ИКЕ ТӨРЛӨ ҠАРАШ
ЮМОРИСТИК ХИКӘЙӘ.
Көтмәгәндә, аяҡ аҫтында ҡойон уйнатып, елдәй елләнеп Фәүҡинур исемле ауылдашым килеп инде.
Уның елгә еленләп, боҙға быҙаулап, төймәнән дөйә, бәләкәй генә нәмәне ҙур яһап, юҡҡа-барға шау-шыу күтәреп йөрөй торған ғәҙәтен беләм. Йәнә дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла үҙ һүҙен һүҙ итергә ярата, әммә шыпа аҡылһыҙ ҡатын түгел. Үҙәк баҙарҙа кейем-һалым һатып ҡына торһа ла ҡай саҡта шул тиклем төплө фекерҙәр әйтеп ҡуя, аҡылының зирәклегенә хайран ҡалып ҡуяһың. Үҙен-үҙе шәпкә сығарырға, байлығы менән маҡтанып алырға ла ярата ул. Ни эшләйһең инде, бәндәселек менән ҡайһыбыҙ яңлышмай. Уныңса, йәнәһе, байлыҡ – тормош тотҡаһы; аҡыллы кеше бай була. Ошо тәңгәлдә беҙҙең ҡараштар ҡырҡа айырыла. Бәхәсләшә башлайбыҙ. Һәр кемебеҙ үҙ фекеренән тайпылмай. Байлыҡҡа табыныусы Фәүҡинурҙы тотҡан юлынан дүндерә алмайым, икебеҙ ике тарафҡа айырылып китәбеҙ.
Әле лә, ҡайҙан ел ташланы был хаяһыҙ ҡатынды, тип уйлауым булды:
- Һуңғы көндәрҙә гел һине уйлап йөрөйөм, ауылдаш, - тип ихахай-михахайлап килеп ҡосаҡлап алды. Ултырып әҙәмсә хәл-әхүәл һорашып та тормай, аяғөҫтө торған көйө бер бүлмәле генә фатирыма күҙ йүгертеп сыҡты ла тотондо минең тетмәмде тетергә:
- Мин һине миллионерҙыр тиһәм әле, беҙҙең ауыл сөгөлдөрсө Йәмиләләй булып бер бүлмәле генә фатирҙа көн итәһең икән дәһә. – Ауылдашым мине битәрләүҙе шулай башлап китте. – Ҡайҙа ҡарама тулып ятҡан китап өйөмөн, өҫтәл тулы ҡағыҙҙарҙы күҙҙән кисерҙе лә теле телгә йоҡмай, ғәҙәтенсә, сурытырға тотондо:
- Әстәғәфирулла, кит артабан, ғибрәт шомлоғо, ошонда эшләйһең, ошонда ашайһың, ошонда йоҡлайһыңмы? Китсе, китсе, абау! Ауылға ҡайтып һөйләһәм, әҙәм ышанмаҫ. Гонарарға төшкән аҡсаңды тотонмайынса, әллә тоҡҡа тултырып бараһыңмы? Нисә тоҡ аҡса йыйҙың?
Тартыныу, уңайһыҙланыу кеүек хистәр ят булған Фәүҡинур тағы ни һөйләр, тип өндәшмәй торам. Ул йәнә бүлмә эсен байҡап сыҡты. Бер мөйөштә торған тоҡ янына килеп, уны типкесләп ҡараны:
- Әллә аҡсаң ошондамы?
Көтөлмәгән һүҙҙәргә көлөргә лә, асыуланырға ла белмәй баҙап ҡалдым. Аптырағас:
- Нимә һөйләйһең, Фәүҡинур? – тинем. – Ҡасан яҙыусының бай булғанын күргәнең бар? Был тоҡта китап уҡыусыларҙан килгән хаттар ята.
- Яҙаларҙыр, әйтәгүр, яҙаларҙыр. Баҙарҙа гел һинең китаптарыңды эҙләйҙәр. Ҡайҙан алып була, тиҙәр. Күреп йөрөйөм, халыҡ һинең китаптарыңды уҡый. Анау Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы китабыңды нисә ҡат баҫтырып сығарҙың әле?
- Дөйөм тиражы утыҙ меңгә етте.
- Яҙған пьесаң буйынса ла спектакль ҡуялар буғай.
Уңайһыҙланыу, тартыныуҙың ни икәнен белмәгән шаталаҡ Фәүҡинур тағы бер ҡат китап кәштәләренә күҙ йүгертеп алды. Бына минең балдағым, бармы һинең балдағың, тип әйтергә теләгәндәй, алтын балдаҡлы бармаҡтарын тарбайтып, ҡулын болғай-болғай, әртистәргә хас тауыш менән:
- Эй, байғошҡайым, былай булғас өйөңдә ни ҡағыҙҙан башҡа нимә юҡ таһа. Баҙарҙа шмоткалар һатҡан ҡатындар ҙа һинән арыуыраҡ йәшәй. Яҙыусы булыуыңды ташҡа үлсәйем. Улай бер файҙаһы ла булмағас, ниңә күҙ нурыңды түгеп, үҙ ғүмереңдә бер тапҡыр санаторийға ла бармайынса, һаулығыңды бөтөрөп, яҙышып ултыраһың?
Аптыранып торған ерҙән, ҡапыл зиһенем асылып китте. Ауылыбыҙҙың аҡыллы бер әбейе, күршеләге Нәғимә инәйем, һин иманлыһың, бигерәк кеше йәнлеһең, кешене белмәйенсә үҙеңә яҡынайтма, юҡһа һинең менән идара итә башларҙар ҙа үҙенсә эшләргә мәжбүр итерҙәр, тигәйне, шул иҫкә төштө. Фәүҡинурҙың бала сағы, әлегә тиклемге ғүмере күҙ алдымдан үтте. Бында килеп, алдымда үҙен әллә кемгә ҡуйып, байлығына маһайып торһа ла, заманында ул да бер колхоз ҡыҙы ине. Байлыҡ яратҡанын белеп, Хоҙай Тәғәлә юлына сығарып ҡуйғандыр, бисәһе үлгән бер хәлле үзбәк ирен осратып, ҡыҙ шуға тормошҡа сыҡты. Һирәк-һаяҡ осрашҡанда үзбәген яманлап һөйләп, яратмауын әйтеп, зарланып та алғылай:
- Ни хәл итәйем, үҙем һайлап алған яҙмыш. Түҙәм инде, бай бит, - ти. - Ике ҡатлы йорт, иномарка. Ни кейәйем, ни ашайым тигән ҡайғы юҡ. Тик бына балабыҙ булманы.
Мин ошоларҙы иҫләп торған арала Фәүҡинур мине эттән алып, эткә һалып һүгеүен дауам итә:
- Ҡыҙ сағыңда, комсомолка булып йөрөгәндә, ҡәҙимге үткер генә була торғайның даһа. Нисек улай баҫымсаҡҡа әйләндең? Ҡарасәле, йыуашайтып бөтөргәндәр. Ҡуйсы, ҡуйсы, ҡайһылай ярлы йәшәйһең, эй, меҫкенкәйем!
Үҙеңдеке үҙеңә яу. Ауылдашым мине, йыуашҡа, булдыҡһыҙға ҡуйып, тамам бөтөрөп ташланы. Әрһеҙлеге хаттин ашҡан сая ҡатын минең тыштан ғына йомшаҡ икәнлекте, ә йөрәгемдең саҡматаш булыуын аңламай инде. Саҡматашты саҡһаң осҡон сәсрәй, осҡон аҙаҡтан ялҡынға әйләнеп, дөрләп янып китә лә бар донъяға нур сәсә. Ижад – минең һайлаған юлым, унда минең үҙ һуҡмағым бар, унан мине һис кем тайпылта алмаҫ. Күңел күҙе һуҡыр, үҙе ҡуҡыр Фәүҡинурға быны аңлатып буламы ни? Килгәне бирле үҙен күктән төшкәндәй хис иткән ҡунаҡты үҙ урынына ултыртырға кәрәклеген аңланым да, шынаны шына менән сығаралар, тип уйлап, үҙе һымаҡ дорфа тауыш менән өндәштем:
- Туҡта әле, ауылдаш, тороп тор, - тинем. – Телдәрмен тигәс тә, һин нимә, әллә мине тикшерергә килдеңме? Ниңә минән допрос алаһың әле? Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тигәнде ишеткәнең юҡмы ни?
Һис нигә иҫе китеп бармаған вайымһыҙ Фәүҡинур, шарҡылдатып көлөп ебәрҙе:
- Йә, йә, үпкәләмә! – Выждан тауышы еңдеме, мине килеп ҡосаҡлап алған булды, арҡамдан һөйөп, шкафҡа теҙелеп киткән китаптарыма күрһәтеп:
- Ошо саҡлы китап сығарып, хеҙмәтеңдең баһаланмауына, күренекле яҙыусы башың менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәп ятыуыңа һыным теймәй генә әйттем. – Ул тәкәбберлеген ҡуйып, тағы ла йомшағыраҡ тауыш менән һөйләп китте:
- Күреп, ишетеп йөрөйөм, халыҡ бик оҡшата бит яҙғандарыңды. Бигерәк тә изгеләребеҙ хаҡында яҙған китаптарыңды уҡыйҙар. Миңә килгәндә, үҙ ғүмеремдә бер китап уҡыманым, әле һинең китаптарыңды ҡат-ҡат уҡыйым.
Кенә ҡыуырға яратмайым, ҡайтымһаҡмын, килгәне бирле ауылдашымдың йәнгә тейеүен шунда уҡ онототтом да:
- Яҙғанымды оҡшатҡас, үҙеңә яңы сыҡҡан китабымды бүләк итәйем, - тип кәштәнән Зәйнулла ишан тураһындағы китабымды ҡулына тотторҙом. Фәүҡинур уны әйләндереп, тулғандырып ҡарап торҙо ла күгелйем күҙҙәрен бәзрәйтеп:
- Ә кем ул Зәйнулла ишан? – тип һораны. - Ошо тиклем оло ҡара китап яҙырлыҡ ни хәҙмәте бар?
Ауылдашыма Зәйнулла ишандың кемлеген, уның халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе булыуын аңлатып бирергә тура килде.
- Тағы үҙеңдең аҡсаңа сығарҙыңмы?
- Эйе, самиздат.
- Шул саҡлы бөйөк ишан хаҡында яҙғас, ниңә китабыңды сығармайҙар? Йәлләйем мин һине. – Фәүҡинур ҡабат баяғы фиғеленә ҡайтты: - - Эй, бахырҡайым. Үҙең яҙаһың, үҙең сығараһың, үҙең һатаһың. Три в одном. Алһыҙ-ялһыҙ эшләйһең, көнө-төнө архивтарҙы өйрәнәһең, осрашыуҙарға йөрөйһөң. Тик ҡәҙереңде белмәйҙәр. Шуға ла һин ярлының да ярлыһы.
- Фәүҡинур, - тим, килгәне бирле тел менән тирмән тартыусыны туҡтатырға теләп, баяғынан да ҡәтғиерәк тауыш менән өндәшәм: – Әйткәнем бар бит, мин байығыуҙы үҙемә маҡсат итеп ҡуймағанмын. Байлыҡтың, дан ҡаҙаныуҙың әҙәм балаһына ни кәрәге бар?Уларҙы әхирәткә алып китеп булмай. Мәңгелек донъяға тик иманыбыҙҙы юлдаш итәбеҙ, тип гел әйтәм бит. Был йәһәттән минең ҡарашты яҡшы беләһең, бынан ары минең ярлылыҡты тикшереүеңде ҡуй. Яҙған китаптарымды уҡып, халҡым иманға ҡайтһа, әҫәрҙәрем рухи тәрбиә бирә алһа, халҡыбыҙҙы берҙәмлеккә, татыулыҡҡа саҡырһа, бөтәбеҙгә берәү булған Ер шарын һаҡлауға өндәһә, миңә шул еткән.
Тел сәйнәү ошоноң менән тамамдыр, тип уйлап, түрбашҡа үттем. Әллә ниҙә бер генә килеп сыҡҡан ауылдашты сәй менән һыйларға кәрәк бит инде. Табын хәстәрләп йөрөйөм, ә Фәүҡинур эргәмдән китмәй, ҡуйырҙан ҡуймай, тағы баяғы хәбәрен сурыта.
- Мин барыбер һинең менән риза түгел. Хеҙмәтенә ҡарап хөрмәте, тиҙәр. – Фәүҡинурҙың үҙһүҙлелеген беләм, берәй нәмәне элеп алдымы, һелкеп һалмайынса туҡтамаҫ, тылҡый ҙа тылҡый. Тызырыҡларға яратҡан ауылдашыма үҙемдең ҡарашымды аңлатырға тырышам. Ярым шаярыу ҡатыш:
- Йә, йә, ҡуйсы әле, - тим, - урынһыҙға званиелар алып, кеше һүҙе ишетеп, хурлыҡҡа ҡалып йөрөгәнсе, званиеһыҙ көйө лә бына тигән йәшәйем. Ихтирам итеп, бер тигән ауылдашым килгән. Иншаллаһ, Аллаһ үҙе белеүсе, күреүсе.
- Аңла, һине бит халыҡ ҙурлай. Закон минең ҡулда булһамы, “Халыҡ һөйөүе”тигән премия булдырыр ҙа уны иң беренсе һиңә бирер инем.
- Етте, етте, - тим. – Шапыртма, шайтан ҡолағы ишетеп ҡалмаһын!
- Скромность украшает человека. Но это не всегда так, - ти ҡунағым руссалап, әллә башҡортса әйткән барып етмәй тип уйлай:
– Һинең ниндәй шарттарҙа йәшәүең, юғарынан бирелгән исем-дәрәжәләрең һинең яҙған китаптарыңа тәьҫир итеүен беләһеңме? Белмәйһеңдер. Күптәр бит яҙыусының ижадын халыҡ һөйөүенә, китап уҡыусыларҙың фекеренә ҡарап түгел, уға юғарынан бирелгән дәрәжәле исемдәргә ҡарап баһалай. Наградалар үҙеңә кәрәкмәһә лә яҙған китаптарыңа кәрәк! Киләсәк быуындар өсөн кәрәк! Һинең дәрәжәң, матди хәлең бермә-бер китаптарыңдың яҙмышына тәьһир итә бит.
Был юлы Фәүҡинурҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа уның ҡотҡоһона бирелмәҫкә булдым:
- Ҡара әле, Фәүҡинур, етер һиңә фәлсәфә һатыу, - тим. Ә үҙем ауылдашымдың әле генә әйткәндәре хаҡында уйлайым. Эйе, уның был һуңғы әйткән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Йәшермәйем, үҙемдең дә: “Их, ун йыл буйы архив материалдарын өйрәнеп яҙған “Зәйнулла ишан” тигән тарихи-биографик романым берәй премияға лайыҡ булһа, ҡайһылай шәп булыр ине, тип уйлайым. Башҡа яҡтарҙа Зәйн Аллаһ Рәсүлиҙе ололоҡлап мәсеттәр, мәҙрәсәләр һалдыралар. “Рәсүлиә уҡыуҙары”н үткәрәләр, уны бөтә мосолман донъяһы ихтирам итә, ә үҙ халҡы уның хаҡта аҙ белә”, - тип уйлап ҡуйғаным бар. Әммә ҡапылда был турала ауылдашым менән һүҙ ҡуйыртҡым килмәне.
- Минең китаптарҙан башҡа һөйләшергә темаң юҡмы әллә? Пластинканың икенсе яғын әйләндерәйек, нисек йәшәйһең, хәлдәрең арыумы? - тим.
- Размышлять не вредно, так ведь, я размышляю.
- Прокурор булһаң, килештерер инең.
- Килештерер инем. Бөтә ерҙә ғәҙеллек булыр ине.
Күрәм, Фәүҡинур менән һүҙ көрәштереү файҙаһыҙ. Телевизорҙы ҡабыҙып ебәрҙем. Унда халҡыбыҙҙың мәшһүр йырсыһы Фәрит аға Бикбулатов йырлап тора икән.
Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам,
Миңә башҡа бер ни кәрәкмәй, - ти.
- Яратам ошо йырын, - тим. – Ә һин?
Һорауым үҙ һүҙле ҡунағымдың бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты, ул һаман үҙенекен ныҡыны:
- Мин барыбер үҙ фекеремдә ҡалам, - тине ул да ҡыҙа барып. - Һинең шул тиклем бер ҡатлы булыуыңа аптырайым. Утыҙлаған китап яҙып сығарғанһың, әҫәрҙәрең мәктәп дәреслектәренә инеп киткән, үҙең бер рәхмәт хатына ла лайыҡ була алмағанһың. Быны нисек аңларға?
- Ҡуйсы әле, ауылдаш, теңкәгә теймә. Ана, Фәрит Бикбулатов ағабыҙ ни тип йырланы. Миңә лә шулай: китаптарымды халыҡ яратып уҡыһа, башҡа бер ни кәрәкмәй.
Һуңғы әйткән һүҙҙәрем Фәүҡинурҙың тамам йәнен көйҙөрҙө. Яһап биргән сәйен дә эсеп тормайынса, ултырған еренән һикереп торҙо ла:
- Һинең урыныңда башҡа берәү булһа, белер ине ни эшләргә. Ярай, йөрө шулай майрығың әйләнеп, башыңды беттән, тапҡаныңды эттән ашатып, былҡы. – Был юлы уның әре ауылыбыҙҙың изге күңелле әбейҙәрен хәтерләтте, беҙҙе Нәғимә инәйем шулай тип әрләй торғайны. Мин көлөп ебәрҙем. Был көлөү Фәүҡинурҙы тамам сығырынан сығарҙы. Ул урынынан һикереп торҙо ла бейек үксәле модалы туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып, ишеккә табан йүнәлде. – Теләһәң ни эшлә, әйттем- бөттөм. Миңә тимәһә, берәй ҡара урман эсенә бар ҙа шунда ҡыуыш ҡороп йәшә. Ә мин бер килгән ғүмерҙе байлыҡта, муллыҡта маҙрап йәшәргә теләйем. - Ул арала ауылдашым ишекте шарт ябып сығып та китте.
Фәүҡинурҙы үпкәләтеүемә уңайһыҙланып, икебеҙҙең ике төрлө ҡарашта булыуыбыҙ хаҡында уйланып, ултырып ҡалдым. Нәғимә әбейем әйтмешләй, алабарман, алабай ҡатын инде ул, әммә һуңғы әйткән фекеренең хаҡ булыуын таныным. Белеп торам, ауылдашым мине үҙ күргәнгә генә шулай битәрләне. Ауылы берҙең ҡәүеме бер, ярашырбыҙ әле.
Уйланып ултыра торғас, ҡылт итеп бынан утыҙ йылдар элек булған бер хәл иҫемә килеп төштө. Бер коллегам, ул мәктәптең завучы ине, үҙенең “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” булыуы менән маһайырға яратты. “Эшләгән эшенең рәт-сираты юҡ уның, үҙе йүгереп йөрөп, хөкүмәттең тупһаһын ҡырҡ ҡат тапап алған исеме ул”, - тигәйне бер коллегам, әйткәне хаҡ булып сыҡты. Вуз тамамлап, яңы ғына эшкә килгән сағым, завучыбыҙ:
- Һинең башҡорт телеңдең кемгә хәжәте бар, ауыл ҡапҡаһынан сыҡҡансы ғына кәрәк бит ул, - тип дәресемде гел иң аҙаҡҡа ҡуя торғайны.
Ана шул әҙәмдең тетрәндергес яҙмышы, әҙәпһеҙлектең, иманһыҙлыҡтың һынланышы булып, һаман күҙ алдымда тора.
Шулай, мин- мин икән, мин - кем икән тип кәпәренеп йөрөй торғас, ул бәндә эскесегә һалышты. Осраған бер кешенән бурысҡа аҡса теләнселәй, бер аҙҙан бурлыҡ юлына баҫты. Шулай йөрөй торғас, ҡышҡы селләлә иҫерек көйө урам буйында ятып, туңып үлде. Бөтә халыҡ: “Ана, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы эсеп үлгән”, - тип һөйләне. Ошо хәл миңә мәңгелек һабаҡ булды. Шул саҡта:
- Йә, Аллаһы Сөбхәнә Тәғәләм, урынһыҙ маҡтаулы исем алыуҙың ни менән барып бөтөүен күрһәттең. Мине ошондай хәлдәрҙән үҙең һаҡла, үҙең хаҡ юлдарҙан әйлә”, - тип теләнем.
Дәрәжәле исемдәр алып, уға лайыҡ булмай, әҙәм көлдөрөп йөрөгәнгә ҡарағанда, уҡыусыларымдың ихтирамын тойоп, халҡымдың һөйөүенә төрөнөп, кешеләр араһында ҡәҙерле булып йәшәүҙәрем мең артыҡ. Изгелектең ерҙә ятып ҡалмағанын беләм, шуға күңелемдә ныҡлы инаныс бар: иманым камил, бөгөн халыҡ һөйөүен яулаған халҡыбыҙ изгеләре хаҡындағы китаптарымды кешеләр йөҙ йыл үткәс тә алып уҡырҙар, иншаллаһ. Еребеҙгә, халҡыбыҙға ошо саҡлы изгеләрҙе ебәргәне өсөн Аллаһҡа рәхмәт әйтерҙәр. Шәхестәребеҙ менән ғорурланырҙар. Минең ижадыма иң юғары баһа ана шул буласаҡ.
Лира Яҡшыбаева.