Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоролтай һәм ир-егеттәр ҡоро рәйестәренең район халҡына мөрәжәғәте

Бөгөнгө төп бурыстарыбыҙҙың береһе – тарихыбыҙҙы өйрәнеү аша милли үҙаңды уятыу. Боронғоһо менән ғорурланған халыҡты берәү ҙә еңә алмай. Беҙҙең көс – тамырҙарыбыҙҙа. Ата-бабаларыбыҙҙың киләсәк быуындар ҙа һоҡланырлыҡ тарихи ғәмәлдәре етерлек. Һәр башҡорт тарихтағы еңеүҙәребеҙ хаҡында белергә, шуға ҡарап рухын яңыртырға, ғорурлығын арттырырға тейеш!

Хөрмәтле милләттәштәр!


Икенсе мөһим маҡсат – аҫабалыҡты һаҡлау. Ул күп быуаттар дауамында башҡорттоң билдәле бер ергә хужа булыу хоҡуғы – милләтебеҙҙе һаҡлап, туплап тороусы мөһим фактор булған. Шуны иҫтә тотоп, һәр беребеҙ тыуған еребеҙҙә нимәлер эшләп өлгөрөргә, ергә нығынып ҡалырға бурыслыбыҙ. Бөгөн кемдер ерҙе һата икән, ул үҙенекен түгел, ә башҡорт ерен һата. Ер һатыусыға һәм быға булышлыҡ итеүсе кешеләргә түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт булдырғанда ғына был хәлде туҡтатып буласаҡ.

Тел – халҡыбыҙҙы халыҡ иткән дә, һаҡлаған да изге төшөнсә ул. Һәр башҡорттан башҡорт телле башҡорт үҫһен. Туған тел – ул аралашыу теле генә түгел. Ул – күңел нуры. Ул – беҙҙең ҡан теле, һәр күҙәнәгебеҙ, ҡан тамырҙарыбыҙ, булмышыбыҙ теле. Ошоно һәр әсәй, һәр атай тойһон ине. Туған телһеҙ кеше – рухһыҙ, зәғиф кеше. Иҫеңдә тот: балаларың һәм ейәндәрең ниндәй милләт телендә һөйләшә – һин шул милләткә хеҙмәт итәһең.

Беҙ – туғанлыҡ тойғоһо көслө булған милләт. Шуға ла миллләттәштәргә үҙ туғаның итеп ҡарарға өйрәнәйек. Был вазифаһына, дәрәжәһенә, эшенә ҡарамай, һәр беребеҙгә ҡағыла.

Заман башҡорто имиджы булдырайыҡ. Башҡорт имиджы – ул башҡорт рухы, башҡорттоң донъяға таралған күңел сафлығы, тоғролоғо, рухи батырлығы. Ошондай күркәм сифаттарыбыҙҙы заманға яраҡлаштыра белергә тейешбеҙ. Белемле, телдәрҙе һәм закондарҙы яҡшы белгән, иҡтисадта балыҡ кеүек йөҙгән, күп аҡса эшләй алған яңы башҡорт образын булдырыу зарурлығы тыуҙы.

Ҡатнаш никахтар
башҡорттоң төп бәләһенә әүерелде. Башҡорт милләте донъялағы бик күп халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең иң көслө һәм күркәм сифаттарын үҙендә берләштерә алған. Беҙ үҙебеҙ генә ошо феноменды баһалап бөтөрмәйбеҙ һәм милләтебеҙҙең ырыуара никах потенциалын файҙаланыу урынына, милләт-ара никахтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Милләт-ара никахтар беҙҙең файҙаға түгел, сөнки ҡатнаш никахлы ғаиләләрҙә, бигерәк тә ҡала шарттарында, башҡорт позицияһы көслө түгел.

Халыҡтың күңелен ҡуҙғатыуҙың, йөрәген уятыуҙың иң йоғонтоло сараһы – дингә ҡайтыу. Башҡорт динде күңеле, йөрәге менән ҡабул итә торған милләт. Башҡорт үҙенең күңеле, ҡылған ғәмәле менән дини асылына тоғро. Рухи ҡыйралыш динебеҙҙән ситләшкәс башлана. Беҙ йөрәктәребеҙҙе уятыусы, халыҡты туплаусы көс асҡысының диндә икәнлеген аңларға тейешбеҙ.

Иң сетереклеләрҙән һаналған мәсьәлә – милли кадрҙар әҙерләү. Кадрҙар сәйәсәтен хәл итеүҙең төп юлы һәм ысулы һөнәри белем алыу өлкәһе менән бәйле. 1000 кешегә тура килгән юғары белемлеләр һаны йәһүдтәрҙә иң юғары булһа, ә яҡуттарҙа һәм бүрәттәрҙә ул 20 проценттан уҙып китте, башҡорттарҙа иһә – ни барыһы 10 процент самаһы ғына. Балаларыбыҙ уҡыһын, Башҡортостан, Рәсәй юғары уҡыу йорттарына инһен, үҙебеҙҙең республикаға милли кадр булып эшкә ҡайтһын.

Ислам тәғлимәте “Уҡы!” тигән саҡырыуҙан башлана. Һәр башҡорт үҙ туған телендә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырырға, уҡырға, улай ғына түгел, шул баҫмаларҙың уның ихтыяжына яуап бирерлек, һорауҙарына яуап табырлыҡ рух сығанағы булыуына өлгәшеү өсөн уларҙың нәшер эшендә ҡатнашырға тейеш. «Башҡортостан», «Йәшлек», «Шоңҡар», «Аманат», «Йәншишмә», «Һаҡмар» һәм башҡа баҫмаларҙы алдырыу, уларҙы халыҡ араһында таратыу – һәр башҡорттоң мөҡәддәс бурысы, сөнки уларҙы юғалтыу телде юғалтыу менән бер.

Меҫкенлек психологияһын күңелебеҙҙән йолҡоп алып ташларға кәрәк. Бахырланыусылар һәр милләттә бар. Беҙҙекеләр халыҡ исеменән бахырланырға яратыусан булыуы менән ҡурҡыныс. “Башҡорт шулай инде...“ тип, халыҡ исеменән меҫкенләнеүҙе ҡәтғи тыйығыҙ. Күңелде төшөрә торған һүҙ – йоғошло сирҙән дә алама. Ялҡаулыҡ, меҫкенлек – кешенең үҙ-үҙен юҡ итеү программаһы ул. Халҡыбыҙ эсә, тип һөйләүҙән туҡтап, “Башҡорт эсмәй”, тигәнгә ғәҙәтләнәйек, ошоно һәр милләттәшебеҙҙең ҡанына һеңдерәйек.

Эскелекте еңеү – башҡорттоң ҙур еңеүе буласаҡ. Бөгөн, белеүебеҙсә, районда, республикала уға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барыла, был йүнәлештә айырыуса беҙҙә эш яҡшы ойошторолған. Бында урындарҙағы ир-егеттәр ҡорҙарының өлөшө айырыуса ҙур. Бына ошо эште бөтөн йәмғиәт менән артабан да дауам итәйек, уны атҡарыуға һәр кемебеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек. Сөнки айыҡ башҡорт – ысын башҡорт, иҫерек милләттең киләсәге юҡ.

Бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың яҙмышы еңелдән түгел. Ауыл ерендә йәшәүселәр эшһеҙлектән яфа сигә, халыҡ аптырағандан ситкә эшкә китә. Был, әлбиттә, бөтөн дәүләт кимәлендәге мәсьәлә, әммә быға беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Бының өсөн халыҡ араһында аңлатыу эше алып барып, йәштәребеҙҙе ауылда ҡалырға күндерергә, уларҙы ауыл хужалығында эш асыуға этәрергә, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға өгөтләргә кәрәк. Был иһә яңы эш урындары асырға булышлыҡ итер ине. Фермер хужалыҡтары, кооперативтар асыуға бөгөн ил һәм республика кимәлендә ҙур дәүләт ярҙамы күрһәтелә, бына ошо мөмкинлекте файҙаланып ҡалайыҡ. Был тәңгәлдә район хакимиәте, уның ауыл хужалығы бүлеге һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә риза.

Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ үҙенең милли йола-традицияларына ныҡ иғтибар бирә башланы, төрлө саралар, байрамдар, милли конкурстар даими ойошторола, ошоғаса билдәле булмағандары тергеҙелә. Был башҡорттоң үҙ асылын, булмышын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға теләүендәлер. Беҙгә ошо хәрәкәтте артабан да әүҙем дауам итергә һәм уға бөтөн йәмәғәтселекте әүҙем йәлеп итергә кәрәк.

Һуңғы осорҙа урындарҙа ир-егеттәрҙең дилбегәне үҙ ҡулдарына алып, ауылдарындағы проблемаларҙы хәл итеүгә бөтөн йәмәғәтселекте күтәреүе маҡтауға лайыҡ. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, ундай патриот рухлы егеттәргә һәр яҡлап ярҙам итәйек, уларҙың башланғыстарын хуплайыҡ, үҙебеҙ ҙә был эштәрҙә әүҙем ҡатнашайыҡ. Сөнки тик беҙ үҙебеҙ генә ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.

Йәмәғәт ойошмаларының милләтте туплауҙағы хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың һәр башланғысын хуплап, ярҙам итеү фарыз. Киләсәктә был хәрәкәтте тағы ла әүҙемләштереү сараһын күрәйек, сөнки улар һәр сараның йөҙөк ҡашы булып тора.

Ҡәҙерле милләттәштәр! Башҡорт халҡының бөгөнгөһө һәм киләсәгенә һәр кемебеҙ үҙ өлөшөн индерһә ине. Битарафлыҡ йоҡоһонан арынып, милләтебеҙ мәнфәғәтендә изге эштәргә тотонайыҡ. Сөнки милләтебеҙҙең яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулда. Шуны онотмайыҡ! Мөрәжәғәт район башҡорттары ҡоролтайы һәм ир-егеттәр ҡоро йыйынында ҡабул ителде.
Читайте нас: