Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Июнь 2023, 17:15

Йортҡа ҡот ҡойоу

Өй эсендә ниндәйҙер борсолоу, көсөргәнешлек тыуһа, хужалар тиҙ арыусан булып китһә, һауыт-һаба йыш ватылһа, бәхәс күбәйһә, йортҡа ҡот ҡоялар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йортҡа ҡот ҡойоу

Өй эсендә ниндәйҙер борсолоу, көсөргәнешлек тыуһа, хужалар тиҙ арыусан булып китһә, һауыт-һаба йыш ватылһа, бәхәс күбәйһә, йортҡа ҡот ҡоялар. Өҫтәл өҫтөнә матур ғына тәрилкәгә йә һауытҡа һыу һалалар. «Фатиха», «Нәс», «Фәләҡ» сүрәләрен уҡып, ҡот ҡойоусы әбей ниәт әйтә: «Аллам, һинең ризалығыңдан был йортҡа ҡот ҡоям. Ризалығың, шәфҡәтең, бойороғоң менән минең эшем уң булһын!»
Өҫтәл тирәләй хужалар ултыра. Әбей, ҡурғашты ҡалаҡҡа һалып, утта иретеп тора, һамаҡлай:
Ҡайт, ҡотом, ҡайт!
Фәлән йорттоң ҡото киткән,
Ҡот саҡырам, ҡот кәрәк!
Ҡайт, ҡотом,
Ҡорайт, ҡотом!
Елдән китһәң – елдән ҡайт!
Һыуҙан китһәң – һыуҙан ҡайт!
Уттан китһәң – уттан ҡайт!
Ситтән китһәң – кире ҡайт!
Тел-теш үтһә,
Кире ҡайт!
Ҡайт, ҡотом, ҡайт!
Ҡорайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом!
Ишектән дә ин,
Тишектән дә ин,
Мөрйәнән дә ин,
Тәҙрәнән дә ин!
Ҡайт, ҡотом, ҡайт! – тип әйткәс, ҡурғашты (балауыҙ булыуы ла мөмкин) һыуға һалып ебәрә. Шыж-ж-ж итеп ҡалғандан һуң һыуҙа бер һын хасил була: эт, бесәй, кеше һ.б. Артабан шулай матур ғына, йомро ғына булып төшкәнсе, ҡотто саҡырып, өс тапҡыр ҡурғаш ҡоялар. Төшмәһә, өс көндән тағы ҡабат­лайҙар. Йомро йәки йөрәк рәүе­шендә төшкән ташты өй диуарына, ҡибла яғына эләләр.

Сығанаҡ:”Башҡортостан ҡыҙы”

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: