Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
1 Август 2023, 18:25

Кемдәр ул - "ямғыр балалары"?

Аутизм менән яфаланған балалар үҙҙәренең эске донъяһына сумған һәм тирә-яҡтағылар менән аралашыуға насар бара. Ата-әсәнең матди хәленә, белеменә, социаль статусына ҡарамаҫтан, аутизм менән бала тыуыуы мөмкин. Быға баланың бер ғәйебе лә юҡ. Генетик факторҙар ҙа ҙур роль уйнай. Аутизмдың барлыҡҡа килеүендә экология, йөклөлөккә әҙерлек барышында әсә организмының торошо, йөклөлөк һәм бала табыу барышы, шулай уҡ ҡайһы бер инфекциялар һәм әсәнең йөклө саҡта ҡабул иткән ҡайһы бер дарыуҙар мөһим роль уйнауы асыҡланған. Генетик һәм уртаса факторҙарҙың бергә ҡушылыуы баш мейеһе формалашыуына йоғонто яһай, баланың үҫешен һәм тәртибен үҙгәртә...

Кемдәр ул - "ямғыр балалары"?
Кемдәр ул - "ямғыр балалары"?

Кемдәр ул - “ямғыр балалары” йәки аутизмға тарыған бәләкәстәр арта

Һәр әсә үҙ ғүмерендә сабыйының донъяға килеүенә шатлана. Тәүге йылмайыу һәм тәүге аҙымдар - бындай мәлдәр онотолмаҫлыҡ. Үҫеп еткәс, балалар аралашырға өйрәнә, дуҫтар таба. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр саҡта ла улай килеп сыҡмай. Ҡайһы ваҡыт әсәләр аптырашта ҡала. Бала йыш ҡына туғандары менән ҡыҙыҡһынмай, ҡосаҡлашырға яратмай һәм уйынсыҡтарға битараф. Аптырап ҡалған ата-әсәләр үҙ сабыйын табипҡа алып килә. Балаға хәҙерге заманда көндән - көн йышыраҡ яңғыраған диагноз ҡуйыла: балалар аутизмы” йәки “ямғыр балалары”. Аутистар үҙенсәлекле балалар. Улар уйынсыҡтар менән ғәҙәттәгесә уйнамай, башҡа нәмәгә шатлана. Бындай балалар өсөн нормалар һәм ҡағиҙәләр юҡ, ябай балаларҙың нимә эшләүе лә ҡыҙыҡ түгел. Уларҙың үҙ, ябыҡ донъяһы бар, үҙенең генә тормошонда йәшәйҙәр, әммә аутистарға беҙҙән, педагогтарҙан һәм ата- әсәләрҙән ярҙам кәрәк.

Нимә ул аутизм? Аутизм йәки аутистик спектрҙың боҙолоуы - үҫештең боҙолоуы, тәбиғәте буйынса кешенең фекер йөрөтөүенә, аңлауына, иғтибарына, социаль күнекмәләренә һәм тәртибенә тәьҫир иткән неврологик хәл. Аутизм менән яфаланған балалар үҙҙәренең эске донъяһына сумған һәм тирә-яҡтағылар менән аралашыуға насар бара. Ата-әсәнең матди хәленә, белеменә, социаль статусына ҡарамаҫтан, аутизм менән бала тыуыуы мөмкин. Быға баланың бер ғәйебе лә юҡ. Генетик факторҙар ҙа ҙур роль уйнай. Аутизмдың барлыҡҡа килеүендә экология, йөклөлөккә әҙерлек барышында әсә организмының торошо, йөклөлөк һәм бала табыу барышы, шулай уҡ ҡайһы бер инфекциялар һәм әсәнең йөклө саҡта ҡабул иткән ҡайһы бер дарыуҙар мөһим роль уйнауы асыҡланған. Генетик һәм уртаса факторҙарҙың бергә ҡушылыуы баш мейеһе формалашыуына йоғонто яһай, баланың үҫешен һәм тәртибен үҙгәртә.

Аутизмдың бер - нисә төрө билдәле: еңелсә, уртаса һәм ауыр. Психолог, дефектолог, логопед менән даими эшләгәндә баштағы ике төркөмдәргә тулыһынса йәки өлөшләтә төҙәтмәләр индерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр аутизм менән ауырыған баланан ниндәй ҙә булһа һөҙөмтә көтөп булмай.

Аутист билдәләре: аралашмау, кешеләрҙән ҡасып йөрөү, дуҫтар эҙләмәү, яңғыҙ уйнауға өҫтөнлөк бирә, аралашыуҙа ауырлыҡтар, телмәрҙең тотҡарланыуы, башҡа кешеләргә ҡарата битарафлыҡ, уға мөрәжәғәт итеүҙе яуапһыҙ ҡалдыра, бала күҙгә тура ҡарамай. Шулай уҡ стереотип тәртибендә мотлаҡ башҡарылған ритуалдарҙың булыуы, бер типтағы хәрәкәттәрҙең оҙаҡ ваҡыт ҡабатланыуы, һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы ихтимал. Аутист бала контактты яйға һалырға маташҡанда агрессия күрһәтә ала, музыканы, тауышты яратмай, бала ҡолағын ҡаплап илай. Әгәр ҙә һанап үтелгән билдәләрҙең бер – нисәүһе булһа, неврологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Аутист балалар менән эшләү ата-әсәләрҙән һәм педагогтарҙан ҙур түҙемлек талап итә. Бер күнекмә эшләүгә, мәҫәлән, төймәләрен эләктереп алыуға ярайһы уҡ күп ваҡыт талап ителеүе ихтимал. Ғаиләгеҙ өсөн көн тәртибе төҙөгөҙ һәм уны нисек тә ҡәтғи тотоғоҙ. Көн һайын бала урынынан торорға һәм йоҡларға тейеш. Иртәнге, төшкө һәм киске аш бер үк ваҡытта булырға тейеш, өйҙә, урамда, йәмәғәт урындарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен әкренләп бирергә кәрәк, улар тормошто тәртипкә һала, уны тынысландыра. Тәртип ҡағиҙәләре балаға теге йәки был шарттарҙа нимә эшләй алыуын һәм уға ҡәтғи рәүештә нимә эшләргә ярамағанын аңларға ярҙам итә. Был ҡағиҙәләр күҙгә күренеп торған урында эленеп торорға тейеш. Логопед һәм дефектолог, психолог менән шөғөлләнеү мотлаҡ. Һәр саҡ невролог менән кәңәшләшеп эш итергә. Һанап үтелгән кәңәштәрҙе тотҡанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә була.

Гөлфиә Фәйезова «Йондоҙло» балалар баҡсаһының уҡытыусы - дефектологы

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: