Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Март 2023, 16:00

ҺЫҒЫМТА ЯҺАРҒА АШЫҠМАЙЫҠ

Уларҙың янындағы йәш пар ярҙам итеү теләге менәнме атай кешегә:- Һеҙ нишләп улығыҙҙы берәй клиникаға консультацияға алып бармайһығыҙ? - тип һорай. Өлкән йәштәге ир:- Беҙ яңы ғына клиниканан сыҡтыҡ. Бөгөн минең улым тәүге тапҡыр яҡты донъяны күрә башланы, - тигән.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

ҺЫҒЫМТА ЯҺАРҒА АШЫҠМАЙЫҠ
Өлкән йәштәге ир 25 йәшлек улы менән поезд вагонына инеп, үҙ урындарына ултыра. Йәш кешә тәҙрә янындағы урынды биләй. Поезд ҡуҙғалыу менән ул ҡулын тәҙрәнән сығара һәм шатланып ҡысҡырып ебәрә:
- Атай, ҡара әле, бөтә ағастар ҙа артҡа табан йүгерә!
Атаһы уға яуап итеп йылмайып ҡына ҡуя. Улар янында ултырған ир менән ҡатын 25 йәшлек егеттең үҙен бәләкәй бала һымаҡ тотоуына аптырап ҡарап ҡуя.
Шул ваҡыт йәш кеше ғәжәпләнеп тағы ҡысҡырып ебәрә:
- Атай, күрәһеңме, унда күл! Янында хайуандар! Болоттар беҙҙең менән бергә бара!
Ир менән ҡатын уға ла, улының ҡылығын ғәҙәти итеп ҡабул иткән атаһына ла тағы ла нығыраҡ аптырап ҡарай.
Шул саҡ ямғыр яуа башлай. Йәш ирҙең күңеле шатлыҡ менән тула, ул күҙҙәрен йомоп бер ни тиклем тынып ҡала ла тағы атаһына өндәшә:
- Атай, ямғыр яуа! Һин күрәһеңме?
Уларҙың янындағы йәш пар ярҙам итеү теләге менәнме атай кешегә:
- Һеҙ нишләп улығыҙҙы берәй клиникаға консультацияға алып бармайһығыҙ? - тип һорай.
Өлкән йәштәге ир:
- Беҙ яңы ғына клиниканан сыҡтыҡ. Бөгөн минең улым тәүге тапҡыр яҡты донъяны күрә башланы, - тигән.
Кешеләрҙең эштәре һәм ҡылығы тураһында барыһын да белмәйенсә фекер йөрөтөргә һәм ниндәйҙер һығымта яһарға ашыҡмайыҡ. Барыһын да бер Хоҙай ғына белә. Рус халҡының әйтмешләй, "Не судите, да не судимы будете!»

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: sunlight-sky-vehicle-rain-train-morning-goodbye-tree-farewell-tren-gloom-zug-bye-h-z-n-fl-msbanen-ayr-l-k-801317

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: