Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
13 Март 2019, 20:07

Көслө рухлы ауыл

Темәс - Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң башҡорттар араһында Рәсәй составында Башҡорт Автономияһын төҙөү идеяһы барлыҡҡа килә. 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур ҡалаһында Карауанһарайҙа Башҡорттарҙың III съезында тәүге Башҡорт Автономияһы төҙөлә. Шул йыйынында З.Вәлиди киләсәктә Темәс - Башҡорт автономияһының баш ҡалаһы буласағын әйтә.Башҡорт хөкүмәтен Ырымбурҙан Баймаҡ районына күсереүҙе 1918 йылдың 18 октябрендә башлайҙар. Күсереүҙе ойоштороу өсөн, хужалыҡ бүлеге начальнигына бойороҡ бирелә.

Башҡортостандың 100 йыллығына арнала
Эште еңеләйтеү маҡсатында хөкүмәт ағзаларының кемдәрҙе күсерергә, уларҙың ғаилә ағзаларының һанын исемлеккә теркәйҙәр. Һәр ғаилә ағзаһы үҙе менән нисә бот ауырлығында багаж (бот 16 кг) кәрәк-ярағын аласағын билдәләйҙәр. Хөкүмәт аппараттарында эшләгән бүлексәләр һәр береһе күпме инвентарҙарын алырға тейеш икәнлеген асыҡлайҙар. 1918 йылдың 7 ноябрендә Баймаҡҡа күсеү тамамлана һәм Бөрйән-түңгәүер кантоны йортона урынлаштыралар. Шул уҡ көндө 6 ноябрь хөкүмәт сығарған 313-сө Бойороҡ нигеҙендә, Бөрйән-түңгәүер идаралығының Баймаҡтан Темәс ауылына күсеүен Ырымбурға хәбәр итәләр.
Бөрйән-түңгәүер кантоны 2 декабрҙә Темәстә урынлашып бөтә. Хөкүмәттең бөтә бүлексәләре лә эш башлай. Колчаҡ власҡа килгәс тә Башҡорт хөкүмәтенең хоҡуҡтарын сикләй башлай. Шул сәбәпле Башҡорт хөкүмәте, әгәр ҙә Рәсәй Башҡортостан автономияһын таныһа, үҙ ҡоралдарын революция дошмандарына - Колчакка ҡаршы йүнәлтәсәген белдерә. Килеп тыуған хәрби-сәйәси хәлде иҫәпкә алып, үҙ ғәскәрҙәренә яҡыныраҡ урынлашыу өсөн, 1919 йылдың 17 ғинуарында кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтен Темәскә күсереү мәсьәләһе хәл ителә.
Хөкүмәтте күсереүҙе тиҙ арала башҡарыу өсөн хужалыҡ мөдире Х.Кәримовҡа йөкмәтелә. Хәлим Әмиров һәм Мөхәмәтдин Әҙеһәмов күсеп барыу урындарын алдан әҙерләү өсөн Темәскә китә. Күсеү 1919 йылдың 20 ғинуарында башлана һәм 24 ғинуарҙа тамамлана.
Хөкүмәттең 86-сы бойороғо нигеҙендә хөкүмәт аппараты, финанс бүлеге менән, Разсохиндың йортона урынлаша. Хәрби етәкселеге бүлеге 3 бүлмәлә кооператив йортонда, хәрби һәм юридик бүлектә шул йортҡа күсә. Хәрби милиция бүлеге - Ҡәйүм Әбдрәхимов, кантон милицияһы - почта, комендант ротаһы - Хәкимйән Мостафин йортона, ҡарауыл бүлеге Бөрйән-түңгәүер ҡаҙыйы Әбүбәкир Хөсәйенов йорттарына урынлаша. Төрмә Әбделмөкмин ауылына ҡуйыла.
1919 йылдың 16 февралендә Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәсҡәр башлығы етәкселәре ҡатнашлығында хәл иткес кәңәшмә уҙа. Ул Темәстә иртәнге сәғәт 10-да башлана ла 23 сәғәт 15 минутта тамамлана. Был кәңәшмә Башҡортостан автономияһының яҙмышын хәл иткес кәңәшмә була. Башҡортостан дәүләтенең Совет власы яғына күсеүе хәл ителә. Совет власы етәкселәре менән һөйләшеү өсөн Өфөгә делегация ебәрелә. Аҙналар буйы көтһә лә, делегациянан яуап юҡ.18 февралдә иртәнге сәғәт 10-да З.Вәлиди 70-се һанлы йәшертен бойороҡ яҙа, халыҡҡа иғлан итә. Ошо көндө Башҡорт ғәскәре Ҡыҙылдар яғына күсә. 1919 йылдың 20 февралендә I Башҡорт хәрби съезы үткәрелә. Башревком һайлана.
2016 йылдың 17 июлендә Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеү тураһындағы Указы баҫылып сыға.
Указ сыҡҡандан һуң хөкүмәт ҡарары нигеҙендә халҡыбыҙ бер быуатлыҡ дәүерҙе уңышлы ҡаршылау өсөн әҙерлек эшен башланы. 100 йыллыҡҡа 100 объект төҙөлә, 100 бөйөк шәхесебеҙҙең хеҙмәттәрен йәш быуынға еткереү өсөн юбилейға бағышлап һәр урында күп төрлө тәрбиәүи эштәр алып барыла.
Ысынлап та илебеҙҙәге тарихи ваҡиғаның башланыуы Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәс ауылында барлыҡҡа килә. Шуларҙың бер нисәһен һанап китәйек.
1. 1919 йылдың 18 февралендә иртәнге сәғәт 10-да Темәс ауылы янында, Зәки Вәлиди яланында, Башҡорт ғәскәре Ҡыҙылдар яғына күсә.
2. 1919 йылдың 20 февралендә Темәстә кантон йортонда, киске сәғәт 16-30 минутта беренсе башҡорт хәрби съезы асыла һәм 21 февралдә иртәнге 4 сәғәт 30 минутта тамамлана. Съезд 12 сәғәт дауам итә. Съезда Башревком һайлана.
3. 22 февралдә Темәстә Башҡортостан хөкүмәте ағзалары төҙөлә, В.И.Ленинға, И.В.Сталинға, Троцкийға телеграмма ебәрелә.
4. Март башында Рәсәй хөкүмәте башлыҡтары менән һөйләшеү өсөн М.С. Кулаев, М.Д.Халиков, А.И. Бикбов, З.Вәлиди етәкселегендә делегация Мәскәүгә ебәрелә. Күп тапҡыр төрлө кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барыла.
5. 1919 йылдың 17 мартында Башҡортостан хөкүмәте файҙаһына һөйләшеүҙәргә нөктә ҡуйыла.
6. 20 мартта Рәсәй хөкүмәте башлыҡтары И.В.Сталин, В.И.Ленин,М.Владимирский, А.Енукидзе һәм Темәс ауылынан килгән М.Халиков, М.Кулаев, А.И.Бикбов Башҡортостан хөкүмәте төҙөлгән тарихи Актҡа ҡул ҡуя. 1919 йылдың башынан бирле М. Халиков Өфөлә алып барған килешеү Мәскәүҙә тамамлана.
7. 23 мартта Совет Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүе тураһында бөтә Рәсәй халҡына иғлан ителә.
Беҙҙең уйлауыбыҙса, бер быуатлыҡ тарихи ваҡиғаны дөрөҫ аңлаған хәҙерге йәштәр һәм оло быуын кешеләре 100 йыллыҡ юбилейға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йыйыласаҡ. Әгәр ошо ваҡиғаны сағылдырған ауылда бер обелиск та төҙөмәһәк, йөҙөбөҙ ҡыҙарасаҡ. Сөнки киләсәк йәш быуындар өсөн матди байлыҡ менән бер рәттән рухи байлыҡ та ҡалдырырға тейешбеҙ. Бөгөнгөсә, кейеҙ баҫып, балаҫ һуғып, янсыҡ тегеп кенә өйрәтеү менән сикләнергә ярамай. Тарихи ваҡиғаларҙы, урындарҙы; тарихи шәхестәребеҙҙең батырлыҡтарын, хеҙмәттәрен, исемдәрен дә мәңгеләштерергә бурыслыбыҙ. Ошондай изге ниәттәр менән Темәс халҡы 100 йыллыҡҡа әҙерлек буйынса, хөкүмәт ҡарары сыҡҡас та, әҙерлек эштәрен башланы. Беҙҙең төп маҡсат:
-100 йыллыҡҡа Темәс ауылында, обелиск ҡуйып, тарихи урынды, тарихи ваҡиғаны мәңгеләштереү.
-Башҡортостан дәүләтен төҙөү өсөн ҡорбан булған данлыҡлы 60 милләттәшебеҙҙең исемдәрен йәштәргә изге аманат итеп ҡалдырыу. Исемлектә бирелгән 60 ҡәрҙәштәребеҙҙең 5-6-һы ғына сит илгә китеп ҡотолоп ҡалған. Ҡалғандары ғәйепһеҙҙән ғәйепкә тарып, гонаһһыҙҙан гонаһҡа батып, 30 йәштәре лә тулмайынса репрессия ҡорбандары булып атылған. Уларҙы уйлаһаң - йөрәктәр әрней. Беҙ үҙ шәхестәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ.
-Байрам көнө Зәки Вәлиди яланында йәштәрҙән 1,5-2 меңлек һыбайлы ғәскәр туплап, 3 меңлек йәйәүле ғәсҡәр төҙөп, хәрби реконструкция эшләп, халыҡҡа оло байрам күрһәтергә кәрәк.
Темәстең Рапат тауы серле тарих һөйләй.
Рапат тауы Темәс ауылын ике өлөшкә бүлеп ултыра. Тауҙың көнбайыш өлөшөндәге ҡуйы һаҙлыҡтарҙы ярып үтеп Шырҙы, Талашты йылғалары данлыҡлы Һаҡмар йылғаһына ҡушыла. Артабан Һаҡмар йылғаһы Башҡортостан ауылдары буйлап үҙ юлын дауам итә. Тауҙың төньяғында ҡуйы һаҙға терәлеп торған бейек ҡая урынлашҡан. Был тәбиғи мөғжизә йәйендә, ҡышында ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып тора. Рапат тауы Башҡортостан Автономияһы яҙмышына бик ныҡ бәйләнгән. Ш.Бабич ошо төбәктә “Башҡорт халҡына көйлө хитап “ һәм бик күп ижади хеҙмәттәрен ошо төбәктә ижад итә. Йәштәрҙе йыйып шиғырҙар уҡый, йырлай, мандолинаһында ла уйнай, концерттар ойоштора. Бөрйән–түңгәүер кантон башлығы Ш.Хоҙайбирҙин үҙенең изге ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн йәшертен рәүештә ошо ҡая аҫтында 1919 йылда июнь урталарында кәңәшмә ойоштора. Ш.Хоҙайберҙин кәңәшмәлә кемдәр ҡатнашҡанлығын ҡурҡышынан яҙмай. Хәҙер улар билдәле. Йәшертен кәңәшмәлә ҡатнаша: Ш.Хоҙайбирҙин, Хажиәхмәт Унасов, Сөләймән Мурзабулатов, кантондың хәрби комиссары Мөхәмәтйән Булатов, Бөрйән-түңгәүер кантоны мәғариф бүлеге мөдире Әхмәҙулла Ғүмәров, Мөхәмәт-Хәйҙәр Сәғитов. Кәңәшмәлә “һис кисекмәҫтән тәүәккәл саралар күрергә” тигән ҡарар ҡабул итәләр. 25 июндә Темәстә I кантон йыйылышы үтә. Унда “үҙәк совет хакимиәте Башҡортостандың хоҡуҡтарын боҙа, быға ҡаршылыҡ күрһәтергә кәрәк”- тигән ҡарар сығаралар. Йәшертен кәңәшмәне үткәреүгә Башревком һәм БашЦИК ағзаһы Гәрәй Карамышев ҡурҡа-ҡурҡа рөхсәт бирә.
Ленин бабай тыныс халыҡты ҡуҙғыта
Башҡорт халҡы үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы көрәшеп, тик күп ғазаптар кисереп, ҡорбандар биреп 1919 йылдың 20 мартында яулап алған милли азатлығына Ленин бабай балта саба. В.И.Ленин үҙенең 1920 йылдың 19 май ҡарары менән Башревкомдың хоҡуҡтарын сикләй. Башҡорт Автономияһынан губерния яһарға маташа. Хөкүмәт башлығы Зәки Вәлидиҙе властан ситләштерә. Уңайынан файҙаланып, халыҡҡа ауыр һалымдар һалалар. Башҡорт еренә сит яҡтан баҫҡынсылар килеп төпләнә башлай. Власть башына автономияның хас дошманы Г.К. Шәмиғолов килә. Илдә Шәмиғолов-Мансырев диктатураһы урынлаштырыла. Стәрленән килгән Поленов отряды халыҡты талай, ҡыра. Бер сәбәпһеҙ Бөрйән-Тәңгәүер кантоны мәғәриф бүлеге мөдире Әхмәҙи Ғүмәровты, автономия өсөн көрәшкән хәрби комиссар Мөхәмәтйән Булатовты, Башҡортостан автономияһы яҡлы Билал Абдрахмановты 20 февралдә Темәстәге Моталлаптың иҫке йортона төрмәгә ябалар. Уларҙы 23 июлдә кискеһен конвой менән алып китеп Баймаҡтағы таштан төҙөлгән Паленов төрмәһенә ябалар.
Күптә үтмәй Әхмәди Ғүмәровты, Билал Абдрахмановты, Мәхмүтйән Булатовты, Дулат Әлиҙе, Карташов һәм Кузнецовты бер төндә атып шахта соҡорона ташлайҙар. Бөрйән-Тәңгәүер кантисполком ағзалары Дулат Али, Кузнецов, Карташов, Ырымбурҙан килгән Капкаев тарафынан ҡулға алынып, Поленов ҡулына тапшырылған коммунистар була.
“Бандит” ,“Ат ҡарағы” бикләнгән төрмә
1950 йылда мин Темәс педучилищеһына уҡырға килгәндә бинаға ҡаршы көньяҡта, хәҙерге мәсеткә юл аша ҡаршы, Пешковтарҙың кәртәһе артында эре ҡарағай бүрәнәләрҙән төҙөлгән иҫке бер ҙур йорт бар ине. Беҙҙең менән бергә уҡыған, ятаҡта бергә йәшәгән фронттан ҡайтҡан Мансур Ғәлиев, Рәфҡәт Лотфуллин, Тимерғәле Бүләков һ.б. ағайҙар тәнәфес ваҡытында уҡытыусыларҙан йәшенеп тәмәке тартыу өсөн буш өйгә йөрөнө. Мин дә, тәмәке тартмаһам да ағайҙарға эйәреп, буш өйгә бер-ике барҙым. Өй ҙур, бейек таш нигеҙгә ҡоролған, ләкин ташландыҡ хәлдә. Темәстең оло урамында йәшәгән класташтарым: Мөрит Салихов, Айҙар Хөсәйенов, Айҙар Лоҡманов, Риза Ғәлимов, Рауил Исҡужин “ул йортҡа барырға ярамай”, тип иҫкәртте. “Ул йортҡа “бандит” ,”ат ҡарағы” Хажиахмәт Унасовты бикләп тотҡандар. Ул үҙенең дүрт иптәше, ике милиционер төрмәнең нигеҙ ташын ҡутарып ҡасҡандар. Хәҙер ҙә урманда йөрөйҙәр”,- тип мине ҡурҡыттылар
Балалыҡ хисе менән мин бик күп ваҡыт ҡурҡып йөрөнөм. Ҡурҡмаҫлыҡ та түгел шул. Ятаҡта йәшәгәндә, өҫтәлдәге торбалы шәмде һүндергәс I Этҡол яғынан колхоздан килгән: Фәрит Ширмаев, Рәхмәт Ғөбәйҙуллин, Ирмәк Халисов, Әхмәди Фәхритдинов һ.б ауыл тирәһендә йөрөгән ҡасҡындар тураһында ярышып-ярышып һөйләйҙәр. Дөрөҫ, ул ваҡытта ауыл тирәһендә ҡасҡындар күп булды...
Аҙаҡтан асыҡланыуынса, Моталлап исемле кешенең йорто булған. Һуңынан уны төрмә итеп файҙаланғандар. Темәс ауылының билдәле шәхестәре Әхмәди Ғүмәров, Мәхмүтйән Булатов һ.б ауылдаштарыбыҙҙы ошо төрмәнән алып китеп атҡандар. Х.Унасов нисек килеп эләккән был йортҡа? Кемдәр ҡушҡан уға “Бандит”,”Ат ҡарағы” тигән ялған исемдәрҙе?
Ленин бабайҙың 15 майҙа сығарған ҡарары нигеҙендә Башҡортостан халҡы һәр төрлө ҡыҫырыҡлауҙарға, сикләүҙәргә дусар ителә. Сит яуыздар башҡорт ерҙәренә күсенеп килә башлай, юҡ-барға бәлә тағырға әҙер тора. Сарапуль урыҫтары (Яковлевка) Х.Унасовҡа, беҙҙең аттарҙы башҡорттар урлағандар тип яла яға. Аңын-тоңон белмәгән ситтән килгән милиционер Хажиәхмәт Насыровты Темәс төрмәһенә килтереп яба. Унасовҡа “Ат ҡарағы”,”бандит” тигән ялған исем тағалар. Ябай халыҡ та, эштең асылына төшөнмәйенсә тәүге ваҡытта Хажиәхмәт Унасовтан ҡурҡалар. Рапат тауындағы кәңәшмәнән һуң тәжирбәле С.Ш.Мурзабулатов тиҙ арала халыҡ ғәскәре туплай һәм регуляр армия итеп төҙөп өлгөрә. Хажиәхмәт Унасовты ғәскәр башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Тәүге ваҡытта Х.Унасовтың азатлыҡ ғәскәрендә ябай ғына ҡоралланған, хәрби әҙерлек үтмәгән 7 генә яугир була. Тәү башлап азатлыҡ яуын партизандар хәрәкәте рәүешендә башлайҙар, башҡорт халҡын аҫып-киҫеп йөрөгән поленовсыларға һөжүм итәләр.
Башҡортостандың 13 кантонының ун берендә яңынан азатлыҡ яуы башлана. Бәләкәй осҡондан башланған азатлыҡ яуы Башҡортостанды ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе яулап алыу ҡурҡынысы менән янай. Башҡортостанда ғына ун бер кантон биләмәһендә азатлыҡ хәрәкәте ҡупҡан. Девизия командиры Х.Унасовтың командаһында 40 меңдән ашыу ғәскәр тупланған. Башҡортостан сиктәренән тыш Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә халыҡтар азатлыҡ яуына күтәрелә.
Тамбов өлкәһендәге Антонов 50 меңлек ике армия туплай. Азатлыҡ яуы Урал буйы, ҡаҙаҡ далаларын яулап ала. Ишем, Барабинск, Канск, Татарск, Тобольск, Петропавловск ҡалалары халҡы ла изге яуға ҡушылалар. Аҙ милләтле халыҡтар үҙҙәренең милләтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын динен һаҡлап алып ҡалыу өсөн “Коммунистарһыҙ дәүләт” булһын тигән лозунгы күтәреп сығалар.
Рәсәй ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Башҡортостанда Шәмиғолов диктатураһы, азатлыҡ хәрәкәтен туҡтатыу еңел булмаясағын аңлайҙар. Ҡан ҡоймайынса халыҡты тынысландырыу өсөн Мәскәү хужалары Польша ерҙәрендә һуғышып йөрөгән Муса Мортазин ғәскәрен саҡыралар. Ике яҡтың осрашып килешеүе, һөйләшеүе Темәс ауылында була. Һөйләшеүҙәр бер-нисә көн дауам итә. Хажиәхмәт батыр үҙ ҡулы менән ҡоралын һала. Ғәскәре лә ҡоралын ташлай.
1920 йылдың ноябрь аҙаҡтарында ике-ара килешеүгә ҡул ҡуйыла. С.Ш. Мурзабулатов “бандитлыҡ” ләҡәбенән арындырыла. Был азатлыҡ яуы “Башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте”- тип таныла һәм иғлан ителә. Башревком һәм Баш ЦИК ағзаһы Гәрәй Карамышев тарафынан баш күтәреүселәргә аминистия юллап алып бирелә.
Азатлыҡ яугире–Хажиәхмәт Унасовтың һуңғы төйәге.
Азатлыҡ яуы етәксеһе Хажиәхмәт Унасов ғәскәре менән ҡоралдарын һалһа ла, ҡайһы бер командирҙар тиҙ генә ҡоралдарын һалырға теләмәй. Симонов бригадаһы һәм махсус өгөтләү комиссияһы Темәскә килеп һөйләшкәс кенә башҡа командирҙар ҙа ҡоралдарын һалырға һәм Стәрлетамаҡҡа барырға ризалаша. Стәрлетамаҡҡа юлға сыҡҡас ҡышҡы буранда, төн уртаһында Тәкәһуҡҡан ауылы янында Хажиәхмәт батырҙың ғүмере өҙөлә. Уны атып, муйынынан салып ҡар өҫтөнә ташлап китәләр. Яҙғыһын мәйетте табып алып Тәкәһуҡҡан зыяратына ерләйҙәр. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса уға әжәл ҡылыусы итеп, ул дәүерҙә милицияла Насыров менән бергә эшләгән - “Унасовтың тиңдәше-көндәше”- тип иҫбатлайҙар. Бәлки шулайҙыр ҙа, халыҡ мәҡәлендә, ”Батыр үлеме ҡатындан тиҙәр бит”. Әгәр был һүҙҙәр дөрөҫ булһа, әжәл ҡылыусы фронттан ҡайтҡас Һаҡмар ауылында ғаиләһе менән йәшәй.
Шуға күрә 100 йыллыҡ уңайынан, тарихи урынды мәңгеләштереү өсөн, йәшертен кәңәшмә уҙғарылған Рапат тауындағы ҡаяға – Хажиәхмәт Унасов ҡаяһы тигән исем биреүҙе тәҡдим итәм.
Сәлимйән Вәлиев, РФ мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Темәс ауылының почетлы гражданины, “Атайсал” клубы рәйесе
Читайте нас: