+13 °С
Болотло
Ямғыр яуған ваҡытта теләк теләргә кәрәк. Һәр ямғыр тамсыһы менән ергә фәрештәләр төшә. Шундай сихри мәлдә теләнгән теләктәр "Амин" тигән саҡҡа тура килеп тормошҡа аша.
Ә теләктәребеҙ ошолай:
Ғаиләмә файҙалы килем, имен тормош насип ит.
Яҡындарымды бәлә-ҡазаларҙан арала.
Ашаған ризыҡтарыбыҙ, эшләгән аҡсаларыбыҙ хәләл булһын.
Эштәребеҙ уң барһын, ил-йорт тыныс торһон.
Күңел тыныслығы, сәләмәтлек насип ит.
Хоҙайым, һиңә барыһы өсөн дә рәхмәтле булып, шөкөр итеп, камиллыҡҡа ынтылып, матур йәшәргә яҙһын.
Күркәм уй-теләктәр менән ямғыр һибәләгәнен күҙәтеү — үҙе бер мөғжизә!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: kartinki-dozhd-rain-30