Һаҡмар
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тантаналар, йыйындар
14 Март 2020, 20:55
Ветеранда - ҡунаҡта
Билал ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүзәр Ишморатовтың өйөндә булып, етеп килгән Бөйөк Еңеү уңайынан байрам уҙғарҙы. #национальныепроекты
#героинеизкниг
#75летиепобеды
#проектхәтермәңгелек
#башҡорттелейылы
Билалдар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап "Хәтер мәңгелек" проекты исеме аҫтында тағы ла бер матур сара үткәрҙе.
Билал ауыл биләмәһе башлығы И. Ш. Саптаров, мәктәп директоры Ф. Ф. Садыҡов етәкселегендә делегация Һуғыш ветераны
Әбүзәр Әбүбәкер улы Ишморатовта ҡунаҡта булып хәлдәрен белешеп, матур байрам сараһы уҙғарҙы.
Мәктәп уҡыусылары Айнур Әхмәтовтың ҡурайҙа уйнауы, "Генерал Игзаков" бейеүе, Илгенә Хәйҙәрованың "Көмөш һырға" бейеүе, Юлдаш Булатовтың нәфис һүҙе ветеран өсөн ҙур бүләк булды.
Ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов, уҡытыусылар Дилара Әхмәтова, Раушания Ғайсина, ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һуғыш ветеранына изге теләктәрен еткерҙе.
1927 йылда Һәмән ауылында донъяға килә. Алты класты тамамлағас, туған колхозында эш башлай. Тиҙҙән алһыу таңдар, яҡты хыялдарҙы ҡара һөрөм ҡаплай. Бар илде ҡан илатып Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Әле быуыны нығынып та етмәгән үҫмер Әбүзәргә тиҫтерҙәре менән бер рәттән ауыр эшкә тотонорға, атайҙарының хеҙмәт урынын алырға тура килә. Ауылдың ҡото китә, көн дә һәр ғаиләне яуҙағыларҙың иҫән-һаулығы борсой. Ҡайғылы йөҙлө почтальондарҙы күрмәҫ өсөн һәр кем әллә ниҙәр эшләргә әҙер була. Тик Һәмән ауылына ла ил күргәнде кисерергә тура килә. 1944 йылдың ноябрендә Әбүзәр Ишморатов та ил һағына баҫа. Уҡсылар полкына тәғәйенләнгән йәш егет Японияға оҙатыла. Ҡыҙыл Армия фашистарҙы ҡыҫырыҡлай башлауға ҡарамаҫтан, фашистар ҙа һәр метр ер өсөн ныҡ торорға маташа. Немец илбаҫарҙары менән йөҙгә-йөҙ килеп алышҡан уҡсылар полкы тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Эйе, илен һаҡлаған һалдаттарҙың һуғыштағы һәр көнө генә түгел, сәғәте, минуты ла батырлыҡ. Уҡсылар полкының минометсыһы Әбүзәр Ишморатов та, күкрәген наградалар менән биҙәп, 1951 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ул тыныс тормошта ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә: шофер булып та, башҡа эштәрҙә лә тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ була.Тыныслыҡтың ҡәҙерен белгән ир уҙаманы тормош юлдашы Мәҙинә Вәлиулла ҡыҙы менән ун баланы тәрбиәләп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Уларҙың һәр береһе ата-әсәһен ҡыуандырып, матур тормош ҡорған. Ул балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, хыялдар менән килене Эльвира һәм улы Әсләм Ишморатовтар менән бәхетле йәшәй. Бына ошондай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы, эшһөйәр кешеләрҙән үрнәк алырға, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Әбүзәр Ишморатовҡа тағы бик күп Еңеү таңдарын ҡаршы алырға яҙһын!
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла