Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Июнь , 19:55

Зәңгәр томандар артында

Ни бергә лә була алмайбыҙ, айырым йәшәү ҙә – ыҙа. “Балалар айырылышһа, әл­лә тағын...” – тигән уйҙарҙы башымдан ҡы­уа һалам. Йәшәп кенә ятһындар, тип теләйем. Ә ғүмер үтеп бара. Илсаф та дыуамалланып, әллә бер нимәгә ҡарамай, ҡауышайыҡ та ҡуяйыҡмы, күпме генә ҡалған ғүмерҙе зарығышып йәшәүҙән ни мәғәнә, тип көйә башлаһа, балалар хаҡына түҙәбеҙ инде, ана, улар ҡалай бәхетле, ҡалай татыу йәшәп яталар, тип уны тыям. Артабан ҡалайтырбыҙ, бер Аллаһы Тәғә­ләгә генә билдәле... Май бер аҙ йомшар­ған­дыр, ҡырҡып ултыртайым, – Зилә апай йә­нә бысаҡҡа үрелде. – Бармаҡты ҡыр­ҡыуым тиктәҫкә түгел... Туҡтатырға кәрәк был ғишыҡ-мишыҡты. Һин нисек уйлайһың? Ул миңә мөлдөрәп ҡарай. Һөйөү берәү генә була, ҡауышһағыҙ – ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, тип әйтеүемде көткән кеүек. Бынау алдыбыҙҙа ятҡан йомро һары майға баш була алмай, бармаҡ ҡырҡып ул­тырғанда, нисек итеп тығыҙ йомғаҡҡа ойош­ҡан яҙмыштарҙы бер һелтәүҙә хәл итәһең? Аҡыл һәм ғәҙеллек өлгөһө Сө­ләймән батша булһам, аныҡ ҡына кәңәш бирер ҙә инем... Кеше көлдөрмәгеҙ, ара­ларығыҙҙы өҙөгөҙ, ташлашығыҙ, тип тә әйтә алмайым: Зилә апайҙың һөйөүгә сарсаған күңеле – ҡоролоҡтан ярылып ҡатҡан ер кеүек. Әле ул, әйтерһең дә, ләйсән ямғырына кинәнеп ҡойона, күҙ алдында йәшәрә...

Зәңгәр томандар артында
Зәңгәр томандар артында

 Дүрт айҙан мин ҡала егетенә кейәүгә сыҡтым. Ҡала егете, тигәс тә, әллә ни фырт та түгел: заводта эшләгән тыйнаҡ ҡына Барис ябай эшсе ғаиләнән. Осраҡлы ғына танышып, күп тә йөрөмәй өйләнештек. Туйҙа, Баристың һөйөүе икебеҙгә лә етер, етмәһә, кеше яратыуһыҙ ҙа йәшәй, тип үҙемде алдап, йөрәкте усҡа ҡыҫып ултырҙым – Илсафтың һыны күҙ алдынан китмәне. Һөйөүем нәфрәт ҡатыш ине.

 
– Ҡайҙан башлап, ҡайһы тирәһенән генә тотоп һөйләйем икән, – тип ыуаланған Зилә* апай минең алдыма нимәһен ҡуйып, нимәһен ултыртырға белмәй өтәләнде. – Алданыраҡ әйтһәңсе! Аш һалыр инем бит, бәлеш бешереп, турамалар әҙерләп ҡуйыр инем. Әй, әттәгенәһе, ни бынау майы ҡаты!  
Һыуытҡыстан алынған туң майҙы бысаҡ менән ҡырҡам, тип өлтөрәгәнендә, кинәт йомро май бәләкәй тәрилкәлә әйләнеп китеп, Зилә апай бармағын ҡырҡты. Ҡып-ҡыҙыл ҡан һары майҙы буяп, бер нисә тамсыһы тәрилкәгә тамды. Хужабикә тәү тапҡыр ҡан күргәндәй, күҙҙәрен ҙур асып бер бармағына, бер майға ҡараны. Ә ҡан юлаҡ булып уҡ ағырға тотондо. Өҫтәл артынан ҡалбырлап һикереп торҙом:
– Зилә апай, аптечкағыҙ ҡайҙа?!
– Ҡуй, ҡуй, бер ҙә борсолма, хәҙер үҙем пластырь йәбештерәм! – Зилә апай, ниһайәт, иҫенә килгәндәй, ҡырҡылған бармағын усына йәшереңкерәп ваннаға йүнәлде. Ҡулын йыуғас, тартманан пластырь алып, шәп кенә яраһына ҡапланы:
– Ултыр, ултыр... Саҡ ҡына тейҙе. Ямауы өҫтөндә, “һә” тигәнсе төҙәләсәк. Ерле-юҡтан түгел, был миңә билдә ул, һеңлем.
– Ниндәй “билдә”, ти?! – инде тынысланып кире ултырғысҡа ултырҙым, вайымһыҙ ғына ҡул һелтәнем. – Аш бүлмәһендә була торған хәл.
– Юҡ-юҡ, ысын әйтәм, был миңә өҫтән иҫкәртеү, хәҙер һөйләһәм, үҙең дә ышанырһың быға, – Зилә апай ҡанға буялған майҙы нишләтергә белмәй баҙап ҡалғас, уға ярҙамға килдем:
– Һалҡын һыу менән сайҡаһағыҙ, ҡаны йыуылыр.
– Ашарға һинең алдыңа ҡалайтып ултыртырға...
– Тапҡанһығыҙ нимәгә аптырарға, – йылмайҙым. – Ризыҡтан йөҙ бороу юҡ.
Ҡуйы ғына итеп сәй яһап биргәс, Зилә апай үҙенә шыйығыраҡ итеп яһаны:
– Ҡан баҫымы юғарыраҡ һуңғы ваҡытта... Һине эй саҡырҙым, эй саҡырҙым, килгәйнең, уңайһыҙ ҙа кеүек һөйләүе. Бер үк ғәйепләй күрмә. Хәйер, ярай... Мин ғүмер буйы берәүҙе яратам. Илсаф уның исеме. Бер-беребеҙҙе һөйәбеҙ, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Тик бергә булырға яҙманы, үкенескә.
Беҙҙең тарих дүрт тиҫтә йыл элек башланды. Ғәжәп, зәңгәр томандар артында кеүек... Икебеҙгә лә ун дүрт йәш ине ул саҡта. Беҙ бит параллель синыфта уҡыһаҡ та, бер-беребеҙҙе күҙгә элмәнек. Миңә өлкән синыф уҡыусыһы оҡшай торғайны, Илсаф спорт менән мауығып, ҡыҙҙарға шиҡанламаны. Ә шул көҙҙө беҙ колхоз картуфын алыуҙа ҡатнаштыҡ (һуңынан сөгөлдөр уңышын да йыйыштыҡ). Көндәр йылы, аяҙ торҙо. Көн сыуаҡ булғас, хәтәр күңелле ине эшләүе. Бер ҙә арытманы. Баҫыу техника геүләүенән, шат тауыштарҙан, ығы-зығынан яңғырап торҙо. Картуф эре, емерелеп уңғайны. Баҫыу ауылдан йыраҡ ҡына, беҙҙе “Беларусь” арбаһына тейәп алып баралар, тейәп алып ҡайталар. Ашнаҡсы апайҙар төшкө ашҡа тәмле, мул итеп һарыҡ итенән аш бешерә, уларға беҙ, уҡыусылар, сиратлап ярҙам итешәбеҙ. Ике малай ҙа ике ҡыҙ инде. Бер көндө сират беҙгә етте. Әхирәтем менән икмәк теләбеҙ, картуф әрсейбеҙ, шундай ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарабыҙ. Илсаф дуҫы менән усаҡҡа ҡоро-һары әҙерләй, шишмәнән һыу ташый, йыуынтыларҙы түгә. Усаҡ янында йөрөп, тирләп-бештем, етмәһә әллә ҡайһы арала ҡоромға буялдым. Эштән бушағаныраҡ саҡта битте һәм беләгемде йыуыр өсөн шишмәгә йүгерҙем. Һис бер уйһыҙ әрәмәлек эсенән һуҡмаҡ буйлап шишмәгә төштөм. Эйелеп, бер ус һалҡын һыуҙы эстем дә, ҡабаттан ҡулымды һыуға батырайым ғына тигәйнем, күҙемә йылан салынды – эргәлә генә ине ул. Ҡурҡыуҙан ҡотом алынды, йөрәгем табанға ауҙарылды. Ҡыс­ҡырайым, тиһәм, тауышым сыҡмай. Таш булып ҡаттым. Һәм күҙ асып йомған арала кемдер таяҡ менән йыланды алып ситкә, шишмә аръяғына ырғытты. Артыма боролғайным, унда таяҡ һәм буш биҙрә тотҡан, ап-аҡ булған Илсаф тора:
– Саҡты, тип ҡурҡтым.
Мин дерелдәп уның күкрәгенә ҡапландым:
– Мин дә...
Ул ибәтәйһеҙ генә, таяҡ тотҡан ҡулы менән, өлкәндәр кеүек арҡамдан ҡаҡты:
– Ярай, ярай. Ҡырҙа йылан була инде ул. Шуға ла ипләп, аяҡ аҫтын да, ботаҡтарҙы ла ҡарап, таяҡ менән йөрөр кәрәк.
Икебеҙ ҙә хәүефле хәлде бергә яңынан кисереп, бер талай ҡосаҡлашып торҙоҡ. Аҙаҡ уңайһыҙланып, мин усаҡ янына йүгерҙем, ул биҙрәгә һыу йыйырға тороп ҡалды... Ана шунан һуң беҙ бер-беребеҙгә күҙ атырға тотондоҡ. Илсаф малайҙарға берәй көлкөлө хәбәрен һөйләй ҙә йәһәт кенә миңә ҡарай һала. Ә мин, уның һәр һүҙен ҡолағым менән аулаһам да, унан да шәберәк күҙемде йәшерәм. Уның иғти­бары икенсе яҡта булғанда, шыпырт ҡына үрелеп ҡарайым. Илсаф шуны тоя ла миңә әйләнә! Ҡыҙыҡ та, рәхәт тә инде шулай ҡарашмаҡ уйнау! Бер-беребеҙ менән һөй­ләшмәһәк тә, яҡыныраҡ йөрөргә тыры­шабыҙ. Нисәлер көн үткәс, Илсаф минең янда уҡ картуф йыя башланы. Ауыр биҙрәләрҙе үҙе трактор арбаһына йү­гертеп ташый. Ул шәберәк ташыған һайын, мин йәһәтерәк йыям. Шуны башҡалар ҙа аңғарып, коммунистик хеҙмәт ударсылары бына ҡайҙа ул, тип беҙҙән көлгәстәре, оялып, Илсафтан ситкәрәк тартылдым. Йома көнө кисен мал ҡаршыларға китеп барһам, мине Илсаф велосипедта ҡыуып етте. Сикәләремә ут ҡапҡандай тойолдо. Сәләмләшкәс:
– Әйҙә, гел бергә йыяйыҡ, шулай ырамлыраҡ та һуң, – тине.
Уға ҡарамай ғына, ярай, тип баш һелктем. Илсаф велосипедта йән-фарман алға елдерҙе. Ҡулдарын рулдән ысҡын­дырып, миңә тантаналы ла, өмөтлө лә ҡараны, йәнәһе лә, күрәмме уның оҫталығын, ҡыйыулығын, саялығын...
Картуф һәм сөгөлдөр эпопеяһы тамамланғас, мәктәптә уҡыуҙар башланды. Беҙ Илсаф менән ихлас дуҫлашып киттек. Ныҡ ихлас дуҫлаштыҡ! Мәктәпте тамамлағас, икебеҙ ҙә бер уҡыу йортона уҡырға индек. Илсафҡа армияға саҡырыу ҡағыҙы килгәс, илап уҡ ебәрҙем. Унан бер көнгә лә айырылғым килмәне. Беҙ алдан уҡ, ул армияға барып, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та, өйләнешербеҙ, тип вәғәҙәләр бирешкәйнек. Илсафты армияға ебәргем килмәне, шул көндө үк ЗАГС-ҡа барырға риза инем. “Отправка”нан бер көн алда Илсафтың ата-әсәһе табын ҡорҙо, шунда бал менән һыйланып, иҫәрләндек, ахыры. Ә, бәлки, айырылышыу минуттарының яҡынлығы аңды юйып, ҡанды ҡыҙҙырғандыр... Илсаф мине яндырып ҡосаҡлап, ирендәремде көйҙөрөп үпкәндә, көт мине, көт, иркәм, тип ҡат-ҡат шыбырланы, көтәм, көтәм, тинем илап. Тамсы ла шикләнмәнем. Һүҙҙәремдә лә, тойғоларыбыҙҙың сафлығында ла, үҙемдә лә, һөйгәнемдә лә...
Илсаф Алыҫ Көнсығышҡа эләккәс, ҡыуаныстың сиге булманы. Сөнки Афғанстанда һуғыш бара ине. Көн һайын тиерлек һөйөү, наҙ тулы хаттар алыштыҡ. Ә бер ваҡыт унан хаттар килеүҙән туҡтаны. Аптырап, барыбер яҙҙым да яҙҙым. Түҙер әмәлдәрем ҡалмағас, ата-әсәһенә барҙым. Илсафтар етеш йәшәне, ата-әсәһе ауылдың күренекле кешеләре ине. Уларҙың миңә ҡарата һалҡыныраҡ булыуын тойғанға ла, ҡурҡып ҡына барҙым. Өлкән апаһы ҡаршыма сыҡты.
– Илсаф, тип ауыҙыңды ла асма, – тине ул миңә ҡаты итеп, – һин уға тиң түгел. Армиянан кәләшем менән ҡайтам, тип яҙҙы.
Шулай тип кенә өҙөп әйтеп, мине шаҡ ҡатырып, кире инде лә китте... “Кәләшем менән ҡайтам”, тигән һүҙҙәре йөрәкте бысаҡ кеүек телде. Алыҫ Көнсығышта кемде тапты икән, нишләп һөйөүебеҙгә, вәғәҙәләребеҙгә хыянат итте икән, тип әрненем. Етмәһә, апаһының “һин уға тиң түгел” тигән һүҙҙәре асыҡ яраға тоҙ һалғандай, ифрат зитҡа тейҙе. Минең атай әҙерәк эсештерә ине, әммә эшкә сыҡмай, йә һуғышып, кеше менән талашып, беҙҙең йөҙҙө йыртып йөрөмәне. Йыуаш ине. Әсәйем дә баҫалҡы, эшсән кеше булды. Майға туйып һикермәһәк тә, ул тиклем бөлгөнлөктә лә йәшәмәнек, башҡа бик күптәр кеүек бер тигеҙ күрендек. Аяҡтарымды көскә һөйрәп ҡайтып ингәс, йөҙөм ҡасҡанға әсәйем хафаланып, ни булды, тип һораны. Алдай алманым, нисек булған – түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Армияға оҙатҡанда Илсаф менән эш боҙғанды әйттем дә ҡуйҙым инде. Апаһының да һүҙҙәрен йәшермәнем. Әсәйем аһ та уһ килде, инде нишләргә, ай-вай, тип иланы: “Ниңә генә намыҫыңды һаҡламаның?!” Илашып ултырғанда, әсәйем майға ут һирпте: “Ауырға ҡалһаң?!.” Үҙе шунда уҡ йөрәгенә тотондо. Уның ҡурҡыуын күреп, мин бөтөнләй бөгөлөп төштөм. Ике алйот. Шунан әсәйем йәшле күҙҙәре менән эсемә шикле генә ҡарап, былай буйыңда булғанға оҡшамай, тигән булды. Ҡайҙан булһын инде?! Булһа, күптән булыр ине. Илсафтың армияға китеүенә ун бер ай үткән бит инде! Ике ауыл һиңмайы... Ярай, әсәйем өс класс белем менән тороп ҡалған, мин һуң урта белемле, училищела уҡып йөрөгән кеше лә баһа!
Әсәйем, ауылға ҡайтып, кеше күҙенә күренеп йөрөмә, барыһы ла белһә, ояты ни тора, тип ғауғалап, миңә өйгә ҡайтырға рөхсәт итмәне. Ялдарҙы ятаҡта зарығып үткәрҙем. Илсафҡа яҙған һуңғы хаттарым кире әйләнеп ҡайтты...
Дүрт айҙан мин ҡала егетенә кейәүгә сыҡтым. Ҡала егете, тигәс тә, әллә ни фырт та түгел: заводта эшләгән тыйнаҡ ҡына Барис ябай эшсе ғаиләнән. Осраҡлы ғына танышып, күп тә йөрөмәй өйләнештек. Туйҙа, Баристың һөйөүе икебеҙгә лә етер, етмәһә, кеше яратыуһыҙ ҙа йәшәй, тип үҙемде алдап, йөрәкте усҡа ҡыҫып ултырҙым – Илсафтың һыны күҙ алдынан китмәне. Һөйөүем нәфрәт ҡатыш ине.
Өйләнгәс тә, Барис менән сит тарафтарға оҙон аҡса артынан сығып киттек. Бер-ике йыл эшләрбеҙ ҙә тыуған яҡҡа ҡайтырбыҙ, тип ниәтләһәк тә, аҙаҡ балалар тыуҙы, фатир алдыҡ. Ике тиҫтә йылдан һуң ғына республикаға ҡайтып төпләндек, шөкөр. Ауылға ҡайтырға былай ҙа ашҡынып торманым, ата-әсәйем бер-бер артлы мәңгелеккә күскәс, бөтөнләй аяҡ тартманы. Илсаф йөрәгемдә йәшәһә лә, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманым, нәфрәтем һөйөүгә тиң көслө ине. Өндә уны асыуланып иҫкә алһам да, төшөмә инһә, йылмайып уяндым гелән...
Донъя мәшәҡәттәренә сумып, ғүмерҙең үткәне лә һиҙелмәне. Ситтән ҡарағанда ғаиләбеҙ өлгөлө, ирем менән көңгөр-ҡаңғыр йәшәйбеҙ шунда. Тик эс боша! Ул эштән ҡайта ла, ашап алғас, телевизорына ҡаплана. Телейәшник ҡаршыһындағы креслоһында хырылдап йоҡлап китә. Диванға ултырһа, исмаһам, барып ҡуйынына һыйыныр инем, тигән уйҙарым тора-бара юҡҡа сыҡты... Сөкөрләшеп һөйләшеп ултырырға серҙәр берекмәй – балаларҙан башҡа уртаҡ бер ни ҙә юҡ. Дөрләп янып йәшәге килә, тик Барис менән төтәргә генә эшкинәбеҙ. Уны ғәйепләй ҙә алмайым, ҡарамаҡҡа һәйбәт ир бит: эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәй, эш хаҡын тулайым ҡулыма тоттора, тыныс, бөхтә. Тик мыштым һәм туңыраҡ! Бер күңел кисерешен аңламаҫһың, белмәҫһең, тоймаҫһың. Нимәнелер һораһаң, ҡыҫҡа ғына яуаплай ҙа йәнә шыма. Ҡунаҡҡа йөрөргә яратмай, үҙе лә ҡунаҡ килгәнде яратмай. Йәшәй торғас, ә нишләп, уның һөйөүе икебеҙгә лә етер, тип өмөтләндем әле ул, Барис бит миңә бер тапҡыр ҙа “яратам” тип әйтмәне, иренемде лә туйҙа ғына арлы-бирле үпте лә вәссәләм, тигән уйға килдем. Ул мине яратмай, тигән асыштан йәнемдең әсенеүе... Башҡаса түҙер әмәлем ҡалмағас, артабан нисек йәшәргә, әллә айырылышырға ла ҡуйырғамы, тигән ауыр уйҙар шауҡымында йәшәп ятҡанда, өлкән улыбыҙ ҡайтып һөйөнсө алды: “Мин өйләнәм!” Ҡыҙын таныштырырға килтерҙе.
Буласаҡ киленем Нәфисә килеп инеү менән, уны үҙ баламды ҡаршылағандай ҡаршы алдым. Тәү күреүҙән бына йөрәгемә ятты ла ҡуйҙы. Шул тиклем оҡшаны. Исеме лә күңелгә яҡын, сөнки минең дә мулла ҡушҡан исемем шулай. Бер-береһенән күҙен ала алмай, пар күгәрсендәр кеүек гөр-гөр килгән улым менән Нәфисәгә ҡарап, күңелем тулышты. Ваннаға инеп, түгелеп-түгелеп иланым. Шешенеп килеп сыҡҡас, улымдың шомдан күҙе ҡарайып китте. Уны ҡосаҡлап: “Шатлыҡтан илайым, балам, – тип тынысландыра һалдым. – Ал, улым! Бер-берегеҙ өсөн генә яратылғанһығыҙ бит һеҙ!”
Миңә һирпелеп ҡараған, һүҙ ҡушҡан һайын биттәре алланған оялсан, тәрбиәле, инсафлы ҡыҙ баланан туған-тыумасаһы, зат-зәүере хаҡында төбәшеүе ҡыйыныраҡҡа төштө. Тәғәм ризыҡ ҡапмай, сәйен дә эсер-эсмәҫ ултырған Нәфисәнең беҙҙән алыҫ урынлашҡан район үҙәгенән булыуы, колледжда уҡыуы билдәле булды. Юғары уҡыу йортонда белем алған улымдан дүрт йәшкә кесе икән. Ата-әсәһе иҫәндәр, тик атаһының һаулығы шәптән түгел – Афғанстанда алған яралары сәләмәтлеген ҡаҡшата. Ғаиләләрендә тағы ике ир бала бар. Ата-әсәйеңде иҫкәрт, иртәгә һине һоратырға барабыҙ, тип буласаҡ киленемде һаҡ ҡына ҡосаҡлап, улым менән икеһенә ике ерҙә урын йәйеп, шкафтан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға бүләктәр алып әҙерләп, эстән генә ниндәй күстәнәстәр алырымды барлап, бәхетле йылмайып йоҡоға талдым. Рәхәт ине миңә. Төшөмдә Илсаф менән гөр-гөр килдек. Хас та улым менән Нәфисә кеүек...
Икенсе көндө иртә менән йыйынып, ҡыҙ һоратырға юлландыҡ.
Ҡайнағам менән килендәш үҙҙәренең машинаһында беҙгә эйәрҙе. Юл ыңғайында бер ауылға тейеп, еңгәмде лә уларға ултыртып алдыҡ. Еңгәм (мәрхүм өлкән ағайымдың ҡатыны), ауылда яңғыҙ йәшәһә лә, гөрләтеп донъя көтә, бер көтөү кәзә аҫырай. Кәзәнең берәүһен мөгөҙөнән һөйрәтеп килеп сыҡҡан: “Орғасы, быуаҙ. Ҡоҙаларға алып барайыҡ”. Ҡыҙығып киткәйнек тә, ҡайнағаларҙың да, беҙҙең машинаның да багажнигы бәләкәй, ҡалдырырға тура килде. Еңгәм: “Әллә бәрәстәрҙең берәйһен алайыҡмы? Күтәреп ултырһам, барып етә инде ул”, – ти. Саҡ кире дүндерҙек. Анау тиклем алыҫҡа нисек малҡайҙы, еңгәмде ыҙалатып алып бараһың?! Килендәшем дә, салонды бысратаһы юҡ, тип ҡырҡа ҡаршы торҙо. Еңгәм, дәртле кеше, ҡайнағаларҙың машинаһына ултырышлай, оҙон күлдәгенең итәген күтәрҙе: “Бер балағын нәскейгә тығып, йәйге комплекттың ыштанын кейеп алдым, шартына еткереп ҡыҙ һоратайыҡ, тим”. Саталы таяҡ та тапҡанына хайран ҡалдым! Минең ир, юҡ менән булышаһығыҙ, тип һөйләнде һөйләнеүгә, уға иғтибар итмәнек.
Күтәренке кәйефтә елдерҙек кенә. Бер ерҙә туҡтап, тамаҡ ялғап алдыҡ да тотҡарлыҡһыҙ барып еттек. Нәфисә беҙгә юлды күрһәтеп, өйрәтеп барҙы. Йорттары алдына килеп туҡтағас, ул йүгереп өйҙәренә инеп юғалды. Тулҡынланған улым артынан инергә самалағайны ла, көлөшөп туҡтаттыҡ: “Тәүҙә яусы үҙ ролен үтәһен”.
Талсыҡҡан тәнде яҙып, кирелеп-һуҙылып, багажниктағы күстәнәстәрҙе, бүләктәрҙе ҡайтанан барлап, ҡараштырып, тирә-яҡҡа күҙ һалдыҡ. Еңгәм биленә шарфын урап бәйләп, итәгенең бер осон шунда ҡыҫтырҙы, саталы таяғын алып, йә, бисмилла итәйек, тине лә, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙалар йортона юлланды. Унан көр тауышы ишетелде: “Мин “юҡ”ты юғалтып йөрөйөм, уны һеҙҙә, тиҙәр”.
Күп тә үтмәне, ҡапҡалары асылып, ир күренде:
– Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар! Түрҙән уҙығыҙ!
Меңдәр араһынан да был тауышты, был күҙҙәрҙе таныр инем! Йонсоуыраҡ ҡиәфәтле, иремдән буйға ҡайтышыраҡ, кәүҙәгә ҡаҡсараҡ Илсафты күргәс, аяҡ быуындарым тотмай, сайҡалдым. Ул күрешергә ҡуш усын һуҙҙы:
– Илсаф ҡоҙағыҙ булам.
Илсаф мине таныманы! Танымағанға һалышты, тип йәнем үртәлде: “Мин бит уға тиң түгел... Сафлығымды урлаған хыянатсы!” Шунда кире машинаға ултырып ҡына ҡайтып китергә ине лә бит, улымдың бәхете үлсәүҙәргә һалынғайны...
Нәфрәттән, асыуҙан үҙемде саҡ ҡулға алып, турайып баҫтым, тауышыма боҙ һалҡынлығын сығарҙым:
– Ә мин... ә мин Зилә ҡоҙағыйың, Илсаф!
Ирем, ҡайнағам менән килендәшем аптырап беҙгә ҡараны.
– Әллә һеҙ танышмы? – тип килендәшем һорай ҙа һалды.
– Таныш булмай әллә, – мин Илсафтан өҫкәрәк ҡараным. – Параллель класта уҡыны бит ул.
Шул мәлдә Илсафтың йөҙөн күрһәгеҙ! Килендәшемә һуҙылған ҡулдары һауала эленде, күҙҙәрен тултырып миңә текәлде:
– Зилә?! Таныманым!
– Ҡайҙан таныйһың инде. Сирек быуат үткән, – тинем. “Беҙҙең ишеләр һеҙгә тиң булмағас, ҡайҙан таныйһығыҙ”, – тип тә төрттөргө килде лә, телемде тешләнем... Һәм өйҙәренә табан атланым. Баҫҡыстан күтәрелгәндә, Илсафтың ҡатыны ҙур танаулы, бейәләйҙәй ауыҙлы, йәмһеҙ бисә булһын ине, тип теләнем. Ҡайҙан... Йәнде көйҙөрөп, һып-һылыу хужабикә ҡаршы алды:
– Әйҙүк, әйҙүк, үтегеҙ!
Табын артында ултырғанда, мәһәр, никах, туй тураһында һөйләшкәндә, Илсаф яғына бер тапҡыр ҙа боролоп ҡараманым, тик ҡатынына ғына ҡарап һөйләштем. “Зилә, ныҡ бул! Ул һине онотҡан, ул да һинең өсөн юҡ, буш урын, – тип меңгә ярылған йәнемде йоҙроҡҡа төйнәп, ауыҙымдан һығылып ҡына сығып барған иңрәүемде көс-хәлгә тыйып ултырҙым. – Бер һин генәме алданған?! Бер һинең генә сафлығыңды алып, аяҡ аҫтына һалып тапағандармы?! Бирешмә, Зилә!” Ашым аш булманы...
Ҡыҙ яусыларға барырға йыйынғанда, ҡоҙаларҙа ҡунып ҡайтырға ниәтләгәйнек, ни тиһәң дә, яҡын ара түгел, ләкин артыҡ бер сәғәт тә бында ҡала алмаҫымды аңланым. Хужалар ни тиклем генә ҡалырға өгөтләмәһен, иремде йәһәтләп алып ҡайттым. Ҡайнағалар, еңгәм былай ҙа ҡайтыу яғында ине, ҡыуанып ҡуҙғалдылар. Улым иһә тороп ҡалды.
Юл буйына уйландым. Яҙмышты әйт әле һин уның: беҙ республиканың был яҡ осонда йәшәйбеҙ, Илсафтар – икенсе осонда, балалар ҙа икеһе ике уҡыу йортонда уҡый, ләкин миллион кеше араһынан улым менән Илсафтың ҡыҙы бер-береһен тап итеп, яратышып, сәстәрен-сәскә бәйләргә уйлаған. Бер заман мейемде мәкерле уй ярып үтте: “Әллә улымды Нәфисәгә өйләнеүҙән баш тартты­рырғамы?! Үсем ҡаныр ине, “баш на баш...” Үҙ уйымдан үҙем ҡурҡтым: “Ҡуй, Аллам һаҡлаһын...” Ә икенсе төпкөл тауыш һаман үсләшергә этәрҙе: “Нәфисәне йәлләйһең. Ә Илсаф һине йәлләнеме?! Төкөрөп ҡараны ул һиңә. Файҙаланды ла, бысраҡты ырғытҡан кеүек, ситкә бырғатты, “ыһ” та итмәне. Ә бөгөн килеп, хатта танымағанға һалышып торҙо...” Ҡайтып еткәндә икеле уйҙарҙан башым тубалдай ине. Илсафтың ҡартайып китеүе генә күңелемде йылытты. Шулай кәрәк уға, үсем, тинем. Һәм шунда уҡ Нәфисәнең: “Атайҙың һаулығы шәптән түгел, Афғанстанда алған яралары сәләмәтлеген ҡаҡшата”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төшөп, йөрәк майын һулҡылдатып һыҙҙы. “Яралары күпме икән? Үҙәгенә үтәме икән?” – тигән уйҙарҙы башымдан ҡыуырға тырыштым.
Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә башлаған Илсафтың һуңынан Афғанстанға эләгеүен белдем. Кейәүгә сығып, ирем менән Себерҙә эш башлағанда әсәйем хат аша яҙып ебәргәйне. Теге бәндәне Афғанда, тиҙәр, тип яҙғас, мин әсәйемә, башҡаса уны бер ҡасан да телгә алма, зинһар, тип үтенеп яҙҙым, сөнки йөрәк яраларым уңал­мағайны. Шунан һуң әсәйем Илсаф тура­һында бер ваҡытта ла ләм-мим өндәш­мәне, яҙманы. Бер ҡунаҡҡа ҡайтҡанда ғына Илсафтарҙың ғаиләһенең ауылдан күсеп китеүе хаҡында ишеттем – атаһын үрләткәйнеләр. Күпме йылдар үткәс, уйламағанда, көтмәгәндә осрашыуыбыҙ­ҙы, балалар арҡаһында туғанлашырға тороуыбыҙҙы уйлаһаң, биллаһи, уйылырһың да.
Ниндәй ҡыуаныс, дәрт менән ҡыҙ әйт­терергә сығып китһәм, ауырыуға һабыша яҙып ҡайтып тәгәрәнем. Иремә, оҙон юлдан йонсоном, мәшәҡәттәр иңде иҙә, никах, туй хәстәрен үҙ өҫтөңә ал, тип ҡуштым. Тыңлаусан ғына ирем булғас ни. Хәйер, ул мыштым ҡайҙан эш рәтен белһен? Теләмәһәм дә, балам хаҡына туйға әҙерләнә башланым. Улым, һинең телефон номерын Нәфисәнең ата-әсәһенә бирҙем, тигәс, буласаҡ ҡоҙағыйҙың шылтыратыуын көтәүелләнем.
Бер аҙнанан билдәһеҙ номерҙан шылтыраттылар. Өйҙә яңғыҙ инем, тыныс ҡына телефонды алдым:
– Алло?!.
– Зилә, һаумы. Был мин, Илсаф.
Тоноҡ, әммә үтә лә яҡын, ҡәҙерле тауыш йөрәгемде ярһытты ла ебәрҙе. Саҡ үҙемде ҡулға алдым:
– Һаубыҙ. Таныйым. Ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы рәүештә, күҙгә йөн үҫмәгән, тиң түгел, тип кешенән йөҙ бороу, танау сөйөү ғәҙәте лә, шөкөр, юҡ.
– Һөйләшә алаһыңмы? Мине таныманы, тип үпкәләйһеңдер... Баш ауыртыуҙан минең ҡай ваҡыт шулай күҙ тона, үпкәләмә инде. Һинең менән күрешергә, туйғансы һөйләшергә ине. Юҡ, никах, туй тураһында түгел. Беҙҙең турала, Зилә. Зинһар, үтенесемде кире ҡаҡма!
Тауышым дерелдәне:
– “Беҙ” юҡ! Һин мине мәсхәрәләнең дә ҡастың! Хыянатсы һин! Вәғәҙәһенә хыянат иткән алдаҡсы бәндә!
– Нимә, тип әрләһәң дә ризамын. Хаҡың бар, – ти. – Тик осраш ҡына!
Уф... Ризалаштым мин уның менән осрашырға. Анау тиклем ерҙән килеп етте бит ул мине күрер өсөн. Үҫмер егет менән ҡыҙ ише, икебеҙ ҙә тәүҙә тартынып ултырҙыҡ. Мин, әлбиттә, тырт-мырт килдем, ул бойоғораҡ ине.
– Афғанстанға беҙҙе барырға көслә­мәһәләр ҙә, бармайынса ҡалыу форсаты булманы, – Илсаф хәтерен яңыртты. – Унда барыуыбыҙ тураһында бер кемгә лә хәбәр итмәнем. Ут эсенән тере ҡайтырыма өмөтләнмәнем. Өйҙәгеләрҙе, генерал ҡыҙы менән минең ҡайнар мөхәббәт, көнө-төнө бергәбеҙ, хат ҡайғыһы юҡ, шуға һирәк яҙам, тип шаштырып алдаһам, һине нисек итеп алдарға ла белмәнем. Һине, күҙҙәремә ышанып баҡҡан саф күңелле ҡыҙҙы, алдай алманым. Дөрөҫөн дә яҙа алманым. Шуға бөтөнләй яҙмаҫҡа булдым. Әгәр ҙә мәгәр минең менән берәй хәл булһа, ҡайғынан йөрәгең ярылыр, тип, һине йәлләнем. Минән бер ниндәй хат булмаған хәлдә лә, һин мине барыбер тоғро көтһәң, ут эсенән имен-һау әйләнеп ҡайта алһам, икенсе көнөнә үк Зиләмде алам, тип нәҙер әйттем. Әммә һин көтмәгәйнең. Мин тетелеп, ярым ғәрип килеш ҡайтып еткәндә, һинең кейәүҙә икә­неңде еткерҙеләр... Ғәйепләй, тип уйлап ҡуйма. Тамсы ла үпкәм юҡ. Барыһына ла үҙем генә ғәйепле, Зилә... Һин мине онотҡанһыңдыр ҙа инде күптән, ә мин, күпме йәшәйем, шунсама һине уйлайым, һағынам, юҡһынам. Һинһеҙ үткән һәр көнөм үкенесле.
– Шулайтҡан икән, ти, – һыр бирмәй, уға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй ултырам. – Апайың, Илсаф, тип ауыҙыңды ла асма, ул армиянан кәләше менән ҡайта, һин уға тиң түгел, тине миңә.
– Эй, ул апайҙы үҙең беләһең, теле яман, – Илсаф ғәйепле йылмайҙы. – Элек, Зиләм башҡа берәү менән булһа ла, иң мөһиме – бәхетле булһын, тип йәшәнем. Һине күргәйнем, иреңдән көнләшеп үләм, ысын бына...
Тора-бара Илсаф менән аңлашып, яҙыл­дым. Күңелһеҙ һөйләшеүебеҙ теремеклән­де. Ярай, булған да бөткән, үткәндәргә салауат, балаларҙың туйын күркәм итеп үткәрергә яҙһын, тип һаубуллаштыҡ. Йөрәктән ташты алып бәргәндәй тойолдо. Илсаф миңә көн һайын юҡ йомошто бар итеп шылтырата, ҡай саҡ сәғәттәр буйына һөйләшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Йәшәүҙең тәме ҡайтты! Хатта минең күҙле бүкән ир ҙә миндәге үҙгәреште һиҙҙе.
– Һиңә ни булған? – тип ғәжәпләнде. Уға ҡарап бер туҡтауһыҙ йылмаям, ыңғайына ғына торам, сөнки ирем урынында Илсафты күрәм! Илсаф арҡаһында ирем менән мөнәсәбәттәр яйланып китте. Исемен әйтеп ысҡындырмаһам ярар ине, тип кенә хәүефләнәм. Хис-тойғоларҙы йүгән­ләп ҡара, һөйөүең яуаплы, ҡайнар саҡта! Аҡыл онотола. Балаларҙың никахы менән туйы төш кеүек кенә үтеп китте. Илсаф менән бер ерҙә йөрөү, бер һауаны һулау ҙа йән рәхәте ине.
Ошо шатлыҡ шауҡымында өйрөлгәндә Илсафтың һаулығы кинәт тәрән борсоу­ҙарға һала. Ул бер яҡ ситтә ауырып ятҡан мәлдәрендә, мин икенсе яҡ ситтә һыҙ­ланыуҙарын ҡулым менән генә һыпырып алырҙай булып үрһәләнәм, үҙемә урын тапмайым.
Ни бергә лә була алмайбыҙ, айырым йәшәү ҙә – ыҙа. “Балалар айырылышһа, әл­лә тағын...” – тигән уйҙарҙы башымдан ҡы­уа һалам. Йәшәп кенә ятһындар, тип теләйем. Ә ғүмер үтеп бара. Илсаф та дыуамалланып, әллә бер нимәгә ҡарамай, ҡауышайыҡ та ҡуяйыҡмы, күпме генә ҡалған ғүмерҙе зарығышып йәшәүҙән ни мәғәнә, тип көйә башлаһа, балалар хаҡына түҙәбеҙ инде, ана, улар ҡалай бәхетле, ҡалай татыу йәшәп яталар, тип уны тыям.
Артабан ҡалайтырбыҙ, бер Аллаһы Тәғә­ләгә генә билдәле... Май бер аҙ йомшар­ған­дыр, ҡырҡып ултыртайым, – Зилә апай йә­нә бысаҡҡа үрелде. – Бармаҡты ҡыр­ҡыуым тиктәҫкә түгел... Туҡтатырға кәрәк был ғишыҡ-мишыҡты. Һин нисек уйлайһың?
Ул миңә мөлдөрәп ҡарай. Һөйөү берәү генә була, ҡауышһағыҙ – ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, тип әйтеүемде көткән кеүек. Бынау алдыбыҙҙа ятҡан йомро һары майға баш була алмай, бармаҡ ҡырҡып ул­тырғанда, нисек итеп тығыҙ йомғаҡҡа ойош­ҡан яҙмыштарҙы бер һелтәүҙә хәл итәһең? Аҡыл һәм ғәҙеллек өлгөһө Сө­ләймән батша булһам, аныҡ ҡына кәңәш бирер ҙә инем... Кеше көлдөрмәгеҙ, ара­ларығыҙҙы өҙөгөҙ, ташлашығыҙ, тип тә әйтә алмайым: Зилә апайҙың һөйөүгә сарсаған күңеле – ҡоролоҡтан ярылып ҡатҡан ер кеүек. Әле ул, әйтерһең дә, ләйсән ямғырына кинәнеп ҡойона, күҙ алдында йәшәрә.
– Зилә апай, бөтә нәмә лә үтә, – тиеү менән сикләндем. – Дөрөҫө шул. Әйҙәгеҙ, сәйҙе эҫетәйек! Майҙы тәмләп буламы-юҡмы?!
– Һиндә май ҡайғыһы, – Зилә апай шарҡылдап көлдө лә сәйнүккә үрелде...
 
 
* - исемдәр үҙгәртелде.
 
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: