Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тантаналар, йыйындар
12 Февраль 2020, 16:35

Ҡолсоралар, афарин!

Кисә балалар ижады үҙәгендә “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының төбәк этабы үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Кисә балалар ижады үҙәгендә “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының төбәк этабы үтте. Унда дүрт райондан фольклор төркөмдәр ҡатнашты. Баһалама ағзаларының тауыш биреү һөҙөмтәһендә, Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгенең Ҡолсора ауылындағы “Йәншишмә” фольклор төркөмө ышаныслы рәүештә еңеү яуланы. Етәксеһе - Р.А. Халиҡова. Икенсе урын – Йылайыр һәм өсөнсө урын Әбйәлил менән Ейәнсура райондары фольклор төркөмдәренә бирелде.

Ҡолсоралар шундай матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Афарин, ҡолсоралар!

Читайте нас: