтып килгән бер тимерсене тотоп килтерәләр һәм төрмәгә ябып ҡуялар. Тотҡонда булыуына ҡарамаҫтан, йыуына һалып тимерсе намаҙға баҫа. Ҡулдарын күтәреп: “Йә Раббым, мине был бәләләрҙән ҡотҡар!”-тип доға ҡыла.

Ҡала хөкөмдарын да йоҡо алмай был төндө. Йоҡлап китеүе була, дүрт бәһлеүән төшөнә инеп урын-ерен әйләндерә башлай. Тороп, намаҙ ҙа уҡып ҡарай, әммә был төшө яңынан ҡабатлана.

Төрмә хужаһын саҡырып ала.

- Тотҡондар араһында ғәйепһеҙ кеше юҡмы?

- Белмәйем, - ти төрмә хужаһы, - береһе намаҙ уҡып, доға ҡылыуҙан туҡтамай, күҙ йәштәрен түгә.

Был кешене алып килергә бойора батша. Килгәс барыһын да һорашып белә, үҙенең ғәйебен танып, ғәфү үтенә:

- Ниндәй үтенесең булһа ла һора,- тип мең көмөш тә бирә.

- Һинең ирекһеҙҙән эшләгән был ғәйебеңде ғәфү итәм, бүләк итеп биргән көмөштәреңде лә алам, әммә үтенес менән килеп йөрөмәм,- ти тимерсе.

- Ни өсөн? -тип аптырай батша.

- Минең һымаҡ бер бәндә хаҡына һинең урын-ереңде, түшәгеңде әйләндереп торған Раббымдан башҡа бер кемдән дә ярҙам һорай алмайым.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: