Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Сентябрь 2023, 12:05

Кешене һөрәнләтеү тураһында нимә беләбеҙ?

Кеше ҡаты ҡайғынан йәки ҡапыл ишеткән ауыр хәбәрҙән ныҡ шаңҡып ҡата. Илай ҙа алмай, һөйләшә лә алмай.Ошондай тороштан урыҫтар күмәкләшеп илап, ауырыуҙы ла илатып сығарғандар. Башҡорттар бер кем ишетмәҫ, күрмәҫ аулаҡ урында, иң уңайлыһы тау битендә ауырыуҙы һөрәнләткәндәр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кешене һөрәнләтеү тураһында нимә беләбеҙ?

Кеше ҡаты ҡайғынан йәки ҡапыл ишеткән ауыр хәбәрҙән ныҡ шаңҡып ҡата. Илай ҙа алмай, һөйләшә лә алмай.
Ошондай тороштан урыҫтар күмәкләшеп илап, ауырыуҙы ла илатып сығарғандар. Башҡорттар бер кем ишетмәҫ, күрмәҫ аулаҡ урында, иң уңайлыһы тау битендә ауырыуҙы һөрәнләткәндәр.
Һөрәнләтеүсе ауырыуҙың ҡулын алдына һалып беләҙек тапҡырына баш бармағы менән баҫа ла моңло тауыш менән Эһеһеһеһеһеһәйээй тип илаған кеүек ҡысҡыра башлай. Ауырыу баҫа алһа, эргәһенә баҫтыра.
Балаларым музыкаға йөрөй башлағас, мин был һөрәнләүҙе нотаға һалып самаланым. Баҡһаң, һөрәнләү тотош бер октаваны үҙ эсенә ала һәм икенсе октаваға сыға икән. Тауыш шул тиклем тетрәндергес. Тотош тәбиғәт уға ҡушылып һөрәнләгән һымаҡ. Ауырыу яйлап шул тауышты тоя, ишетә башлай. Күҙҙәренә йәш килә. Шунан аҡрынлап үҙенең дә ҡушылып һөрәнләүе кимәленә еткерәләр.
"... Ете һөрәнләгәс, саҡ күҙҙәрен аҫты. Бик ҡаты булған ауырыуы. Тағы алып килербеҙ. Йәки өс һөрәнләүҙә түгелеп илап ебәрҙе бахырҡай ғынам" - тип һөйләшкәндәре хәтерҙә.
Атҡа һалып алып китерҙәр ине. Инәйем һөрәнләтеп дауаланы заманында. "Үҙем шыбыр тиргә баттым. Бик ҡаты булған шул. Һауығыр. Ана бит тырнаҡ аҫтары алһыуланды. Йөрәге эшләп китте, ҡан тамырҙары теремекләнде..." - тип йыуата ине.

Стресс тибеҙ. Һөрәнләтеүсенең стрестан сығарыу ысулы был.
Мәрйәм Бураҡаева
"Өләсәйҙәр мәктәбе" төркөмөнән

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: hHnfjPv5fLE

Кешене һөрәнләтеү тураһында нимә беләбеҙ?
Кешене һөрәнләтеү тураһында нимә беләбеҙ?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: