Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
10 Ғинуар 2019, 17:36

Башҡорт гәзите ҡасан сыға башлай?

Башҡорт гәзите ҡасан сыға башлаған? Архив материалдары был турала нимә һөйләй. Был турала сайттан уҡығыҙ.

Кеше яҙмышы кеүек үк, гәзит-журналдың да үҙ тарихы, үҙ ғүмере бар. Архив бүлмәләрендә эҙләнеүҙәр менән ултырғанда, тыуған яғыңа бәйле тарихи мәғлүмәткә юлыҡһаң, ана шул тарихи яҙмыш хаҡында уйландыра башлай. Күптән түгел Өфөләге матбуғат архивында 1931 йылда сыға башлаған башҡорт телендәге Баймаҡ район гәзите “Ҡыҙыл Баймаҡ” ҡулыма килеп эләкте. Баҫманың алтынсы һаны. Үкенескә, тәүге һаны һаҡланмаған, әммә алтынсы һан – беренсеһенән алыҫ түгел, тимәк, гәзит сентябрь-октябрь айында ғына ауаз һалған, тип фараз итергә мөмкин. Тәүге яуаплы мөхәррире (баш мөхәррире) – Сәғит Мифтахов. Әйтергә кәрәк, башҡорт телендәге баҫма рус телендәге район гәзитенән алдараҡ сыға башлаған. Был мәғлүмәтте лә ҡыҙыҡһынып ҡараным. Рус телендәге район гәзитенең тәүге һаны бер аҙ һуңыраҡ, 1933 йылда ғына донъя күрә. Быны 1965 йылда сыҡҡан “Октябрьское знамя” гәзите лә дәлилләй. Унда, баҫма утыҙ икенсе йыл сыға (Год издания 32-й), тигән яҙыу бар.

Латин графикаһындағы “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзите “Бөтә донъя эшселәре, берләшегеҙ!” лозунгыһы аҫтында сыҡҡан.

Баҫмалағы мәҡәлә исемдәренең тел ябайлығы күҙгә ташлана:

- Колхозлаштырыуҙың бынан һуңғы йылы нисек булырға тейеш. (авторы – Ә.Иҙелбәков); [1]

- Беҙ иген әҙерләүҙе 100% менән үтәнек, ҡалған колхоздарға өлгө булһын! (авторы–“Ҡотло-Булат ағзалары); [2]

- II Этҡол колхозы үҙ көсөн күрһәтте. “Сталин” колхозы, хәҙер эш һиңә терәлде. (авторы – колхоз рәйесе Мөхәмәтйәнов); [3]

- Өлкә партия ҡарары үтәлмәгән; [4]

- Колхозлашыу тураһында мәғлүмәт; [5]

- Мәҙәни революцияны өҙөүҙә һуңғы сиккә еттек. (авторы – Әбүс); [6]

- Һәр бер йортҡа – бер гәзит булһын; [7]

- Баймаҡ комсомолдары хужалыҡ фронтын аҡһата. (авторы – Фәйез); [8]

Заманына күрә халыҡты борсоған һорауҙар, атап әйткәндә, колхозлашыу, уңыш йыйыу, тормошто яҡшыртыу кеүек темалар өҫтөнлөк алған. Фотоһүрәттәр юҡ, әммә бүтән һандарҙа байрамдар уңайынан Ленин, Сталин һүрәттәре менән ҡотлауҙар бар.

Күп иғтибар иғлан, белдереүҙәргә бирелә. Әйткәндәй, гәзиткә яҙылыу тураһындағы иғлан тәүге биттә үк: “Һәр бер йортта бер гәзит булһын”, тигән мәҡәләлә ауылдарҙың гәзит алдырыуына күҙәтеү эшләнгән һәм баҫмаға яҙылыу хаҡы күрһәтелгән:

1 айға – 30 тин;

3 айға – 80 тин;

6 айға – 1 һум 50 тин;

1 йылға – 3 һум.

Гәзит хаҡы – 5 тин. [8]

1941 йылдың июнь айында “Ҡыҙыл Баймаҡ” кириллицаға күсә. Һәм лозунгыһын “Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!” итеп үҙгәртә. Был мәлгә инде мәҡәләләрҙе яҙыу стиле ябайлаша, ошаҡлауҙар, ҡурҡытыуҙар юғала. “Юғары урожай мастерҙары”, “Пар һөрөү эшен киң йәйелдерергә”, “Ҡошсолоҡ фермаларына иғтибарҙы көсәйтергә” [9] кеүек баш аҫтындағы яҙмалар халыҡтың көнкүреше яйға һалына башлауы хаҡында һөйләй. Баҫманың баш мөхәррире булып был мәлдәрҙә Н.Күсәбаев эшләй. Уға тиклем С.Мифтахов, К.Фәхретдинов, Ә.Ҡотлоғужин был вазифаны биләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында гәзит сығып тора, баш мөхәррир вазифаһы өсөн күпмелер мәлдә З.Сәмситдинова яуаплы була. Яҡтыртылған төп тема – совет һалдаты ҡаһарманлығы, райондың һуғыш ваҡытындағы көнкүреше, берҙәмлек. ”Ватаныбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғон күкрәк менән яҡлаясаҡбыҙ!”, “Фашистарға аяу булмаҫ!”, “Ҡатын-ҡыҙҙар трактор менән идара итеүгә өйрәнәләр”, “Ватанды һаҡлау өсөн”, “Бөйөк Сталинға дан!” исемле мәҡәләләр халыҡтың тын алышының, кәйефенең торошон һүрәтләй. Миҫал өсөн Ғ.Сөнәғәтовтың “Ватанды һаҡлау өсөн” шиғырына күҙ һалайыҡ:

Көтөлмәгән хәбәр килде,

Асыу баҫты егетте.

Радио һөйләп бөткәс,

Егет әсәйгә әйтте:

– Тыуған илемде һаҡларға

Мин барам сиккә, – тине,

Еребеҙҙең бер ҡарышын да

Бирмәбеҙ эткә, – тине... [10]

Ауыр һуғыш йылдарында гәзиттең тиражы 1800 экземпляр булып һаҡлана. 1953 йылдың 13 декабренән “Ҡыҙыл Баймаҡ” район гәзите “Коммунизм юлынан” тигән исем менән сыға башлай [11]. 1726 тираж менән сыҡҡан баҫманың баш мөхәрире был саҡта В.Б. Буранбаев була (1952 йылдың авгусында уны баш мөхәррир итеп тәғәйенләйҙәр).

Артабан гәзиттең исеме 1955 йылда “Коммунизм байрағы” итеп үҙгәртелә. Баш мөхәрир урынында С.Күсәбаев эшләй. [12]

1965 йылдан – “Октябрь байрағы”. “Бөгөн беҙҙең райондың “Октябрь байрағы” газетаһының тәүге номеры сыға. Газета дәүләт пландарын һәм социалистик йөкләмәләрҙе уңышлы үтәүҙә, ҡала һәм ауыл хеҙмәтсәндәренең ижади автивлеген, энергияһын промышленность производствоһы продукцияһын арттырыуға, ауыл хужалығы культураларының урожайлылығын һәм малдарҙың продуктивлеген күтәреүгә туплауҙа район хеҙмәтсәндәренә ярҙам итергә тейеш”, тиелә баш һүҙҙә... [13] Артабанғы исем бөгөнгә алып килә: 2000 йылдың 1 ғинуарынан “Һаҡмар” гәзите сыға башлай. Тимәк, районда иң тәүҙә башҡорт гәзите донъя күрә. Шуға ла “Һаҡмар” гәзитен 2000 йылдан түгел, ә “1931 йылда сыға башлай” тип яҙыу дөрөҫ булыр ине.

Рәзилә Ырыҫҡужина,

Ш.Ә. Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре.

Өфө ҡалаһы.

ФАЙҘАЛЫНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ:

1. Ә.Иҙелбәков. Колхозлаштырыуҙың бынан һуңғы йылы нисек булырға тейеш // ”Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6.

2. Ҡотло-Булат ағзалары. Беҙ иген әҙерләүҙе 100% менән үтәнек, ҡалған колхоздарға өлгө булһын! // “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6.

3. Мөхәмәтйәнов. II Этҡол колхозы үҙ көсөн күрһәтте. “Сталин” колхозы, хәҙер эш һиңә терәлде. // “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6.

4. Өлкә партия ҡарары үтәлмәгән. // “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6.

5. Колхозлашыу тураһында мәғлүмәт. // “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6 – 1 б.

6. Әбүс. Мәҙәни революцияны өҙөүҙә һуңғы сиккә еттек. // “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6.

7. Һәр бер йортҡа – бер гәзит булһын. // “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6 – 1 б.

8. Фәйез. Баймаҡ комсомолдары хужалыҡ фронтын аҡһата. // “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1931 йыл, No6 – 4 б.

9. “Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1941 йыл, No47 (1152).

10. Сөнәғәтов Ғ. Ватанды һаҡлау өсөн // ”Ҡыҙыл Баймаҡ”, 1941 йыл, No51 (1156) – 3 б.

11. “Коммунизм юлынан”, 1953 йыл, No1 (1813).

12. “Коммунизм байрағы”, 1955 йыл, No1 (1937).

13. “Октябрь байрағы”,1965 йыл, No1(2976) – 1б
Читайте нас: