Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
10 Декабрь 2023, 19:30

Шаяртыуымды ғәфү итмәнеләр

Малай шым ғына инеп һыуытҡыстан йомортҡаны алған да, микроволновкаға тыҡҡан. Ағаһы тегеһенең ҡолағын ғына ҡаплап өлгөргән....

Шаяртыуымды ғәфү итмәнеләр
Шаяртыуымды ғәфү итмәнеләр

Урамда танышымды осраттым. Биш йәш тирәһендәге ейәнен эйәртеп алған. Малай тыңлауһыҙ, каприз, урынында баҫып тора алмай. Танышым: 

-Мин анау магазинға йүгереп инеп сыҡҡансы ҡарап тор әле. Уның менән инеүе лә ҡурҡыныс. Һорағанын алып бирмәһәң, иҙәнгә ятып илай. Кешенән оят, - тип үтенде. 

Алып ҡалдым малайҙы. Ысынлап, тыңлатырлыҡ түгел. Эргәнән үтеп барған кешеләргә төкөрә башлағас, малайҙан: Һиңә иң нығы нимә оҡшай, тип һорайым. 

Дракондар, ти был. 

Үҙе аждаһалай булған малайға тағы нимә оҡшаһын инде. Әүрәтер өсөн малайға:

- Ә һин беләһеңме, әгәр йомортҡаны микроволновкала йылытһаң, уның эсенән дракондың бәпесе килеп сыға - тинем. 

Малай уйға батып, тынысланып ҡалды. Мин иркен һуланым. Ул арала танышым килеп етте. Малайҙы нисек тынысландырғанымды һөйләйем тип кенә тора инем, ул:

-Ана, беҙҙең автобус! - тип малайҙы етәкләп йүгерҙе. 

Шылтыратып әйтәйем тиһәм, телефоны юҡ. Ярай, малай ҡайтып еткәнсе онотор тинем. 

Шулай булмаһа ярар ине! Ҡайтыу менән малай шым ғына кухняға үтеп инеп, йомортҡаны микроволновкаға тығып, уны тоҡандырған. Быны күреп ҡалған ағаһы малайҙың ҡолағын ғына ҡаплап өлгөргән. Шартлаған йомортҡа, микроволновка эшлектән сыҡҡан. Малай илай-илай, урамдағы теге апай өйрәтте, тип һөйләгән. 

Танышым мине килеп тапты. Күҙҙе лә астырмай әрләне. Хәҙер уларға яңы микроволновка һатып алырға тип зарплата көнөн көттөп йөрөйөм. 

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: