V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышы халҡыбыҙҙың гимны – ҡурайсылар башҡарыуында “Урал” көйө менән асылды. Оло йыйынға фатиха биреү өсөн һүҙ милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы, күренекле башҡорт ғалимы Рәшит Шәкүргә бирелде. “Был мәртәбәле ваҡиға рухыбыҙҙы киләсәккә өмөт менән ҡарарға илһамландыра. Башҡортостаныбыҙҙы Евразия йөрәге тип ололоҡлап телгә алалар. Йыйындың республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы менән тап килеүе айырыуса әһәмиәтле. Үҙ яҙмышыбыҙ өсөн икеләтә яуаплылыҡ тойоп йәшәйек, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау өсөн көс-ҡеүәтебеҙ бар беҙҙең. Күңелдәребеҙ саф, уйҙарыбыҙ яҡты, ниәттәребеҙ изге беҙҙең!” – тине ул.
Ҡоролтай делегаттарын РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина һәм РФ Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Азамат Ҡолмөхәмәтов сәләмләгәндән һуң, төп доклад өсөн һүҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллинға бирелде.
Уның билдәләүенсә, бөгөн донъяла барлығы 2 млн самаһы башҡорт булып, шуның 1 млн 663 меңе Рәсәйҙә, шул иҫәптән 1 млн 172 меңе Башҡортостанда йәшәй. Беҙҙең милләт илдә һан буйынса өсөнсө урынды биләй. Халҡыбыҙҙы милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү өсөн беҙҙең алда ҙур бурыстар тора. Бында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының роле ҙур, ул милләт мәнфәғәтендәге мәсьәләләрҙе әүҙем тормошҡа ашырыу өсөн маҡсатлы эш алып барырға тейеш. Данир Әхмәҙи улы билдәләүенсә, иң һөҙөмтәле эш I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан атҡарылған – унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың күбеһе тормошҡа ашырылған. Ә бына 3-сө һәм 4-се Ҡоролтайҙарҙағы резолюциялар йүнләп үтәлмәгән. “Шуның өсөн халыҡ беҙҙән милләтте социаль, мәҙәни, иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе көтә, – тип белдерҙе Данир Ғәйнуллин. – Алдыбыҙҙа бик күп бурыстар тора. Балаларҙы туған башҡорт телендә уҡытыу – төп проблемаларҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы концепцияһын төҙөй. Уға 400-ҙән ашыу фекер килде. Ошо стратегияны теүәл эшләп ҡабул итеү – беҙҙең бурыс.
Милли кадрҙар әҙерләү, халҡыбыҙҙы эскелектән йолоп ҡалыу, башҡорт матбуғатына ярҙам күрһәтеү, ислам динен таратыу, буш ятҡан ерҙәребеҙҙе файҙаланыу кеүек проблемаларҙы хәл итеү мотлаҡ. Ҡоролтай Башҡортостан кимәлендә “Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан итте, унда еңеүселәр аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк.
Рәсәйҙә иң йәш этнос – башҡорт халҡы. Халҡыбыҙҙың уртаса йәше – 34,9. Балалар һәм үҫмерҙәр һаны буйынса республикала беренсе урында киләбеҙ. Башҡорттар – түлле халыҡ. Тимәк, киләсәккә өмөт бар һәм беҙ милләтебеҙҙе үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ”.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сығышын һәр делегат һәм ҡунаҡ түҙемһеҙлек менән көтөп алғандыр, моғайын. Сөнки милләтебеҙ яҙмышының һәм киләсәгенең иң беренсе сиратта дәүләт кимәлендә хәл ителеүе бәхәсһеҙ.
– Иң беренсе сиратта беҙгә берләшеү һәм артабан үҫеү өсөн етди аҙымдар яһарға кәрәк, – тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Башҡортостан Европа менән Азия араһында урынлашҡан, шуға ла ике ҡитғаның да иң яҡшы сифаттарын алғанбыҙ. Беҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙ етерлек, тарихыбыҙ данлы. Уны тағы ла ентеклерәк өйрәнергә, танытырға кәрәк. Мәҫәлән, Миңлеғәле Шайморатов. Мин күптән түгел легендар комдивтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым. Тиҙҙән М.Шайморатовҡа Совет майҙанында һәйкәл асыласаҡ.
Башҡорттар һәм башҡа халыҡтар бәхетле, етеш тормошта йәшәргә тейеш, бының өсөн иҡтисадты күтәрергә, социаль өлкәгә иғтибар бүлергә кәрәк. Беҙ үҙ еребеҙҙең ысын хужаһы булырға бурыслыбыҙ. Иң беренсе сиратта ауылдарыбыҙҙағы йәшәйеште күтәреү республика Хөкүмәтенең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе буласаҡ. Әле беҙ ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә ең һыҙғанып тотондоҡ, ауылды күтәреүгә киләһе өс йыл эсендә 16,5 млрд һум аҡса йүнәлтергә ниәтләйбеҙ. Артабан да фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙың иҡтисадын нығытасаҡбыҙ, кооперацияны киңәйтәсәкбеҙ, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә, туризмға йөҙ борасаҡбыҙ.
Кешелек капиталын һаҡлау – төп бурыстарҙың береһе. Бөгөн йәштәр күпләп ситкә китә, уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу мотлаҡ. Әле беҙ республикала донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәге асыу өҫтөндә эшләйбеҙ, ул был мәсьәләне яйға һалырға ярҙам итәсәк.
Төбәктәрҙә башҡорттоң матур йолаһы – өмәләрҙе тергеҙеү, экологияны һаҡлау мөһим.
Телебеҙҙе һаҡлау – үтә етди бурыстарҙың береһе. “Башҡорт теле яҡлауға мохтаж”, “Ул ҡурҡыныс аҫтында”, “Башҡорт теле бөтә” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әммә ул иң беренсе сиратта битарафлыҡтан, артыҡ сәйәсәтләштереүҙән, алдан күрә белмәүҙән, эшләй белмәүҙән яфа сигә. Беҙ телебеҙҙе яҡлау мәнфәғәтендә эш алып барабыҙ. Был мәсьәләне Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезында тикшерҙек, гранттар бирә башланыҡ. Ошо көндәрҙә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк-ара конкурсы лауреаттарына Республика Башлығы премияларын тапшырыу тураһында Бойороҡ ҡабул ителде. Уҡытыуҙың иҫке, күңелһеҙ алымдарына алмашҡа интерактив формалар, электрон дәреслектәр, коммуникатив технологиялар киләсәк, тимәк, мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ.
Телде көсләп уҡытырға ярамай, уны модаға индерергә кәрәк. Был бөтөн халыҡ эше. Әҙәбиәтте, театрҙарҙы, милли гәзит-журналдарҙы ситтә ҡалдырмаясаҡбыҙ. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға үҙебеҙ яуаплы.
Бөгөн йәмәғәтселек тарафынан Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы әҙерләнә. Был яуаплы эшкә республиканың Фәндәр академияһын, абруйлы ғалимдарҙы, эксперттарҙы ла йәлеп итеү зарар. Документ төплө уйланылған һәм объектив булырға тейеш.
Беҙгә ныҡлы иҡтисад, бөтөн уңайлыҡтары булған ҡала һәм ауылдар, көслө уҡыу йорттары, заманса һаулыҡ һаҡлау системаһы кәрәк. Уйлап эш иткән, тәүәккәл, эшлекле, яңы үрҙәргә ынтылған башҡорттар кәрәк. Минеңсә, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образы быуаттар төпкөлөнән килгән ата-бабаларҙың аҡыл ҡеүәһе, ихласлыҡ, изге күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ, тырышлыҡ һәм һынауҙар алдында баҙап ҡалмау, йылдамлыҡ һәм заманса үҫешкә әҙер булыу кеүек сифаттарҙан торорға тейеш.
Беҙ мотлаҡ рәүештә яҡшы йәшәйәсәкбеҙ. Алға, Башҡортостан!
Артабан Ҡоролтай делегаттары һәм республика етәкселәре телеүҙәк алдындағы майҙанға йүнәлде – унда тантаналы шарттарҙа Ш.Бабичҡа һәйкәл асылды. Был ваҡиғаны башҡорт халҡы 100 йыл көттө, тиһәк тә хата булмаҫ. Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, бөйөк шағир Шәйехзада Бабич дәүерҙәр ағышында ла милләтебеҙҙең иң арҙаҡлы улдарының береһе булды һәм булып ҡала. Сарала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров, билдәле сәнғәт оҫтаһы Таңсулпан Бабичева, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаттары исеменән шағирә Лариса Абдуллина сығыш яһаны. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары шағирҙың шиғырҙарын уҡыны, ә данлыҡлы “Каруанһарай” төркөмө “Башҡортостан-гөлбостан” йырын башҡарып, йөрәктәрҙе елкендерҙе.
Ҡоролтай үҙенең эшен секцияларҙа дауам итте. “Белем биреү һәм кадрҙар”, “Башҡорт теле”, “Тарих һәм башҡортлоҡ”, “Демография һәм һаулыҡ һаҡлау”, “Медиа һәм киң мәғлүмәт саралары”, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, “Бизнес һәм кооперация”, “Төбәктәрҙәге башҡорттар” секцияларында милләттәштәребеҙ иң актуаль мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне, резолюциялар әҙерләне. Ошо юлдарҙың авторына “Медиа һәм киң мәғлүмәт саралары” секцияһы ултырышында ҡатнашырға тура килде. Бында бөгөнгө проблемалар көн үҙәгенә сығарылды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов әйтеүенсә, әле телевидение өсөн кадрҙар етешмәүе ҙур проблема булып тора. “Йәштәр беҙгә килеп тәжрибә йыя ла республиканан ситкә сығып китә”, – тине ул.
Башҡорт медиа һәм киң мәғлүмәт саралары интернет селтәрендә әүҙем эшләп китергә тейеш, сөнки заман шуны талап итә. Был өлкәгә матди ярҙам кәрәклеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. “Интернет заманы булһа ла, ҡағыҙ баҫмалар һәм телевидение мәғлүмәтте халыҡҡа еткереүсе төп сара булып ҡала”, – тине ултырышта ҡатнашыусылар. Журналистар ҡабул иткән резолюцияла башҡорт матбуғатына яҙылыуҙы ойоштороуға айырым пункт бүленде.
“Демография һәм милләт һаулығы” секцияһында сығыш яһап, РФ Фәндәр академияһы ғилми-тикшеренеү социологик үҙәгенең Башҡортостан филиалы директоры Рим Вәлиәхмәтов, беҙгә һан буйынса борсолаһы юҡ, әммә телде һаҡлау проблемаһы киҫкен тора, тип билдәләне. Миграция мәсьәләһе лә хәүеф менән янай. Йыл да Башҡортостандан 46-47 мең кеше ситкә китә, күпселеге – 29 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар. Былтыр эш эҙләп сит тарафтарға юлланыусылар һаны 161,8 меңгә еткән, был хеҙмәткә һәләтле халыҡтың 8,7 проценты.
“Төбәктәрҙәге башҡорттар” секцияһында Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы Алһыу Сирғәлина шулай тип белдерҙе: “Башҡорттар ерле халыҡ булған төбәктәрҙә лә, бүтәндәрендә лә иң киҫкен мәсьәлә, әлбиттә, телде һаҡлап ҡалыу. Мәктәптәрҙе, уҡытыусылар әҙерләүҙе хәл итергә кәрәк. Рәсәй төбәктәре менән Башҡортостан араһында килешеүҙәрҙе яңыртыу мөһим”.
Халҡыбыҙҙың эшҡыуарлыҡҡа бик әкрен тотоноуы берәүгә лә сер түгел. Был мөһим мәсьәлә Ҡоролтайҙа ла күтәрелде. Эшҡыуарлыҡ буйынса секцияла йәштәребеҙҙе йүнселлеккә йәлеп итеү, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды. Уның резолюцияһында киләһе йылды “Этнотуризм йылы” тип иғлан итеү тураһында тәҡдим дә бар. Пленар ултырышта Р.Хәбиров, Ҡоролтайҙың төп бурыстарының береһе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡайтып ҡалһын ине, тип билдәләне. Радий Фәрит улы эшҡыуарлыҡ буйынса үҙенең урынбаҫарын булдырыу ниәте барлығын да белдерҙе.
Секцияларҙың эше тамамланғас, уларҙа ҡабул ителгән резолюциялар һуңынан делегаттар хөкөмөнә сығарылды. Шуныһы һөйөнөслө, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров уларҙың һәр береһенә туҡталып, үҙенең аныҡ фекерҙәрен белдерҙе, республика Хөкүмәте тарафынан атап үтелгән проблемаларҙы, мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн етерлек ярҙам бүленәсәк, тип вәғәҙәләне.
Халҡыбыҙҙың төп йыйынының тәүге эш көнө Башҡортостан сәнғәт оҫталарының ҙур концерты менән тамамланды. Һуңынан иһә “Ватан” этнопаркында “Самраушоу” йәштәр байрамы ойошторолдо.
29 июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын һәм ҡунаҡтарын Ишембай ере ҡаршы алды – унда “Торатау йыйыны” республика фольклор байрамы үтте. Сарала БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, мәртәбәле яҡташтарыбыҙ һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Иҫ киткес күркәм тамаша булды ул, спорт бәйгеләре, милли уйындар ҙа гөрләп үтте. Беҙҙең райондың “Ылаҡ” уйыны буйынса йыйылма командаһы йәнә берәүҙе лә алдына сығарманы – 1-се урынды алды һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе һайланды – бынан ары ойошманы Искәндәр Юлдашев етәкләйәсәк. Ҡоролтай президиумы етәксеһе итеп БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова һайланды.
Ҡайһы бер етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙың оло йыйыны юғары кимәлдә үтте, ул милләтебеҙ алдында торған иң актуаль проблемаларҙы уртаға һалып тикшерҙе, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Хәҙер инде уларҙы тормошҡа ашыраһы ғына ҡалды.
Баймаҡ–Өфө–Ишембай–Баймаҡ.