Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Апрель 2023, 20:05

Замана килендәре

Шулай итеп, өсөнсө һынау шәмбе көнөнә тура килде. Бөгөн ял, тип ҡыуанып, һуңыраҡ уяндым. Ҡәйнеш мәктәпкә китеп бара. “Әсәй, һарыҡтарҙы алып ҡалған, һиңә йөндәрен ҡырҡырға ҡушты”, - тине. Бер һүҙ ҙә әйтә алмай, ауыҙымды асҡан килеш баҫып тороп ҡалдым. Ун ике һарыҡтың йөнөн ҡырҡып, көтөүгә ҡыуырға! Ир эштә, ҡайным эштә, ҡәйнәмдең бөгөн фермала дежур сағы, көнө буйы шунда буласаҡ. Ҡайтһа сәғәт 4-тәргә ҡайта, ҡайтмаһа юҡ. Нисек бер үҙем ун ике һарыҡты йығып, йөнөн ҡырҡырға тейешмен, тим...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Замана килендәре

Их замана, замана! Бына исмаһам килен! Ҡап-ҡара күҙҙәрен тағын да серле итеп күрһәткән, ҡуйыртылған ҡара керпектәр өҫтөндәге ҡаш һөйләгәндә ҡыйғысланып, күтәрелеп-күтәрелеп китә. Шартына килтереп, киҫеп буялған шыма, ап-аҡ сәстәрҙе, күҙҙәренә төшмәһә лә, оҙон яһалма тырнаҡлы ҡулдар әле бер, әле икенсе яҡҡа һыйпап ала...

Әҙерәк оҫталар ҡулы тейһә лә, сейәгә тиң ирендәр үҙ матурлығын юғалтмаған. Шул матур ирендәр миңә үҙе өсөн хәл ителмәгән иң мөһим мәсьәлә булған серҙәрен аса. Ә минең өсөн, үҙ ғүмеремдә буяныу-төҙәнеү күрмәгән ғәҙәти ауыл ҡатынына, замана килененең яһалма матурлығы аҫтында йәшерелгән, гүзәл йәшлектә генә була торған, руссалап әйткәндә, “натуральный” матурлыҡҡа ҡушылған күңел сафлығы мөһим. Был төҫ-ҡиәфәттә тәбиғи бер ни ҡалмаған кеүек. Килен-ҡәйнә мөнәсәбәтендә лә уртаҡлыҡ таба алмай, унан-бынан күсеп йөрөгән йәш килендең аһ-зарын тыңлайым...

Ана шулай, ни эшләйһең инде, йәш киленгә иркенлек кәрәк. Иркенлек булмағанға ауырға ҡала алмай интегә икән, бахыр бала. “Булһын ул, әсә кеше, булһын. Сәғәт һайын кеҫә телефоны аша хәл белешеп интекмәһен, нимәгә кәрәк уға мин нимә бешергән, улы ас булмағас, етмәйме инде? Нимә ашаһа ла барыбер түгелме уға?” - ти әңгәмәһен тамамлап, хәстәрлекле ҡәйнәһенең иғтибарына зарланды.

Нимә тип яуап бирәйем һуң, балаҡайым. Әлегә әсә хисен татымаған йәш ҡатынға нисек аңлатайым ҡәйнәңдең йоҡоһоҙ төндәрен, һағышлы көндәрен? Әлбиттә, яҙмыш үҙ һынауҙары менән әсеһен дә, сөсөһөн дә аңлатыр. Тормоштоң матурлығын күрергә өйрәнерһең әле һин дә. Әлегә хәтер моҡсайымды барлап, үҙем килен булып төшкәс, уҙған һынауҙарымдың бер нисәүһен генә иҫкә алып үтәйем.

Ни өсөндөр, килен булып төшкәндән мине ҡәйнәм яратманы. Һыйырын да һауманы, һөйләшеп, серләшеп тә ултырманы, өндәшмәй генә төрлөсә һынаны. Фермала һауынсы булып эшләй ине. Мин эштән ҡайтыуға, ул китә. Ҡайтып ял итермен тиһәм, иремдең ҡустыһы, ҡәйнешем инде, ҡәйнәм ҡушып киткән эштәрҙе теҙә башлай. Беләһеңме, белмәйһеңме, һорашыу юҡ. Кем әйтмешләй, иргә бара белгәс, эшен дә белһен, тигәндер, күрәһең. Беренсе һынау майикмәк бешереү булды. Ҡамыр баҫылған, ҡабарған. Мейес яғып, бешерәһе генә ҡалған. Ут яғылды, күмер төштө, ҡуҙлап ятҡандарын мейестең бер яғына өйөп ҡуйҙым. Табаны ла ҡыҙҙырып алдым. Ләкин бер сүмес ҡамырҙы һөҙөп алайым тиһәм, ул ҡамыр бик ҡуйы булып сыҡты. Ныҡ ҡына итеп, бик тырышып болғатып та ҡараным, юҡ, һис кенә лә буталмай. Табаға һалғас та йәйелмәй, ойошоп тик тора. Әсәй тағын берәй нәмә эшләтергә ҡушманымы, тип ҡәйнешемдән һорайым. Юҡ, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне, ти. Йылы майикмәк көтөп йөрөгән ҡайнымдан да һорайым. Май икмәк өсөн ҡамырҙы нимә эшләтергә кәрәк, тиһәм, ул да баш һелкә. Аптырап, янған мейес ҡаршыһында баҫып торҙом да, үҙемдең яратып бешергән төш иҫемә килеп төштө. Хәҙергесә сәк-сәк була инде ул. Туҡтале, мин әйтәм, мейес юҡҡа янмаһын. Ҡәйнешемдән тиҙ генә һарайҙан 5 йомортҡа индерттереп, ҡамыр баҫтым. Өлөштәргә ҡырҡып сыҡтым. Көнбағыш майына ҡушып әҙ генә туң май ҙа һалып ебәрҙем. Ҡәйнешем минең яндан китмәй инде. Табанан төшкән берен ашап тора. Үҙемдең йән киҫәгем дә килеп әйләнә, ҡайным да ҡыйынһынып торманы. Бешереп кенә еткер. Биш йомортҡанан әҙерләгән төш ни бөттө лә ҡуйҙы, ялп итеп ҡалды. Ә бына майикмәк һаман бешмәгән. Теге үткер ҡәйнәмә отчет бирергә кәрәк бит инде. Мейестең дә ҡыҙыуы бөтөп бар. Бер-ике утын ташланым да, ҡәйнешемә тағы йомортҡа индерергә ҡуштым. Уны баҫа һалып, тағы ла төш бешереп алдым. Әҙерләп бөтөүгә ҡәйнәм дә ҡайтып инде. Өҫтәлдә өйөлөп торған төштө күреп шаҡ ҡатты. Баҡтиһәң, ошо йәшенә етеп, уны бешерә лә белмәгән икән. Шулай итеп беренсе һынау, хәҙерге йәштәр әйтмешләй, минең файҙаға “один : ноль” иҫәбе менән бөттө. Ә майикмәккә килгәндә, ул бешмәй ҡалды. Уны нисек эшләргә тиһәм дә, ҡәйнәм ишетмәмешкә һалышты. Ғүмер уҙып, үҙебеҙ айырым йәшәй башлағас ҡына майикмәкте бешереү өсөн һыу йәки һөт өҫтәп шыйыҡлатырға кәрәк булғанын аңланым.

Икенсе һынау – таҙалыҡ өсөн булды, күрәһең. Эштән ҡайтып инһәм, бер өйөм кер ята. Юрый йыйһаң да шулай тура килмәҫ, гел аҡтан бит әле. Яғалары бысрап ҡатҡан ап-аҡ күлдәктәр, урын ябыуҙары (элек гел аҡтан була торғайны), ҡайнымдың эс кейемдәре, сигеүле, сигеүһеҙ таҫтамалдар... Ҡәйнешем әсәй кер йыуырға ҡушып китте, ти. Элек кер йыуыу машинкаһы юҡ. Уйланып торорға ваҡыт юҡ. Ҡушҡан икән, ҡушҡан, эшләргә кәрәк, оҙаҡламай ҡараңғы төшәсәк. Элек ни һыу ҙа крандан ағып торманы. Йүгереп барып ҡаҙанды асып ҡараһам, ул да буш. Үләм тиһәң дә, бер тамсы һыу юҡ. Түгеп ҡуйһаң да шулай булмаҫ. Ул һыуҙы йылытырға кәрәк бит әле. Ҡараңғы төшкәнсе һыу ташып өлгөрөрмөн, тинем. Йәшлек үткерлеге менән мунсала һыу ҡалмаған микән, тигән уй килде. Барып ҡараһам, бер ҡаҙан тулы һыу бар. Тиҙ генә мейескә ут яғып ебәрҙем дә саптым һыуға. Үҙем йүгерәм, үҙем уйлайым: “Бирешмәйем мин һиңә, ҡәйнәм! Барыбер мине еңә алмаясаҡһың...”

Кәмендә биш көйәнтә һыу кәрәк. Керҙе йыуыу ғына түгел, уны сайҡатырға ла кәрәк бит. Ике көйәнтә һыу алып ҡайтҡансы, һыуым йылынған. Тасҡа тиҙ генә кер порошогы һалдым да, керҙәрҙе тимер таҡтаға ышҡып-ышҡып йыуҙым. Бер биҙрәгә һыу ҡойоп алдым. Унда сайҡатып алам да, өсөнсөһөндәге белизналы биҙрәгә тығам. Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, беренсе йыуған керҙәремде йылғаға алып барып сайҡатып ҡайттым. Ҡараңғы төшкәнсе өлгөрәм, тип тағы ла етеҙерәк ҡыбырҙаным. Әҙер керҙәремде ҡулыма тотоп, биҙрәләргә һыу алып, тағы һыуға саптым. Унан ҡайтыуға, икенсе керҙәрем әҙер ине. Тәүгеләрен ишек алды тултырып элеп сыҡтым да, тегеләрен алып, тағы йылғаға саптым. Һыу ҙа алып ҡайтам, керҙәремде лә сайҡайым. Ҡалғандарын да йыуып, донъя тултырып элеп сыҡтым. Бар теләгем шул, теге ҡәйнә ҡайтҡансы, бер көйәнтә һыуға барып өлгөрөргә ине. Ул сағын да кер ҙә йыуылған, һауыттар ҙа тулы буласаҡ, тим. Өлгөрҙөм бит, малай. Эленеп торған ап-аҡ керҙәр менән тулған ишек алдына ҡәйнәм менән бергә ҡайтып индек. Шул хәлдән һуң ҡәйнәм беҙҙең килен үҙе генә түгел, ене лә бар буғай, тип һөйләп йөрөгән күршеләргә.

Өсөнсө һынауына минең күҙем маңлайыма менә яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр, был бахыр килен һынау үткәндә, ире ҡайҙа булды икән, тиҙер. Беҙ килен булып төшкән йылдарҙа ирҙәр ир ине ул, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ваҡ-төйәк эштәре менән ваҡланманы. Килен менән ҡәйнә мөнәсәбәтенә ҡыҫылманы. Белмәйҙәр ҙә ине. Минеке лә күрмәмеш булып йөрөгәндер инде, моғайын.

Шулай итеп, өсөнсө һынау шәмбе көнөнә тура килде. Бөгөн ял, тип ҡыуанып, һуңыраҡ уяндым. Ҡәйнеш мәктәпкә китеп бара. “Әсәй, һарыҡтарҙы алып ҡалған, һиңә йөндәрен ҡырҡырға ҡушты”, - тине. Бер һүҙ ҙә әйтә алмай, ауыҙымды асҡан килеш баҫып тороп ҡалдым. Ун ике һарыҡтың йөнөн ҡырҡып, көтөүгә ҡыуырға! Ир эштә, ҡайным эштә, ҡәйнәмдең бөгөн фермала дежур сағы, көнө буйы шунда буласаҡ. Ҡайтһа сәғәт 4-тәргә ҡайта, ҡайтмаһа юҡ. Нисек бер үҙем ун ике һарыҡты йығып, йөнөн ҡырҡырға тейешмен, тим. Ҡайсы тота беләм инде, әсәйемә ярҙамлашҡаным булды. Әлеге лә баяғы йәшлек үткерлеге инде. Бер нисә йорт аша ғына класташ ҡыҙым йәшәй ине. Беҙҙең заманда кейемгә ҡытлыҡ булды бит инде. Туҡта, мин әйтәм, ул минең бейек үксәле, ҡыҙыл туфлиема ҡыҙыға ине. Буш итмәм, шуны бирермен тип ярҙамға саҡырырға булдым. Йүгерҙем тегенең янына. Ярҙамлашһаң, йәнемде лә ҡыҙғанмайым, ти теләһәң шуны бирермен, тим. Беләм бит инде нимә һорарын. Ул шуға ризалашты. Тик, мин әйтәм, урам яҡтан түгел, кешегә күренмәй, кәртә яғынан кил, тип сығып киттем. Ә үҙем һарыҡ ҡырҡа торған ҡайсыны болғай-болғай ҡайтып барам. Әмәлгә ҡалғандай, күрше әбей осраны. Мин әйтәм, һарыҡтарҙы алып ҡалған инем, йөнөн ҡырҡырға, ҡайсылар үтмәй, ирҙәр өйҙә юҡ, тим. Бер үҙең ҡырҡаһыңмы ни, тип һорай ҡуйҙы. Эйе, тигәнде белдереп баш һелктем дә ҡатып киттем. “Әстәғәфирулла тәүбә, енле тигәндәре дөрөҫтөр”, - тип аптырап тороп ҡалды ул.

Беҙгә нимә инде, йәшлек саҡ, көс күп. Зарурлыҡ та нишауа! Өс сәғәт тигәндә, ун ике һарыҡтың йөнөн ҡырҡып та бөттөк. Күрше ҡыҙым ҡыҙыл туфлиҙарҙы алып, баҡса артынан сығып һыҙҙы. Ә мин күкрәгемде киреп, йөндәре ҡырҡылған һарыҡтарҙы көтөүгә алып барып ҡуштым. Эшләгән урынды таҙалап, тәртипкә килтереп ҡуйҙым. Мине тикшерергәлер инде, ғүмерҙә ҡайтмаған ҡәйнәм төшкө ашҡа ҡайтып инде. “Нимә, һарыҡтарҙы ҡыуып сығарҙыңмы ни?” - ти был миңә. “Юююҡ, - тим баҫым яһап. - Йөнөн ҡырҡып, көтөүгә алып барып ҡуйҙым”, - тигәйнем, ҡәйнәмдең күҙе шарҙай булды.

Ә теге замана килене мине тыңлай, үҙе ваҡыты-ваҡыты: “Я бы, я бы...”, - тип мине бүлдерергә маташа. Ләкин ҡулымды ишаларап, уны туҡтатам. Нимә эшләтергә булғандыр инде минең күптән мәрхүм булған ҡәйнәмде, әллә минең уңғанлығыма аптырауының сиге булманымы? Бына шулай, хәҙерге килендәргә бер зыяны булмаған ҡәйнәләрҙән дә ирек кәрәк икән. Хәйер, ул ваҡытта ла төрлө ҡәйнәләр булғандыр инде. Һәр хәлдә беҙҙең бәхеткә яҙғаны шул ине.

Заман үҙгәрәме, әллә кешеме? Заманына ҡарата кеше ярарға тырышамы? Шуны лә әйтеп үтәйем, ҡәйнәм күрһәткән һынауҙар айырым йәшәй башлағас, миңә тормош көткәндә бик тә ярап ҡалды. Ҡапыл ғына килеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙа юғалып ҡалмаҫҡа, ваҡыттың ҡәҙерен белергә, кәрәккәндә иң яҡын кешеләреңдән ярҙам һорарға тартынмаҫҡа, эште яратып башҡарырға өйрәндем мин унан.

Бер уйлаһаң, хәҙерге килен-ҡәйнәләргә ҡапма-ҡаршы сөкөрҙәшеп кенә ултырырлыҡбит. Иҙәнеңде саң һурҙыртҡысы менән һурҙыртып алып, керҙе, һауыт-һабаны машинкаларға йыуырға һалһаң эш тә бөттө. Һыу ташырға ла кәрәкмәй. Ашарға бешерергә лә ауыр түгел. Һайлап ҡына әҙерләргә мөмкин. Сауҙа нөктәләре лыҡа тулы ашамлыҡ. Беҙҙең кеүек һарыҡ йөнө алдыртып һынау өсөн ҙур ауылда һарыҡ табыуы ла ауыр. Замана килендәренә иң мөһиме шул - ҡаш-күҙ буярға, тәмле ашарға, сәғәттәр буйына ҡәйнәләрҙе “сәйнәп” ҡыуанырға, күп аҡса табырға, йәшәргә ирек бирмәгән ҡәйнәләр үҫтергән егеттәрҙе ваҡытында эләктереп ҡалырға... Бер ҙә алданып тормай, хәҙерге замана килендәре!

Рәфисә Салихжанова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1565719089700

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: