Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аҫыл йәштәр йыйылған ҡор

Баймаҡ ере быйыл да “Аҫылташ” форумына тырыш, һәләтле йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Сарала Рәсәй, республика төбәктәренән 18 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге өс йөҙҙән ашыу ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашты. Был үҙенсәлекле ҡор йәштәргә үҙҙәрен күрһәтергә, проекттарын яҡларға һәм яңы таныштар табырға ҙур мөмкинлектәр асты.

Шуныһы ҡыуаныслы, өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән сара үҙенең ҡуйған маҡсаттарына ирешә, йәштәр проекттарын яҡлап, гранттар ота. Был йәһәттән яҡташыбыҙ, Башҡортостан “Йәш яҡташтар” берлеге ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматовты өлгө итеп ҡуйырға була.

Шуныһы әһәмиәтле, йыйындың тәүге көндәренән алып аҙағына тиклем Баймаҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев тә йәштәр менән бергә булды. Ул: “Замандан алға китеп фекер йөрөткән йәштәр менән эшләүе беҙгә лә сәм-дәрт өҫтәй. Баймаҡ “Аҫылташ”ты йыл да ҡабул итергә әҙер, һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Тап ошо майҙанда районға, республикаға файҙа килтерерлек, уны алға әйҙәрлек яңы проекттар тыуһын, улар мотлаҡ тормошҡа ашырылһын. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа белемле, маҡсатҡа ынтылышлы, дәртле егет һәм ҡыҙҙарҙы киләһе йыл ошо ерҙә үтәсәк “Урал аръяғы-2020” инвестиция һабантуйында ла көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ беҙгә Бөтә донъя фольклориадаһында сит ил ҡунаҡтары күп киләсәк. Һеҙҙе ул сараларҙа ла көтөп ҡалабыҙ”, – тип ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.

Йәмле тәбиғәт ҡосағында йәштәрҙең береһенән-береһе ҡыйыу фекерҙәре яңғыраны, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле проекттар ҡаралды, тикшерелде, уларға баһа бирелде. Ошондай дәртле, аҡыллы, ихлас ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең булыуы киләсәгебеҙгә оло ышаныс уятты.


Байрас Азаматов, Башҡортостан “Йәш яҡташтар” берлеге ассоциацияһы рәйесе: “Форумға килеүселәрҙән 12 команда төҙөлдө. Улар дүрт көн дауамында проекттар конкурсында сығыш яһап, башҡорт телендә дебат, шулай уҡ фекер алышыу майҙансыҡтарында практик дәрестәрҙә ҡатнашты. Ә кистәрен егетҡыҙҙар өсөн танылған артистар менән бергә күңелле ял да ойошторолдо”.


Илшат Бикҡолов, Башҡортостан Ирекмәндәр үҙәге рәйесе: “Беҙгә “Йәш гвардия”, “Йәш яҡташтар” берлеге, Баймаҡ районы хакимиәте, Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы был сараны үткәрергә ҙур ярҙам күрһәтте. Һәм, әлбиттә, алға ынтылған йәштәр өсөн был ҙур этәргес булып тора. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Йәштәр изгелекте матур эштәре менән ҡайтарыр”.
Читайте нас: