Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
25 Март 2023, 21:10

ХЫЯНАТ

Үҙ алдына йырлай-йырлай мунсаға инеп киткән әсәй, ен-шайтан күргәндәй, шундуҡ атылып сыҡты. Ҡалтырана үҙе, нишләргә лә белмәй. Йүгереп кенә көрәк-һәнәктәр менән ишекте терәтеп ҡуйҙы, был ғына аҙ кеүек тойолғас, ҡолас тиклем бүрәнә тәгәрәтеп килтереп, баҫтырып куйды. "Шунда ғына тороғоҙ, сығармағыҙ", - тине лә, үҙе әллә ҡайҙа сапты. Беҙ ишек алдында ағай менән икәү ҡалдыҡ. Ни уйларға ла белмәйбеҙ, бик ҡурҡтыҡ...

ХЫЯНАТ
ХЫЯНАТ

 Булған хәл

Беҙ үҫкәндә уң яҡ күршебеҙҙә Шамилә апай йәшәй ине. Үткән-һүткәндә бала-сағаны буш итмәһә лә, ауыл ҡатындары уны яратманы. Яратмау ғына түгел, күптәр уны күрә алмай ине. Балалыҡ менән беҙ уның төп сәбәбен белеп бөтмәгәнбеҙ инде, шулай ҙа олоғайғас барыһына ла төшөнәһең бит ул.

Шамилә апай әсәйемдәр менән бер ваҡыттараҡ үҫкән. Шулай булһа ла, ни сәбәплелер, кейәүгә сыҡмай ҡалған. Ә шулай ҙа яңғыҙлыҡтан интекмәгән, тип һөйләйҙәр. Оҙон төндәрҙе үҙе генә ғазапланып уҙҙырмаған. Ҡатындар шуға күрә яратмағандар ҙа инде уны.
Көндәрҙең береһендә әсәй атайҙы тап бына шул Шамилә апай менән тотто. Миңә ул ваҡытта 11-12 йәштәр ине, теге-был хәлдәрҙе аңлап етмәй инем. Ферманан иртәрәк ҡайтып кергән әсәй көйәнтә-силәктәрен алып, мунса яғып ебәрергә уйланы. Мунсабыҙ ул ваҡытта яңы ғына һалынған, һап-һары бүрәнәләре бөгөнгөләй хәтерҙә. Үҙ алдына йырлай-йырлай мунсаға инеп киткән әсәй, ен-шайтан күргәндәй, шундуҡ атылып сыҡты. Ҡалтырана үҙе, нишләргә лә белмәй. Йүгереп кенә көрәк-һәнәктәр менән ишекте терәтеп ҡуйҙы, был ғына аҙ кеүек тойолғас, ҡолас тиклем бүрәнә тәгәрәтеп килтереп, баҫтырып куйды. "Шунда ғына тороғоҙ, сығармағыҙ", - тине лә, үҙе әллә ҡайҙа сапты. Беҙ ишек алдында ағай менән икәү ҡалдыҡ. Ни уйларға ла белмәйбеҙ, бик ҡурҡтыҡ. Ул арала әсәй үҙе менән ауыл советы рәйесе, колхоз председателе, тағы бер нисә ҡатынды эйәртеп килеп тә керҙе. Ишекте асҡас, бер-бер артлы атай менән Шамилә апай сығып баҫты. Артабан ни булғандыр, белмәйем, сөнки ағайым икебеҙҙе лә урам яғына сығарып ебәрҙеләр.

Шул ваҡиғанан һуң әсәй бик оҙаҡ илап йөрөнө. Атай китеүен китмәне, әммә әсәй уны оҙаҡ ваҡыт ғәфү итә алмайынса йөрөнө. Билдәле, тиҙ генә онотоп булмай инде. Шамилә апай ҙа ҡайҙалыр түгел бит, терәлеп торған күршелә генә йәшәй. Ҡарамаһаң да күрәһең, тыңламаһаң да ишетәһең.
Беҙ бер-бер артлы мәктәпте тамамлап, уҡырға киттек. Ял-байрам ваҡытында ғына ҡайтып-китеп йөрөйбөҙ. Әлеге ваҡиғаны  телгә алып һөйләшмәһәк тә, уны беребеҙ ҙә онотманы. Ул көн һәр беребеҙҙең күңелендә ине.

"Шамилә апайығыҙ ауырып тора икән әле", - тигән хәбәрҙе ҡайтыуыбыҙҙың берһендә әсәй һөйләне. Ике айға яҡын хастаханала ятып сыҡҡан, хәҙер участка фельдшеры килеп, укол һалып йөрөй икән. Аяғына яһаған операция урынын көн һайын таҙартып, яңынан бәйләргә кәрәк икән. Шамилә апайҙың балалары булманы, ул дөм яңғыҙ ине. Табип килә лә китә бит инде ул, ә тормош итергә үҙеңә кәрәк. Йыуынырға, ашарға бешерергә, йомоштарыңды йомошларға, тигәндәй. Сәләмәт кешегә был бер ни ҙә түгел, ә сирле өсөн шаҡтай ҙур эш бит ул. Ғәҙәттә, ауылыбыҙҙа бындай хәлдәрҙә бер-береһенә ярҙам итәләр. Сират тороп ашарға бешерәләр, ауырыуҙың керен йыуалар, мунса яғып индерәләр. Ә Шамилә апай янына бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа аяҡ баҫманы, хәлең нисек, тип белешмәне. Сөнки йәш сағында бөтөнөһөн илатҡан бит ул, күптәрҙең ирҙәре уның менән төн уҙҙырған, шуның арҡаһында күпме ыҙғыш,  күпме талаш булған. Беҙ быларҙың барыһын да ана шул ялға ҡайткан көндәрҙә әсәйебеҙ һөйләүенән генә белдек.

Һуңғы ҡайтҡаныбыҙҙа әсәй бик борсоулы ине, Шамилә апайҙы ҡыҙғанып һөйләне, ауыр хәлдә ҡалһа ла, бер ҙә һөйөнмәне. Оло юлға беҙҙе автобусҡа ултыртып ебәргәс, өйгә кермәгән әсәй, туп-тура Шамилә апай йортона атлаған. Теге ваҡиғанан һуң күпме йылдар уҙып, күрше йәшәһәк тә, улар бер-береһе менән бер ҡасан да иҫәнләшмәне. Беҙгә лә рөхсәт юҡ ине.

Ике ҡатын ул көндө киске көтөү ҡайтҡансы һөйләшкәндәр. Әсәй, сығып та тормайынса, ашарына ла бешергән, урын-ерҙәрен дә алыштырған, бер биҙрә һыу ҡайнатып,  иҙәндәрен йыуып сыҡҡан. Әсәйгә тора-бара тағы ла бер нисә ҡатын ҡушылған. Үткәндәр онотолмаһа ла, береһе лә асыу һаҡламаған. Бына шулай, ҡасандыр үҙҙәрен илатып йәшәткән Шамилә апайҙы улар 8 ай ҡулдан ашаттылар, мунсала йыуындырҙылар. 
Әлеге ваҡиғаға әллә ни тиклем ғүмер үтһә дә, беҙ уны йыш ҡына иҫкә алабыҙ. Әсәй ҙә үҫкәндә беҙҙе күршебеҙ миҫалында тәрбиәләне, ир-ат гел билдән түбән өлөшө менән уйлай, шуға ла баш менән ҡатын-ҡыҙ уйларға, тәртипле булырға тейеш, тип өйрәтте.

Р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: