Йөмһүриәтебеҙҙең 100 йыллығына арналған саралар үтте
Башҡорт Совет Автономияһына нигеҙ һалған, Башҡортостандың үҫешендә мөһим урын биләп торған төбәк булараҡ, үткән аҙнала беҙҙең районда республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы саралар ойошторолдо. Уларҙа БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙың республиканың беренсе баш ҡалаһы – Темәс ауылында башланыуы ла тикмәгә түгел. Республикабыҙ тарихында ҙур роль уйнаған төбәктең халҡыбыҙ яҙмышындағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡунаҡтарҙы Темәскә ингән урында һыбайлы Башҡорт ғәскәре ағзалары образында ҡаршы алыу һәм тарихи объект – Беренсе Башҡорт Хөкүмәте бинаһына ҡәҙәр оҙата барыу ҙа данлы һәм шанлы йылдар ауазын тағы бер ҡат хәтерләтте.
Урындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында ойошторолған тантаналы митингта сығыш яһап, абруйлы ҡунаҡтар Темәс ауылының Башҡорт Совет Автономияһын төҙөүҙә ҙур роль уйнауын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды, Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан улар музейға ҡыҫҡаса сәйәхәт ҡылды.
Артабан Баймаҡта Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы йыйылыш үтте. Унда сығыш яһап, район етәксеһе Фәнис Әминев, был тарихи дата тыуған төбәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята һәм яңы ҡаҙаныштарға рухландыра, тип билдәләне. “Бөгөнгө тантанала районыбыҙҙы ойоштороуға һәм үҫтереүгә күп көс һалған ветерандар ҡатнаша, - тине Фәнис Ғәбдрәшит улы. - Уларҙың намыҫлы хеҙмәте һәм ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлығы менән беҙ үҙебеҙҙең яҡты киләсәгебеҙҙе төҙөйбөҙ. Уларға, шул уҡ ваҡытта төбәк һәм республика мәнфәғәте өсөн ал-ял белмәй эшләүсе башҡа яҡташтарыбыҙға барыһы өсөн рәхмәт белдерәм!”
Үҙенең тәбрикләү телмәрендә Әминә Шафиҡова, Башҡортостан 100 йыл эсендә аяҡҡа баҫыуының һәм үҫешенең ҡатмарлы этаптарын үтте, тине һәм республика тарихында, уның социаль-иҡтисади тормошонда баймаҡтарҙың роле ҙур булыуын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңынан ул “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырҙы. Был юғары наградаға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ғәйзулла Әблүзин, Әбүзәр Ишморатов, Хажғәле Рыҫмөхәмәтов, ауыл хужалығы ветерандары Петр Божеховский, Асия Рәхимҡолова, Әғзәм Салихов, хеҙмәт ветераны, 100 йәшлек юбилейын билдәләүсе Өмөниса Әлмөхәмәтова, дәүләт власы органы ветерандары Әмир Сәйғәфәров, Рим Сырлыбаев, Исмәғил Мөхәмәтйәнов лайыҡ булды. Шул уҡ ваҡытта бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә тәбрикләнде.
Гөлнур Ҡолһарина әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Баймаҡтан урам комитеты рәйесе Булат Солтангәрәев, район производство идаралығының ветерандар советы рәйесе Сергей Журавлев, Үрге Иҙрис ауылы старостаһы, ир-егеттәр ҡоро рәйесе Рәжәп Мөхитов, Темәстән ветерандар советы рәйесе Зәки Изгин, Мерәҫ ауылы старостаһы Фирғәт Рәхмәтуллин, Ишбирҙенән ҡоролтай рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтовтарға Почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Фәнис Әминев оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Икенсе Этҡол ауылы старостаһы Рәфҡәт Ишбулатов, финанс системаһы ветераны Рәмил Сирғәлин, урындағы үҙидара органдары ветераны Радик Юлмөхәмәтовты “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хемәте өсөн” миҙалы менән бүләкләне.
Республиканың данлы юбилейына арналған тантаналы йыйылыш халыҡ ижады үҙәге, район таланттарының ҙур концерты менән тамамланды. Халыҡ ижады үҙәгенең “Йәсмин”, “Ирәндек” ансамблдәре, “Саптар” бейеү ансамбле, Түбәнге Иҙрис ауылының “Йәшлек” бейеү ансамбле, Иҫке Сибайҙан “Яҙгөл” коллективы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсиндың, билдәле йырсы Фәнүр Аралбаевтың сығыштары концерттың йөҙөк ҡашы булды. Шул уҡ ваҡытта халыҡ ижады үҙәгенең икенсе ҡатында күргәҙмә эшләне.