-3 °С
Болотло
Бөгөн хөкүмәт президиумында Башҡортостан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирустың таралыуына бәйле Өфөлә Фольклориаданы уҙғармау йәки күсереү ихтималлығын хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, сараны үткәрмәү йәки күсереү тураһында һорау рәсми рәүештә асыҡ ҡала. Аныҡ ҡарар май айында Мексикалағы ултырышта ҡабул ителә.
«Беҙ һаҡлыҡ күрһәтәбеҙ. Әлегә финанслауға тотонмайбыҙ. Уҙғарыу ихтималлығы аҙ», — тип Андрей Назаровтың һүҙҙәрен килтерә «Вести-Башкортостан».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтергә тейеш.