Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байыш мәктәбенә -- бер быуат!

Ниндәй генә булмаһын, һәр мәктәптең, бинаның үҙенә күрә ҡәҙерле тарихы була. Ул йылдар, быуаттар һаны менән иҫәпләнә. Ә бына республикабыҙ менән тиңдәш булған Байыш мәктәбенең бер быуатлыҡ тарихы бар. 1919 йылда ауылдың иҫке генә мәсете мәктәп итеп үҙгәртелә. Йылдар менән бергә мәктәп тә үҙгәреш кисерә. Хәҙер инде был белем йорто ике ҡатлы мөһабәт бина.

Уҙған аҙнала Байыш мәктәбенең йөҙ йыллыҡ оло юбилейы уңайынан тантаналы сара үтте. Сарала район, ауыл биләмәһе хакимиәттәренән, мәктәптә ҡасандыр эшләп киткән уҡытыусылар, мәғариф ветерандары, сығарылыш уҡыусылары һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзиндың да булыуы һөйөндөрҙө.


Байыш мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларынан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре Айытбай Ғүмәровтың, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәғәфәр Кәримовтың, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Урал Мәзитовтың булыуы тантанаға мәртәбә өҫтәне.


Байыштар сараға ныҡлы әҙерләнгән. Мәғариф ветераны Фәтхиә Кәримова оло юбилейға арнап Байыш ауылы хаҡында китап сығарһа, Земфира һәм Айгиз Ғабдуллиндар мәктәптең тарихына арналған фильм төшөргән. Ауыл халҡы мәктәп уҡыусылары менән берлектә бай йөкмәткеле концерт күрһәтте.


Йылдар үткәс күрешкән ауылдаштар, класташтар осрашыуҙан танһыҡтарын ҡандырҙылар. Уларҙың һәр ҡайһыһында күңел йылылығы, байрам тойғоһо тантана итә ине. “Мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы иҫ киткес ҙур байрам үтте. Ауылдаштарым республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән талпынып ҡайтты. Нисә йылдар күрешмәгән ауылдаштар, класташтар, уҡытыусылар менән осрашыу хәтирәләре күңелебеҙҙең иң түрендә. Ошо матур сараны ойошторған уҡытыусыларға, мәктәп директоры Фәнил Мортазинға, байрам биҙәге булған һәләтле уҡыусыларға, бар ауыл халҡына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Тик минең ауылдаштарым ғына шундай итеп ойоштора һәм үткәрә ала!” -- тине сара ҡунаҡтары. Уларҙың һәр ҡайһыһы туған мәктәбенә бүләк, күстәнәстәрен алып ҡайтҡан ине.

Быйыл мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырыу маҡсатында байыштар урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылғандар. Ауылдаштарының был проектта ҡатнашыуын хуплап, үҙ өлөштәрен индерҙеләр.



Читайте нас: