Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тантаналар, йыйындар
10 Декабрь 2021, 11:12

Темәстә - "Ете аҙым"

Башҡорт теле көнө уңайы менән республикала иғлан ителгән "Ете аҙым" марафонына ярашлы "Темәс" тарихи-мәҙәни усағы уҡыусылар араһында квест-уйын ойошторҙо. Ул "Башҡорт теле - аҡыл теле" девизы аҫтында үтте. 

Башҡорт теле көнө уңайы менән республикала иғлан ителгән "Ете аҙым" марафонына ярашлы "Темәс" тарихи-мәҙәни усағы уҡыусылар араһында квест-уйын ойошторҙо. Ул "Башҡорт теле - аҡыл теле" девизы аҫтында үтте. 

Уҡыусыларға М.Аҡмулланың шиғырын йыйырға кәрәк ине. Уларға "Әлләсе, "Кубиктар - мәҡәлдәр", "Йомаҡтар аша китап атамаһы", "Шифровка - һандар эсендә хәрефтәр" тип аталған төрлө һынауҙар ҡуйылды. Шулай уҡ билдәләнгән ваҡыт эсендә мәҡәлдәрҙе төҙөү бурысы ҡуйылды.

"Ялҡын" (командиры Артур Ярҡынбаев), "Аҡбуҙат" (Илнур Бастанов), "Алдынғылар" (Ғәҙел Ҡаҙаҡбаев) командалары барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы атҡарып сыҡты. Уларға уҡытыусылары Г.Ф. Яҡупова, С.С. Абдуллин, М.М. Яхина дәртләндереп торҙо. Ә шулай ҙа "Аҡбуҙат"тар сосораҡ булып танылды һәм еңеү яуланы.  


Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем һөнәр берҙән – бер әмәл булыр.

Алтыға унды ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, көн төн булмай,
Белемлелек– арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һисөн булмай.

(М.Аҡмуллы “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”)

Темәстә - "Ете аҙым"
Темәстә - "Ете аҙым"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: