Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ирәндектең аҫыл бер ташы

4 июндә быйыл мосолмандарҙың оло байрамы – Ураҙа ғәйете булды. Изге был көн Моҫтай ере өсөн, айырыуса тантаналы ине. Унда Әлнисә Кәримова-Алдырханованың Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Ирәндектең аҫыл ташы” китабының исем туйы үтте.

Моҡас, Күсей, Иҫке Сибай ауыл биләмәләре халҡы йыйылған байрам сараһы “Шәһишәриф” мәсетендә башланып китте. Ураҙа ғәйете үткәрелде. Ике урында ҡорбан ашы әҙерләнде.
Унан сарала ҡатнашыусылар сәхнә яғына юлланды. Унда Моҡас ауылы биләмәһе хакимиәте йәштәр ҡоролтайы менән берлектә Әлнисә Кәримова-Алдырханованы “Ирәндектең аҫыл таштары” китабының исем туйын туйланы.

Тантаналы сарала шулай уҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев та ҡатнашты. Ул сара тураһында: “Бөгөн беҙгә йәмле тәбиғәтле Моҫтай ауылының “Шаһишәриф” мәсетендә Ураҙа ғәйете үткәрергә насип булды. Бындай мөбәрәк һәм күркәм сарала һуңғы йылдарҙа бөтә халыҡтың ҡатнашыуы, йәштәрҙең, балаларҙың күп булыуы ҡыуандыра!” -- тине.

Элекке “Ирәндек” совхозынан сыҡҡан билдәле шәхестәр араһында шағирҙар, яҙыусылар Батыр Вәлид, Таңсулпан Ғәрипова, Абдулхаҡ Игебаев, ғалимдар Әбдрахман Ғәлләмов, Зөфәр Йәнекәев, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, тыуған яҡты өйрәнеүсе Әмир Сәйғәфәров һ.б. бар. Ул йылдарҙа гөрләп торған “Ирәндек” совхозының хеҙмәт алдынғылары – бына кемдәр китап геройҙары! Һөйөнөскә сарала китап геройҙары ла ҡатнашты. Һәр ҡайһыһы хәтирәләре менән уртаҡлашып үтте.


Артабан байрам сараһы һабантуй өсөн әҙерләнгән майҙансыҡта дауам итте. Милли уйындар, төрлө спорт ярыштары һынау тотто.


Сәхнә түре лә буш ҡалманы. Унан ағылған йыр-моң һәр кемдең күңел ҡылдарын сиртә ине.
Читайте нас: