Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Апрель 2023, 15:15

Был ер минеке! Юҡ, минеке!.. Юҡ!...

...Бер риүәйәт бар: ике кеше талаша икән, имеш, минең ер ҙә, юҡ, минең ер тип. Шунда Ер телгә килеп: "Талашмағыҙ, икегеҙ ҙә минеке", - тип әйткән, ти.Туған туғанды белмәү, күрше менән күрше бер метр ер өсөн талашып йәшәү ғәҙәткә инеп китте...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

...Бер риүәйәт бар: ике кеше талаша икән, имеш, минең ер ҙә, юҡ, минең ер тип. Шунда Ер телгә килеп: "Талашмағыҙ, икегеҙ ҙә минеке", - тип әйткән, ти.

Туған туғанды белмәү, күрше менән күрше бер метр ер өсөн талашып йәшәү ғәҙәткә инеп китте, уға аптырамай ҙа башланыҡ хәҙер. Беҙгә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, дуҫ-татыу йәшәү, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып, теләк теләп ялбарыу, иманға килеү өсөн мотлаҡ һуғыш башланыу, туғандарҙы, яҡындарҙы, дуҫтарҙы яу ҡырына алып китеү кәрәк микән ни һуң? Башҡаса беҙ туҡтап, уйланып, ергә төшә алмайбыҙ ахры...

Был беҙгә яҙмыштың бер һынауы, күктән ергә төшөп, бер миҙгелгә тын алыу, уйланыу, фекерләү, аҡылға килеү өсөн бер сәбәп. Һуңғы арала интернет киңлектәре доғалар, ялбарыуҙар, теләктәр менән тулды. Инде хәҙер саҙаҡа-хәйерҙең күләмен кем ҡуйған, кем уйлап тапҡан ише яҙмалар ҙа юҡ, һуңғы тинен саҙаҡа итеп бирергә риза, яҡындарын ғына алмаһындар, ҡағылмаһындар, киткәндәре иҫән ҡайтһын. Йән тыныслығы юғалғас ҡына уның ниндәй танһыҡ, ниндәй ҡәҙерле әйбер булыуын аңлайһың.

Бына шулай була ул... Йәшәйһең, йәшәйһең, донъя ҡыуаһың, сабаһың, минең яҡындарым, үҙем менән ул хәлдәр булмаҫ тип уйлайһың, ә бер көндө шул ҡыуған донъя килтереп һуғып теҙләндергәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Уйланырлыҡ нигеҙ бар.. Дөрөҫ йәшәйбеҙме беҙ, кешеләр? Әллә юҡмы?..

Альберт Хузин.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:4K5eGiyJCaY

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: