ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР
Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
Ҡатын теләһә, — ишәктән ир яһар, теләһә — ирҙән ишәк яһар.
Ҡатын туғаны—түрҙән, ир туғаны—ишек төбөнән.
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
Ҡатындың теле уҙһа — иренең ҡулы уҙа.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған.
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Ҡатын аҙһа — ир башына, түрә аҙһа — ил башына.
Ир таба, ҡатын тота.
Ире өмә әйткән, ҡатыны баланға киткән.
Ирһеҙ ҡатын — тотҡаһыҙ ишек
Ҡыҙ баланың бирнәһен етеһенән йыйһаң — етмәй торор, алтыһынан йыйһаң — артып ҡалыр..
Ҡыҙ йыйнаҡ булһа, егет тыйнаҡ була.
Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
Ҡыҙ - ҡыйғыр тамаҡ,Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.
Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
Ҡыҙ баланың абруйы — ҡыл өҫтөндә, ҡылдан төшһә — ил өҫтөндә.
Сығанаҡ: "Сәләм"
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: rCWLrI1P6YIiklRMCH1BHUM5H6QW1YN2Avnqz06RyvsRHfnQr3SUp56CMQJjm4404-YTy1Jv4DGm6sQT_EDldYt4