Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
3 Апрель , 08:15

Тормоштоң ябай ҡағиҙәләрҙе

1. Кешегә көсләп тағылма. Баһаңды төшөрөүе еңел дә, кире күтәреүе ауыр.2. Ике кешене бер юлы яратҡан кеүек булһаң, икенсеһен һайла. Беренсеһен ысын күңелдән яратһаң, икенсеһенә ҡарамаҫ инең.3. Кеше алдында яҡшы күренәйем тип ҡыланма. Битлек ҡасан да булһа сиселә.4. Түҙемлектең дә сиге бар. Яҡын кешеләреңдең түҙемлеген һынама. Яңғыҙ ҡалыуың ихтимал...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

🍀Тормоштоң ябай ҡағиҙәләрҙе🍀
1. Кешегә көсләп тағылма. Баһаңды төшөрөүе еңел дә, кире күтәреүе ауыр.
2. Ике кешене бер юлы яратҡан кеүек булһаң, икенсеһен һайла. Беренсеһен ысын күңелдән яратһаң, икенсеһенә ҡарамаҫ инең.
3. Кеше алдында яҡшы күренәйем тип ҡыланма. Битлек ҡасан да булһа сиселә.
4. Түҙемлектең дә сиге бар. Яҡын кешеләреңдең түҙемлеген һынама. Яңғыҙ ҡалыуың ихтимал.
5. Дуҫым юҡ тип ҡайғырма. Иң мөһиме, үҙең менән дуҫ бул, үҙеңә генә ышан.
6. Уй-теләктәреңде һәр береһенә һөйләмә. Беренсенән, бының кешегә ҡыҙыҡ булмауы мөмкин. Икенсенән, үҙең генә белер серҙәрең дә булырға тейештер бит.

7. Кеше 80% һыуҙан тора. Әгәр ҙә һинең маҡсаттарың, тормошҡа пландарың, алға ынтылышың юҡ икән, һин ерҙәге күләүектән ни менән айырылаһың?
8. Һине яратҡан, хөрмәт иткән, һинең менән булырға теләгән кешеләрҙең ҡәҙерен бел. Үҙең яратҡандарға ҡарағанда һине яратыусылар ышаныслыраҡ.
9. Ялҡаулыҡ — хурлыҡ. Кеше һинең үҙеңә был турала асыҡтан-асыҡ әйтмәй икән, ул әҙәп һаҡлап маташа. Бер аяғын баҫҡансы, икенсеһен эт ашарҙай булып көскә ҡыбырлап йөрөүселәр тиреҫ ҡорто менән бер.

Автор фотоһы.

Тормоштоң ябай ҡағиҙәләрҙе
Тормоштоң ябай ҡағиҙәләрҙе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: