Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға...

12 июнь көнө Аҡтау ауылы гөрләп торҙо. Иртә менән аллы- гөллө кейенеп ошо ауылда тыуып үҫкән, башҡа тарафтарға килен булып төшкән, ситтә төпләнгән ҡатын-ҡыҙҙар килеп төштөләр. Ауыл урамдары шат тауыштарға күмелде.

Беҙ ғәмһеҙ бала саҡты, матур йәшлекте, ата-әсәйҙәрҙең йөрөгән, тапаған һуҡмаҡтарҙы, тыуған йортто, тыуған нигеҙҙе һағынып ҡайттыҡ. Ауылында йорт нигеҙе һаҡланмаһа ла, ауылдаштарын булһа ла күрергә тип ҡайтыусылар ҙа байтаҡ ине. Ауылдаштар беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Байрам алдынан хәлдәренән килгәнсә тырышҡандар, ауылды, йорт -ҡураларын тәртипкә килтергәндәр.

Башҡортостандың, районыбыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәп, оҙаҡ йылдар бер-береһе менән күрешә, осраша алмаған оло апайҙар, әхирәттәр, класташтар, һеңлеләр, йөҙҙәре балҡып, күҙ йәштәре аша йылмайып күреште. Урамдар буйлап үткән ҡунаҡ ҡыҙҙарҙы йорт алдында уңған хужабикәләр сәй табыны әҙерләп, ҡапҡа асып көтөп торҙо. Көйәнтәләп һыуын ташып эскән, ваҡытында бар ауылды туйындырып торған ҡоҙоҡ эргәһендә ағинәйҙәр, матур биҙәлгән көйәнтә, биҙрәләрен аҫып үҫмер ҡыҙҙар ҡаршы алдылар. Теләк теләп, ҡоҙоҡ һыуын эсерҙеләр. Ҡоҙоҡ һыуын ҡунаҡ-ҡыҙҙар кем уҙарҙан көйәнтәләп йырлай-йырлай, көлөшә-көлөшә байрамдың төп өлөшө үткәрелгән урынға йүнәлделәр. Һыу көйәнтәләп барған апайҙарҙың күҙҙәре йәшләнде, бала саҡ, йәшлек хәтирәләре уянды. Ә бар халыҡ уларҙы ауыл клубы алдында көтә ине, йыр-моң менән ихлас әйҙүкләп ҡаршы алды.

Клуб алдында сәхнә эшләнгән, күңелле музыка яңғырай, ҡул эштәре оҫталарының сағыу күргәҙмәһе урын алған. Тәүҙә ҡыҙҙар һуғыш ветерандарына арналған обелискиға венок һалдылар, эргәһенә сәскәләр ултырттылар. Ауыл муллаһы Ниғәмәт ағай Юнысбаев әруахтар рухына бағышлап аят уҡып, йыйынға фатиха биргәс, байрамдың тантаналы өлөшө башланып китте.

Сәхнәгә бер бер артлы ҡыҙҙар, хәҙер инде оло апайҙар күтәрелеп, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Шулай уҡ музыкаль күстәнәс тә әҙерләп килгәндәр ине.

Ҡунаҡ ҡыззар буш ҡайтманылар, байрам барышында ауылдаштарҙың һәр береһенә тиерлек бүләктәр тапшырҙылар: иң олоһона, кесеһенә, юбилярҙарҙарға, тик бишле билдәләренә генә уҡыусы балаларға, күп балалы ғаиләләргә, төҙөк йорттарға, матур ихаталарға, бай баҡса үҫтереүселәргә, ҡул эшенә оҫталарға, ихлас ҡаршы алған инәй-апайҙарға. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған байрамда оло йәштәге инәй-өләсәйҙәр ҙә, еңгәйҙәр ҙә, ситкә китмәй ауылда ҡалып, бынамын итеп донъя көтөп ятҡан ҡыҙҙар ҙа, ауылыбыҙҙы төйәк иткән килендәр ҙә, зыҡ ҡубып уйнаған балалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Хәйер, бүләктәме ней эш. Осрашыуҙар, аралашыуҙар, бала саҡ, йәшлек хәтирәләре һәр кемгә ҡәҙерлерәк ине. Артабан осрашыу мул табын артында дауам итте. Төрлө уйындар ойошторолдо. Ә инде иң шәп, етеҙ ҡыҙҙар бейек Аҡтау башына менеп, таштарҙан ауылдың төҙөлгән йылын яҙып, буяп төшөргә лә өлгөрҙөләр. Афарин, тип кенә әйтәһе генә ҡала!

Көн буйы барған байрам киске дискотека менән тамамланды. Быуындар бәйләнешен нығытыуға йүнәлтелгән сара бик матур булды. Рәхмәт әйтеүсе, ҡыуаныстарын белдереүселәр күп булды. Ғүмерҙәре ситтә үтһә лә, күңелдәрендә матур хәтирә булып ҡалған еләк йыйған, бесән сапҡан ялан-ҡырҙарын,тауҙарын, уйнап үҫкән урындарын онотмаған ҡыҙҙарҙың ҡыуаныуын күреү үҙе бер ҡыуаныс булды. Ҡунаҡҡа килгән бар ҡыҙҙар исеменән беҙҙе һый-хөрмәт, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыусы ауылдаштарыма оло рәхмәтемде белдерәм. Именлектә, тыныслыҡта тағы ла осрашырға насип булһын!!!

Альмира Дәүләтшина.
Читайте нас: