Тантаналар, йыйындар
25 Декабря 2019, 13:25

Баймаҡтар ҙа миҙал менән бүләкләнде

Рәсәй Федерацияһы Ҡотҡарыусылары көнө уңайы менән Өфө ҡалаһындағы “Торатау” конгресында тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Был мөһим сарала үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, хәүеф аҫтында ҡалғандарҙы ҡотҡарыусыларҙы тәбрикләү сараһы уҙҙы. Улар араһында баймаҡтар ҙа бар. тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәй Федерацияһы Ҡотҡарыусылары көнө уңайы менән Өфө ҡалаһындағы “Торатау” конгресында тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Был мөһим сарала үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, хәүеф аҫтында ҡалғандарҙы ҡотҡарыусылар тәбрикләнде. Унда Баймаҡтан Рита Амантаева һәм ҡаланың 1-се мәктәбе 10 класс уҡыусыһы Эльвина Йәнтүрина ла саҡырылған ине. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы начальнигы Марат Латыпов уларға “Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарғандары өсөн” миҙалын тапшырҙы.