Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Апрель 2023, 19:05

Кисереп буламы минең кеүектәрҙе?

Ишек шаҡынылар. Берәүҙе лә көтмәй инем. Асып ебәрһәм, полиция хеҙмәткәрҙәре менән бер егет баҫып тора. “Мин һеҙҙең ташлап киткән улығыҙ”, - ти был егет. Ер ярылһа, шунда ғына инеп ятыр инем инде. Нисә йылдар иҫемә лә төшмәгән улым, мине үҙе эҙләп тапҡан....Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кисереп буламы минең кеүектәрҙе? (Булған хәл)

Ишек шаҡынылар. Берәүҙе лә көтмәй инем. Асып ебәрһәм, полиция хеҙмәткәрҙәре менән бер егет баҫып тора. “Мин һеҙҙең ташлап киткән улығыҙ”, - ти был егет. Ер ярылһа, шунда ғына инеп ятыр инем инде. Нисә йылдар иҫемә лә төшмәгән улым, мине үҙе эҙләп тапҡан.

Бер ауылда, ябай уҡытыусылар ғаиләһендә үҫһәм дә, тыйылған емештәрҙе иртә татый башланым. Класташтарым әле бер егет менән йөрөмәгәндә, мин ауыл Советы рәйесенең һөйәркәһе инем. Өйҙәгеләр һиҙенде, әммә бер ни эшләтә алманы. Аптырағас, Минзәлә ҡалаһына алып барып, медицина училищеһына уҡырға индерҙеләр.

Өйҙән сығып киткәс, баш тағы ла нығыраҡ әйләнә башланы. Хәҙер инде янымда күҙәтеп-өйрәтеп тороусы юҡ. Хәмит бабай ҙа аҙна һайын килеп йөрөй башланы. Янымда сибәр, йәш егеттәр йөрөгәндә, олоғайып, сәсе ҡойола башлаған, ҡорһаҡлы кешене көтөп ултыра буламмы инде? Ҡыҫҡаһы, бер егет менән таныштым. Тәмәкеһен дә тарттым, араҡыһын да татыныҡ, башҡаһын да. Рәхәт тормошҡа тиҙ эйәләштем. Уҡырға бик һирәк йөрөнөм. Диплом алған йылда әсәйемдең ергә ятып илағанын әле лә онота алмайым. Ул күҙ йәше түккәндә, миңә уны ҡарап тороу ҡыҙыҡ ине. Йәшермәйем, аҙыуҙың теге яғына сыҡҡан инем.

Улар менән һуңғы осрашыуыбыҙ шул булған икән. Башта ҡапыл ғына атайым үлеп китте. Әсәйемде иһә апаһы үҙ янына алды. Береһенә лә иҫем китмәне. Сөнки ул саҡта барыр ерем күп ине.

Уҡыуҙы көс-хәл менән тамамланым. Эшкә урынлашып, күп тә үтмәне, ауырлы икәнемде белдем. Инде нишләргә? Дуҫ ҡыҙым кешегә һиҙҙермәҫкә кәңәш бирҙе. Башта эсемде бәйләп йөрөнөм. Табыр ваҡытым еткәс, ял алып, башҡа ҡалаға сығып киттем. Бер айлыҡ баламды әбейгә ҡалдырҙым. Икенсе ҡайтыуыма улым үҫеп еткән ине инде. Ике йылдан тағы ауырға ҡалдым. Ул саҡта осрашып йөрөгән кешем бар ине. Әммә ғаиләле, ике балаһы бар ине. Ҡатыны сәскә кеүек сибәр булһа ла, Марат миңә тартылды. Ә ауырлы икәнемде белгәс, бер секундта батырлығы, тәмле-татлы теле лә юҡҡа сыҡты. Аборт яһатырға ҡушһа ла, ҡаршы булдым. Әсә булыу хисе өҫтөнгә сыҡты, тиһегеҙме? Юҡ, әлбиттә! Икенсе улымды бала табыу йортонда уҡ ҡалдырып киттем.

Марат менән мөнәсәбәтебеҙ элеккесә дауам итте. Рәхәт ине, яуаплылыҡ та юҡ, бер-беребеҙгә мәшәҡәт тә итмәйбеҙ. Марат мине ҡаҡманы, кәмһетмәне. Кейәүгә сығырға уйламаным да. Былтыр ул юл фажиғәһендә һәләк булды. Мин бөтөнләй яңғыҙ ҡалдым. Эйе, әбейҙә үҫкән улым бар бит әле. Уны атайымдың туғандары тәрбиәләшә ине. Мине яҡын да килтермәнеләр. Башта ул миңә кәрәк түгел ине, һуңынан уға минең кәрәгем ҡалманы.

Ә бөгөн ишек төбөндә балам баҫып тора. Мин бала табыу йортонда ҡалдырып киткән улым. Бик оҙаҡ ни әйтергә белмәй, аптырап торҙом. Тел бәйләнгән, күҙҙән йәш тә сыҡмай. Ярай әле үҙе тәүләп ҡосаҡлап алды. Бик яҡшы ғаиләгә тура килгән. Ата-әсәһе ысын ир-егет итеп тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә бик иртә вафат булған. Илдар өйләнгән инде, ике бала атаһы.

Ярай ҙа әле улым миңә артыҡ һорауҙар биреп йөҙәтмәне. Кисергәндер, тип өмөтләнәм. Әммә ышанып та бөтьәйем. Кисерергә буламы инде минең кеүектәрҙе?! Теҙләнеп барыһынан да ғәфү итеүҙәрен һорар инем. Тик атай ҙа китте, әсәй ҙә иҫән түгел. Хаталарымды төҙәтеүгә һуң булһа ла, доғалар ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән кисереүҙе һорайым. Ул саҡта ниңә генә яңылыштым икән? Уйлап-уйлап башым етмәй. Был яҙмам башҡаларға һабаҡ булһын ине. Минең кеүек ғүмерегеҙҙе әрәмгә уҙғармағыҙ.

Гөлнәзирә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: makQB5MZ1Ga9kq6aSF8CTPS0quS978rMdUFh5RCNVCDzaRcFmDKImcyX9JIHfNlEWhd4vQh-m0vLmPHZNAP2XFMN

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: