Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тантаналар, йыйындар
15 Февраль 2020, 20:30

Фольклориаданың программаһы әҙер

Быйыл Башҡортостанға күп илдән ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Фольклориадала ниндәй байрам саралары ҡаралған? Яуапты беҙҙең сайтта табырһығыҙ. #национальныепроекты

Быйыл Өфө VI Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәк. Ошо көндәрҙә уның программаһы билдәле булды. Был турала республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Сарала ҡатнашыусылар Өфөгә 16 һәм 17 июлдә килә. Тантаналы асыу 18 июлдә “Өфө-Арена”ла буласаҡ.
18 июль бөтә Рәсәйҙә Фольклор көнө тип иғлан ителде: илдең барлыҡ төбәктәрендә фольклор һәм халыҡ ижады фестивалдәре үтәсәк.
19 июлдә баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап - “Башҡортостан” дәүләт концерт залынан “Торатау” конгресс-холына тиклем - ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәге парады үтәсәк.
19 июлдән башлап ике аҙна буйына “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында “Фольклориада йөрәге” үҙәк майҙаны эшләйәсәк. Унда сарала ҡатнашыусылар, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән хедлайнерҙар сығыш яһаясаҡ.
Ябыу тантанаһы 1 августа шулай уҡ амфитеатрҙа үтә. Ошонда уҡ Фольклориада флагын артабан ҡабул итәсәк илгә тапшырыу була. Әлегә ул һайланмаған.
20 июлдән башлап күп илдәрҙең вәкилдәре фестиваль округтарына тараласаҡ. 20-нән 31 июлгә тиклем республиканың һәр муниципаль берәмегендә темаға ярашлы саралар үтәсәк. Башҡортостан ун фестиваль округына бүленгән, береһе – Өфө. Һәр ҡайһыһына ете - ун ил вәкилдәре ебәреләсәк. Сит ил ҡунаҡтарынан тыш, майҙандарҙа урындағы коллективтар ҙа сығыш яһаясаҡ. Мотлаҡ шарт – тере музыка яңғырарға тейеш.
"31 ғинуарға тиклем 85 ил килергә теләк белдергәйне. Уларҙың ҡатнашыуҙарын дәлилләү өсөн ваҡыт булды. 31 ғинуар көтөү мәле үтте һәм исемлектән алты ил төшөп ҡалды: Доминикана, Куба, Малайзия, Оман, Уганда һәм Филиппиндар", - тине Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.
Фестиваль программаһы бик бай. Милли костюмда урам парадтары, концерттар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, уйындар көтә беҙҙе. Бар майҙансыҡтар ҙа берҙәм сценарий буйынса эшләйәсәк. Улар бер стилдә биҙәләсәк: сәхнә, кәсепселәр өсөн тирмәләр, милли уйындар өсөн майҙансыҡтар, парад үткәреү өсөн урамдар.
https://vk.com/wall-104965500_37420
Читайте нас: