Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡалабыҙҙың төп байлығы – уның халҡы”

“Ҡалабыҙҙың төп байлығы – уның халҡы” тине байрам тантанаһында Фәнис Әминев

Ҡала көнө һәм Металлургтар көнө юғары кимәлдә һәм бик матур үтте. Кистең – йылы, кәйефтәрҙең күтәренке булыуы ла байрамды биҙәп ебәрҙе. Тәүге һүҙҙе район етәксеһе алды.
“Баймаҡ – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ. Нисә йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, йылдар дауамынан һуң да, ул Баймағыбыҙ ҡәҙерле, яҡын булып ҡаласаҡ. Ҡаланың төп байлығы – уның халҡы, маҡсатҡа ынтылыусан, эшһөйәр, изге күңелле кешеләре. Уларҙың тырышлығы менән Баймаҡ күркәмләнә һәм матурая бара. Ҡаланың яҙмышы металлургия производствоһы менән тығыҙ бәйләнгән. Шуға күрә беҙ, металлургтарҙың һөнәренә ихтирам билгеһенән, ике байрамды бергә үткәрәбеҙ. Баймаҡ кәңәшле эш тарҡалмаҫ ҡойоу-механика заводы – бөгөн дә ҡала иҡтисадының ныҡлы нигеҙе. Баймаҡтың данлы тарихында эҙ ҡалдырған заводсылар һәр саҡ халыҡ хәтерендә булыр”, – тине Фәнис Ғәбдрәшит улы. Артабан ул райондың үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған миҙалдар, Почет грамоталары тапшырҙы.

Ҡала биләмәһе башлығы Хәлил Булатов һәм уның урынбаҫары Салауат Ярҡынбаев иң яҡшы коллективтарҙы, төҙөкләндереү конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләне. Баймаҡ ҡойоу-механика заводының производство буйынса директор урынбаҫары Артем Котков алдынғы эшселәрҙе билдәләп үтте. Спорт комитеты рәйесе Вадим Ғәбитов ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары спартикадаһының еңеүселәренә кубоктар тапшырҙы.

Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған Ҡала көнө матур фейерверк менән тамамланды.

Һүрәттә: Абруйлы матбуғат аҡһаҡалы Ғ.Баймурзинға миҙал тапшырыла
Читайте нас: