Бөтә яңылыҡтар
Тантаналар, йыйындар
27 Декабрь 2019, 12:50

"Ҡышҡы моң"дар - Ишейҙә!

Темәс ауылы һәүәҫкәр артистары Ишей ауылында булып, иҫ китмәле бай йөкмәткеле “Ҡышҡы моңдар” тип аталған концерты менән һөйөндөрҙө. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Темәс ауылы һәүәҫкәр артистары Ишей ауылында булып, иҫ китмәле бай йөкмәткеле “Ҡышҡы моңдар” тип аталған концерты менән һөйөндөрҙө. Фәрит ағай Йосоповтың хисле, моңло йырҙары, баянында үҙәктәрҙе өҙҙөрөп уйнауы, Айбулат Ахуньяновтың ҡурайҙа уйнап, көслө, моңло тауышы менән йырлауы, Илгизә Искужина менән Байрас Харисовтың дәртле бейеүҙәре, Темәстең иң оҫта баянсыһы, бейеүсеһе Илдар Имельбаевтың сығыштары ҙур алҡыштарға күмелде. Концертты Миләүшә Ямалова үҙенсәлекле, сихри тауышы менән алып барҙы. Уның шиғырҙары күңелдәргә үтеп инде.

Шундай матур ял минуттары бүләк итеп, ошо концертты тулыһынса үҙе түләгән Ҡыш Бабай - Анатолий Филинға ауылдаштары ҙур рәхмәт белдерә.

Читайте нас: