Бөтә яңылыҡтар

ҺАБАН ТУЙЫ – ХЕҘМӘТ ТУЙЫ, ГӨРЛӘНЕ ИРӘНДЕК БУЙЫ

Баймаҡ һабантуйында йыл да ҡуйылған тирмәләр зауыҡлығы менән генә түгел, ә иҫ киткес бай йөкмәткеһе менән айырыла.

Тирмәләрҙә быуат тарихы


Бер һабантуйҙы ла тирмәһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Улар халҡыбыҙҙың борондан килгән тарихын сағылдыра, милли үҙенсәлегебеҙҙе хәҙерге көндәрҙә лә тулыһынса күрһәтә.

Баймаҡ һабантуйында йыл да ҡуйылған тирмәләр зауыҡлығы менән генә түгел, ә иҫ киткес бай йөкмәткеһе менән айырыла. Аҡморон ауыл биләмәһе ағинәйҙәре был байрамға 20 төр ҡоймаҡ әҙерләгән ине. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың күбеһенең барлығы тураһында башҡа ла килмәй ине. Хатта “Ҡәйнәнең уҫал теле” тип аталған ҡоймаҡ та булды. Тирмәгә ингән һәр кем был ризыҡтың төрлөлөгөнә хайран ҡалды. Ағинәйҙәр ыуыҙ ҡоймағына саҡырып, сәй эсереү йолаһын күрһәтеп тә һоҡландырҙы.

Күсей ауыл биләмәһенә ҡараған тирмәлә күберәк тыуған яҡтың тарихына иғтибар бирелһә, ниғәмәттәр һунар шөғөлөн һынландырып иғтибарҙы үҙҙәренә тартты. Һунарсы Рәмил Әлмөхәмәтовтың күргәҙмәһе янынан күптәр оҙаҡ айырыла алмай торҙо. Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе халҡы һәр саҡтағыса бай фантазияһы менән хайран ҡалдырҙы. М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” әҫәрен сәхнәләштергән ишмөхәмәттәр хатта комедияға ярашлы каланча ла ҡуйғандар, ә уның өҫтөндә рәхәтләнеп гармун һыҙҙырып уйнау! Шулай уҡ Фирҙәүес Әминеваның ҡул эштәре, Резеда Әбүбәкированың быймалары, быйма баштары зауыҡлығы һәм төрлөлөгө менән уңған ҡулдарға дан йырланы.

Йомаштар тирмәһендә лә ризыҡ төрлөлөгө һоҡландырҙы. Фәрхәнә Иҫәндәүләтованың дарыу үләндәре, буҙаһы, Зифа Иҫәнованың ҡымыҙы кешеләрҙе янынан оҙаҡ ебәрмәй тотто.

Татлыбай һәм Ҡолсора – һөт ризығы, таулыҡайҙар халыҡ медицинаһына ныҡлы иғтибар бирһә, Беренсе Этҡол тирмәһе боронғоса әҙерләнеүе, һәр күргәҙмәһе үтә лә бай булыуы менән айырылды. Ә инде Зәкиә Сөләймәнованың сигелгән ҡул эштәре, ҡорамалары, балаҫтары күҙҙең яуын алырлыҡ ине.

Ишмырҙа һәм Әбделкәримдең уңғанбикәләре өй шарттарында әҙерләгән йогурттары менән хайран ҡалдырҙы. Башҡа төрлө ризыҡтан да өҫтәлдәр һығылып тора ине. Гүзәл Ғөбәйҙуллина әҙерләгән ҡул эштәре төрлө әкиәт персонаждарына бағышланған ине. Уларҙың янынан балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә оҙаҡ китә алмай торҙо.

Моҡастар тыуған ауылдың ветерандарына, шәжәрәһенә ныҡлы иғтибар бирһә, Түбә һәм бикештәр тирмәһендә лә фәһем алырлыҡ күргәҙмәләр күп ине. Тирмә эсендә Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата үткән тарихыбыҙҙың һәр йылы сағылдырылған ине.

Мерәҫ тирмәһендә Хафизовтар алып килгән ҡолонло бейә янынан да кешеләр өҙөлмәне. Ә инде “Оҫта ҡулдар” түңәрәге, “Етегән” фольклор ансамбленең уңғанбикәләре әҙерләгән ҡул эштәре күргәҙмәһе һәр саҡтағыса сағыулығы менән айырылды. Иҫке Сибай тирмәһендә лә уңған ҡулдар әҙерләгән ҡул эштәре, матур итеп сервировка эшләнгән өҫтәл шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. “Сулпылар” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән аш-һыу күргәҙмәһе төрлөлөгө менән айырылды. Уралбаевтар КФХ-һының ҡымыҙы ла һәр саҡтағыса халыҡты янына йыйҙы. Айырым тәм менән эшләнгән был шифалы эсемлекте әҙерләүҙең серҙәрен Уралбаевтар үҙҙәре генә белә, күрәһең.

Семеновск тирмәһендә районда булған бар таштар тураһында мәғлүмәт алып булһа, яраттарҙа ҡул тирмәне янында туҡтап ҡалдыҡ. Зәйтүнә Нурғәлләмова һәм Флүрә Ҡаскинова талҡан эшләргә өйрәтә ине. Уңған, тилбер ҡулдарҙың ауыр таш тирмәнде еңел генә өйрөлтә алыуы ысынлап та һоҡланғыс күренеш ине. Һәҙиә Әбдрәшитованан дарыу үләндәрен киптереү, кәзә ҡымыҙын әҙерләү тураһында бай мәғлүмәт алдыҡ. Дилара Йәнбирҙинаның ҡул эштәре лә тирмәнең айырым биҙәге ине.

Эйе, бер ниндәй ауырылыҡтарға ҡарамаҫтан, йыл һайын бай йөкмәткеле, үткәнебеҙҙе сағылдырған, уны киләсәккә аманат итеп тапшырған тирмәләр ҡора алған халҡыбыҙ оло маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Конкурс шарттары буйынса еңеүселәр ошо рәүешле билдәләнде: Ярат – Гран-при , беренсе – Иҫке Сибай, Ишмөхәмәт, Йомаш, Ишбирҙе, икенсе – Бикеш, Түбә, Таулыҡай, Беренсе Этҡол, Татлыбай, Ҡолсора, өсөнсө урын Темәс, Мерәҫ, Ниғәмәт ауыл биләмәләре.

Ә беҙҙең ҡарамаҡҡа һәр саҡ күтәренке кәйефле, иҫ киткес бай фантазиялы һәм уңған ҡуллы һәр ауыл еңеүсе ул. Афарин, тирмә ҡороуға көс һәм дәрт һалыусылар!

Шуныһы әһәмиәтле, һабантуйға республикабыҙҙың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән ағинәйҙәр ҙә килде. Милли кейемдәр кейгән, селтәр-ҡашмауҙар һалған инәйҙәр сараның иң матур биҙәге, йәме булды. Республика ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева етәкселегендәге делегация вәкилдәре үҙ-ара фекер алышты, халҡыбыҙҙың йәшәйешенә бәйле төрлө проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙан сығыу юлдарын эҙләне. Шулай уҡ ағинәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Республика ағинәйҙәренең тәжрибә урлаҡлашыуы, мөһим мәсьәләләрҙе күтәреүе киләсәгебеҙгә оло өмөттәр өҫтәне.


Аттың даны егет ҡулында


Һабан байрамын ат сабышынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Халҡыбыҙҙың милли спорт төрө булараҡ, ул беҙҙең төбәктә йылдан-йыл үҫешә бара, был шөғөлгә фермер, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ныҡлап тотона, республика, ил кимәлендә еңеүҙәр яулай. Быйылғы ат ярыштары ла үҙ янына бихисап тамашасыны йыйҙы һәм көсөргәнешле, мауыҡтырғыс үтеүе менән барыһын да хайран итте. Ул 7 заезда ойошторолдо.

Ат бәйгеһен пониҙарҙың уҙышыуы башлап ебәрҙе. Бәләкәй аттарҙың сабышын халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Бында Темәс ауылынан билдәле ат спорты оҫтаһы Ринат Йосоповтың Смурфик ҡушаматлы аты (һыбайлыһы Рәзиф Әхмәров) ышаныслы еңеү яуланы. Бөрйән районынан Фазыл Кинйәбаевтың Аист ҡушаматлы пониһы менән Ҡуянтауҙан “Илгиз Байегетов” КФХ-һының Касперы (Карина Лобышкина) артабанғы урындарҙы бүлеште.

2 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло арғымаҡтар араһында Ҡуянтауҙан “Динар Ситдыҡов” КФХ-һының Байғанаты (Айгиз Муллабаев) төп призға лайыҡ булды. Темәстән Ринат Йосоповтың Малахиты (Фәнзил Йосопов) менән Рим Әхмәровтың Сокол ҡушаматлы аты (Илшат Мостафин) икенсе-өсөнсө урындарҙы яуланы.

3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар араһында барған көсөргәнешле бәйгелә Темәстән Венер Ирназаровтың Бүләк ҡушаматлы дөлдөлө (Ильяс Ғәлин), Ленин исемендәге АХК-ның Бүләге (Нияз Аҡсарин) һәм Әбйәлилдән Альберт Ласыновтың Етегәне иң етеҙҙәре булып сыҡты.

Таҙа һәм ҡатнаш тоҡомло аттарҙан Сибай ҡалаһынан А.Сөләймәновтың Роялфлеш ҡушаматлы арғымағы (Снежана Таймасова) еңеү яуланы. Ҡуянтауҙан Рәмзил Таймасовтың Блокпост ҡушаматлы аты (Карина Лобышкина) менән Йомаштан Шәрифулла Байсыуаҡовтың Орлигы (Нурулла Байсыуаҡов) артабанғы урындарҙы бүлеште.

Өлкән йәштәге башҡорт тоҡомло аттар араһында Темәстән Рәсих Байғужиндың Блондины (Денис Байғужин) алдына берәүҙе лә сығарманы. Ошо уҡ ауылдан Рим Әхмәровтың Сынок ҡушаматлы арғымағы (Рәзиф Әхмәров) менән Ғүмәрҙән Айгиз Йәрмөхәмәтовтың Бәләкәсе (Нияз Аҡсарин) икенсеөсөнсө булып килде. Өлкән йәштәге юртаҡтар араһында барған бәйгелә Ҡуянтауҙан Рәмзил Таймасовтың Гейлиһы менән Медовыйы иң етеҙҙәре булып сыҡты. Темәстән Ринат Йосоповтың Ветерогы өсөнсө урынды алды.

Ат спорты ярыштарының иң һуңғы этабы – 6 км араға ойошторолған аламан бәйгелә Темәстән Венер Сәфәровтың Красавица ҡушаматлы аты (Артур Әбсәләмов) ышаныслы еңеү яуланы. Төйәләҫ ҡасабаһынан Фидан Ниәтшиндың Гертаһы (Нияз Аҡсарин) икенсе булып килде. Темәстән Байрас Ҡотлоғәлләмовтың Анубис ҡушаматлы аты (Айгиз Муллабаев) өсөнсө урынды яуланы.

Бәйгелә еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырылды.


Спортта ла һынатмайбыҙ


Һабан байрамының иң сағыу күренешенең береһе – ат биатлоны һәм “Ылаҡ” уйынының күрһәтмә сығыштары булғандыр, моғайын. Әйтергә кәрәк, уларҙың тәүгеһе тап беҙҙең районда башланғыс алды. Ат биатлонын үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыу ҡыуаныслы күренеш.

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө тамамланғас та майҙанда төрлө спорт ярыштары старт алды. Милли көрәш һәр ваҡыттағыса халыҡты иң күп йыйған урын. Келәм батырҙарынан тыш был ярышты һөйгән көйәрмәндәр ҙә беҙҙә бик күп. Үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр, алдан уҡ исемлеккә яҙылып, үҙ сиратын көттө. Көрәш дүрт кәүҙә ауырлығы категорияһы араһында барҙы. Майҙанға беренсе булып мәктәп уҡыусылары баҫты. Беренсе урынға Юлыҡ батыры Риф Әҙеһәмов сыҡты. Байымдан Айнур Вәлитов – икенсе, Ниғәмәттән Урал Хәсәнов өсөнсө урындарҙы алды. 70 килограмға тиклемге кәүҙә ауырлығында Татлыбайҙан Айгиз Яҡшыбаев ышаныслы рәүештә еңеү яуланы. Икенсе урынды – Икенсе Этҡолдан Айгиз Баҡтыбаев, өсөнсөнө Юлыҡтан Тимур Хәбибуллин алды. 80 килограмға тиклемге кәүҙә ауырлығы араһында барған алыш та көсөргәнешле барҙы. Татлыбай батыры Винер Нәбиев быйыл да лайыҡлы рәүештә еңеүсе булып танылды. Азамат Ҡыуандыҡов икенсе урынды алыуға өлгәшһә, Икенсе Этҡолдан Даян Ғүмәров өсөнсө урынға лайыҡ булды. 80 килограмдан ҙурыраҡ кәүҙә ауырлығы араһында барған ярыш бигерәк тә мауыҡтырғыс булды. Баймаҡтан Азамат Ғөбәйев майҙан батыры булып танылды. Беренсе Этҡолдан Иҙел Мәхмүтов – икенсе, Сибайҙан килгән Айҙар Байсурин өсөнсө урынды алды. Келәм батырҙарына һарыҡ тапшырылды.

Футбол һәм волейбол ярыштары ла һәр ваҡыттағыса мауыҡтырғыс булды. Әйтергә кәрәк, алдан үткән һайлап алыу турында 13 команда көс һынашҡан ине. Әхмәр, Юлыҡ, Түбә, Ярат, Төркмән, Темәс, Ишбирҙе, Һаҡмар, Сыңғыҙ, Аҡморон, Иҙрис, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай ауылдары футболсылары араһында иң етеҙҙәре билдәләнде. Ләкин уңыш Ниғәмәт, Темәс һәм Баймаҡ командаларына йылмайҙы: һабантуй майҙанында улар көс һынашты. Һуңғы уйын һөҙөмтәһе лә үрҙәге тәртиптә билдәләнде.

Волейболда иһә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы командаһы енеү яуланы. Төркмәндәр – икенсе, әхмәрҙәр өсөнсө урындарҙы бүлеште.

12 метрлыҡ текә ҡолғаға менергә теләүселәр ҙә күп булды. Бүләктәрҙең хужалары ла бик тиҙ арала билдәләнде. Ә бына ауыш бағана осона бәйләнгән һарыҡтың хужаһын билдәләү өсөн ике сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителде. Ул Йылайыр районынан килгән Ишбулат Ҡотлобаевтың бәхетенә эләкте.

“Ағас ҡырҡыусы", тоҡ менән һуғыш, "Аҫҡаҡ әтәс" һәм башҡа конкурстар ҙа үҙенең уйынсыларын тапты.

Балалар байрамы


Һәр байрамды, айырыуса һабантуйҙы тап балалар ашҡынып көтөп ала. Был юҡҡа түгел. Йыл һайын балаларға үҙенең сәхнәһе булған айырым майҙансыҡ бүленә. Сәхнә тигәндәй, быйыл бәләкәстәр өсөн яңы сәхнә ҡоролған. Ул оло сәхнәнән һис тә кәм түгел ине.

Дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар, күңелле уйындар... бына нимә беҙҙе ҡаршы алды!

Мәғариф бүлеге балалар һабантуйын юғары кимәлдә ойошторҙо. Тап балалар ҡырҙан килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Һәр ҡунаҡты милли уйындар менән таныштырып торҙолар. Әйткәндәй, ул ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та бар ине.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән 3-сө мәктәп уҡыусылары ҡаршы алһа, башҡалар белем учреждениелары милли уйын өлгөләрен күрһәтте. Мәҫәлән, көрәш, “сүрәкәй”, “бура һуғыу”, “ҡамсы менән сәпкә тейеү”, “сабыш”, “көршәк ватыу” һ.б. 2-се мәктәп уҡыусылары М.Кәримдең “Өс таған” әҫәрен сәхнәләштереп күрһәтһә, атайҙар ҡоро уҡтан аттырҙы. Һәр йылдағыса, балалар ижады үҙәге һәләтле балаларҙы сәхнә тирәһенә йыйып, “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсы үткәрҙе.

Балаларҙың күңелле уйындары был майҙансыҡҡа бәләкәстәрҙе генә йыйып ҡалманы, ололарҙы ла ылыҡтырҙы. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы ла ҡайһы бер уйындарҙа үҙен һынап ҡараны.

Йыр-бейеү менән һуғарылған, күңелле уйындар менән оҙатылған балалар һабантуйы, һис шикһеҙ, был көндөң сағыу өлөшө булғандыр.


Һабантуйҙан репортажды

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,

Азамат МӨХӘМӘТШИН,

Лилиә ТАКАЕВА,

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА әҙерләне.
Читайте нас: