...1969 йыл. Йылайыр районының “Юлдыбай” совхозында водитель булып эшләйем. Бер үк ваҡытта хужалыҡтың спорт инструкторы бурысын да башҡарам. Февраль айында, ҡурайсы булараҡ, республиканың юбилейы уңайынан үткәрелгән район үҙешмәкәр смотр-конкурсында ҡатнаштым. Конкурстан һуң Өфөнән килгән жюри ағзаһы үҙ янына Иҫке Яҡуп клубы мөдире Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовты, Һаҡтау башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Ғәйнулла ағай Ғәниевты һәм мине саҡыртып алды. Ул: “Март айында беҙ Урал аръяғы ҡурайсыларын Баймаҡ ҡалаһына йыябыҙ, – тине. – Һеҙҙе лә саҡырасаҡтар. Өфөнән музыка белгесе килә. Яңы көйҙәр өйрәтер. 50 кешенән торған ҡурайсылар ансамбле ойошторасаҡбыҙ. Үҙегеҙ менән ҡурай алып килергә онотмағыҙ”.
Әйтелгән ваҡытҡа ҡурай үҫемлектәрен алып, өсөбөҙ Баймаҡҡа юлландыҡ. Бында билдәле ҡурайсы Кәрим Дияров беҙгә ҡурайҙар эшләп бирҙе. Өфөнән килгән оҫта музыка белгесе Абдулла Хәлфетдинов ун көн дауамында “Сыңрау торна”, “Түңәрәк күл”, “Заһита” һ.б. көйҙәр өйрәтте. Репетициялар тамамланыуға Ғата Сөләймәнов килде. Беҙ, ҡырҡлап ҡурайсы, уға үҙебеҙҙең оҫталыҡты күрһәттек.
Март уртаһында Өфөлә инек. Репетициялар дауам итте. Беҙгә, минең иҫләүемсә, Миҙхәт Рәжәпов, Шамил Юланов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, беҙҙең яҡташ Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм бер нисә студент егет ҡушылды. Улар араһында сәнғәт академияһының буласаҡ ректоры Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов та бар ине.
Бер аҙна самаһы бик көсөргәнешле шөғөлләнгәндән һуң БАССР-ҙың 50 йыллығына бағышланған тантаналы йыйылышта сығыш яһаныҡ. Бик оҡшаттылар. Һуңынан беҙҙе сентябрь аҙағына тиклем ҡайтарып ебәрҙеләр.
Көҙ. Комбайнда эшләп йөрөйөм. Ураҡ тамамланмаған әле. Бына, ниһайәт, уңыш йыйылып бөтөп, комбайн ҡышҡылыҡҡа ҡуйылды. Был ваҡыт эсендә Өфөгә саҡырыу ҡағыҙы килгән булған. Эш бөткәс кенә хәбәр иттеләр. Ул заманда баш ҡалаға йөрөү айырым мәшәҡәттәр тыуҙыра һәм күп ваҡытты ала ине. Башта Силәбегә барып, унан Өфөгә юллана инек. Былай ҙа күпкә һуңлағанлыҡтан ярҙам һорап, туранан-тура Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенә мөрәжәғәт иттем. Һөҙөмтәлә Баймаҡтан Өфөгә самолетта осорға тура килде. Өс көнгә һуңлап килеп еттем. Яңғыҙымды “Башҡортостан” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Икенсе көн иртәнсәк сәғәт 9-ға репитицияға барырға тейеш инем. Әммә йоҡлап ҡалғанмын. Ураҡ, юл мәшәҡәттәре үҙенекен итте. Ваҡытында килмәй, етмәһә йоҡлап ҡалған өсөн Абдулла ағай Хәлфетдинов ныҡ ҡына әрләне инде, әлбиттә.
Мәҙәниәт көндәрендә ҡатнашыу өсөн Ленинградҡа 1200-ҙән ашыу кеше барҙыҡ. Ҡурайсыларҙың бөтәһен дә айырым вагонға урынлаштырҙылар. Араларында иң йәше мин (21 йәш). Башҡалары – өлкән ҡурайсылар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары. Беҙҙең арала тракторсылар, малсылар, комбайнсылар, водителдәр, урман ҡырҡыусылар, уҡытыусылар бар ине.
Ленинградта бик йылы ҡаршы алдылар, баштан аяҡ кейендерҙеләр (костюм, күлдәк, галстук, туфли һәм елән). “Октябрьский” ҙур концерт залында сығыш яһаныҡ. Бынан тыш ҡурайсылар бер төркөм артистар менән Кронштадтағы Офицерҙар йортонда ла концерт ҡуйҙы.
Беҙҙе кинохроникаға төшөрҙөләр. Эш иртәнән төнгә тиклем барҙы. Мөһабәт залда башҡорт аштарынан һығылып торған өҫтәл артында ултырабыҙ. Әңгәмә ҡорабыҙ, ҡурай уйнайбыҙ. Әммә ашарға ярамай. Бер нисә мәртәбә төшөрҙөләр, хатта төшкө ашҡа ла ебәрмәнеләр. Тәнәфес ваҡытында тәмәке тартҡан ергә бер ир килеп инде лә: “Беҙҙе ашатмайынса һынайҙар бит, егеттәр!” – тине. Мин уны-быны уйлап тормайынса: “Әйҙәгеҙ, улай булғас, эстәребеҙҙе ялайыҡ, асығыуыбыҙ үтер”, – тинем мәрәкәләп. Ул, көлөмһөрәп, яурынымдан ҡаҡты ла, сығып китте. Шунда уҡ иптәштәрем миңә үпкәһен белдереп, партия өлкә комитеты секретарынан ғәфү үтенеүемде талап иттеләр. Ул саҡта уның кем икәнен белмәй инем. Ғәфү үтенеү өсөн янына барҙым. Секретарь йылмайып ҡаршы алды ла: “Афарин! Юғалып ҡалманың. Ғәфү үтенеү кәрәкмәй. Был хәлдә бер кем дә ғәйепле түгел”, – тине.
Бына Өфөгә ҡайттыҡ. Ғата Сөләймәнов мине һәм Рәйес исемле Баймаҡ егетен үҙенә саҡырып: “Егеттәр, һеҙ бында ҡалығыҙ! Мин һеҙҙең менән ҡурайҙа шөғөлләнәсәкмен. Тәүге студенттар булырһығыҙ. Дөйөм ятаҡтан урын бирербеҙ”, – тине. Ул мәлдә Өфөлә ҡурай класы асыу һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү тураһында һүҙ бара ине.
Кәңәшләшеү өсөн әсәйемә шылтыраттым. Уның яуабы ҡәтғи булды: “Әртис тә һөнәр буламы!? Ауылға ҡайт!” Мин, әлбиттә, әсәйҙең һүҙен йыҡманым. Һуңынан ауыл хужалығы институтын тамамланым. ВЛКСМ район комитетының икенсе секретары булып эшләнем. Бүлексә зоотехнигы, совхоздың баш зоотехнигы, совхоз директоры, ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген әҙерләү һәм сифат буйынса райондың баш инспекторы булдым.
Әле мин Сибай ҡалаһында йәшәйем. Күңел өсөн әле лә ҡурайҙа, баянда уйнайым. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарам.
Батыр Әхмәтғәлиев,
хеҙмәт ветераны.
Һүрәттә: БАССР-ҙың Ленинградта үткән Мәҙәниәт көндәрендә ҡатнашҡан бер төркөм ҡурайсылар. Икенсе рәттә һулдан өсөнсө – автор.
P.S. Һүрәттәге минән башҡа ҡурайсыларҙың барыһы ла Баймаҡ районынан. Бәлки, үҙҙәрен таныусылар булыр, йә булмаһа туғандары белер.