Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә”

Республика етәксеһе Ҡоролтайҙа шулай тип белдерҙе

Билдәле булыуынса, 28-29 июндә Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында һәм Ишембай районының “Торатау” геопаркында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда барлығы 600-ҙән ашыу делегат ҡатнашып, шуның яртыһы Башҡортостандан, 157-һе Рәсәй төбәктәренән, ҡалғаны АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль, Латвия һәм башҡа сит илдәрҙән килгәйне.

Шуныһы үҙенсәлекле, делегациялар араһында иң ҙуры Баймаҡ районынан булды. Был оло йыйынға беҙҙән делегат булып район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, мәғариф бүлеге белгесе, райондың йәштәр ҡоролтайы рәйесе Вадим Рәхмәтуллин, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре, “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы Сәрүәр Иҙелбаева, Баймаҡ юл-төҙөлөш идаралығы белгесе Эльмир Аҡбулатов, Бөрйәнйылға башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Динә Юнысова, “Һаҡмар” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин, Сыңғыҙ ауылынан крәҫтиәнфермер хужалығы башлығы Нияз Уразбаев, Ярат ауыл биләмәһе башлығы, райондың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Буранбай Күсәбаев, хеҙмәт ветераны Рәсих Хәмитов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев барҙы. Делегацияны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкләне. Әйткәндәй, делегаттар йыл башында Баймаҡта үткән район башҡорттары ҡоролтайында халыҡ тарафынан һайланғайны.

Милләтебеҙҙең ҙур йыйыны халҡыбыҙҙың батыры Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланып китте. Артабан делегаттар “Торатау” конгресс-холында күргәҙмәләр менән яҡындан танышты, бер-береһе менән аралашты, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырҙы. Шуныһы һөйөнөслө, Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән баймаҡтарҙың йыйынға күпләп килеүе иғтибарҙы йәлеп итте.

Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерацияһының Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, Башҡортостандан РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары ҡатнашты. Йыйында сығыш яһап, Радий Фәрит улы башҡорт халҡы алдында торған бурыстарҙы барланы, уны үҫтереү буйынса үҙенең аныҡ тәҡдимдәрен еткерҙе. “Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә, артабан үҫеү өсөн берләшергә кәрәк”, – тип белдерҙе.

Һуңынан Республика етәксеһе иң арҙаҡлы милләттәштәребеҙгә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙҙың күп булыуы һөйөндөрҙө. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының телен, милли йолаларын, мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға тос өлөш индергәне өсөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Ҡоролтайҙан тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

А. Салауатов.

Һүрәттә: Р.Хәбиров Ришат Ишембәтовты бүләкләй.
Читайте нас: