Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
3 Май 2023, 12:10

Иң тәүҙә үҙең өйрән!

Хәреф танымаған кеше башҡаны уҡырға өйрәтә алмаҫ, һуҡыр сысҡан да бөркөт тәрбиәләргә эшкинмәҫ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Иң тәүҙә үҙең өйрән!

Бер ғалим тәбиғәттең хозурлығына һоҡлана-һоҡлана күтәренке кәйеф менән юлда китеп барғанында арҡаһына ауыр тоҡ йөкмәгән, хәлдән тайып бөткән бахыр ҡартты осрата.
– Ниңә үҙеңде шул хәтлем яфалайһың? – тип һорай ғалим.
– Балаларымдың, ейәндәремдең бәхете өсөн тырышам, – ти бабай. – Олатайым да, атайым да шулай ғүмер буйы ғаиләһе хаҡына бил бөктө.
– Ә уларҙың балалары бәхетле булдымы һуң?
– Юҡ, әммә минекеләр мотлаҡ бәхет татыясаҡ!
– Хәреф танымаған кеше башҡаны уҡырға өйрәтә алмаҫ, һуҡыр сысҡан да бөркөт тәрбиәләргә эшкинмәҫ, – ти ғалим. – Һиңә кәңәшем шул, уҙаман: иң тәүҙә үҙең бәхетле булырға өйрән, шунан ғына балаларыңды нисек ырыҫлы итергә икәнен аңларһың.

Сығанаҡ: "Бәхетнамә" тапшырыуы.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 398-1

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: