Бөтә яңылыҡтар
Тантаналар, йыйындар
13 Сентябрь 2020, 17:55

Түбә ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәре мөғжизә тыуҙыра

Бөгөн ауылда "Алтын көҙ" күргәҙмәһе үтте.

Темәс психо-неврология интернатына ҡараған Түбә ауылындағы ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәре "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә әүҙем ҡатнашты. Улар йәшелсәләрҙән, емеш-еләктәрҙән әҙерләгән эштәрен ҡуйҙы. Оло йәштәгеләрҙең ҡулдарынан тыуған мөғжизә һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырҙы. Бер-береһенә оҡшамаған, төрлөлөгө менән хайран ҡалдырған эштәргә, ысынлап та һоҡланмау мөмкин түгел ине.

Күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәре Түбә ауыл биләмәһе хакимиәте Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Читайте нас: